Ырымбур өлкәһендә билдәле башҡорт шәхестәренә таҡтаташ асыла

тактаташЫрымбур өлкәһенең Мерәҫ ауылы халҡы 10 июндә Ауыл көнөн билдәләй. Матур сара сиктәрендә мерәҫтәр арҙаҡлы ауылдаштары, билдәле шәхестәр Һеләүһен Кинйә улына, Сәғит Мерәҫовҡа һәм Кәрим Иҙелғужинға таҡтаташ асырға ниәтләй. Ырымбурҙағы милләттәштәребеҙ быны Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышлай.

Мәртәбәле сарала Башҡортостандан билдәле тарихсылар, журналистар ҙа ҡатнаша.

Белешмә өсөн:

Һеләүһен Кинйә улы 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында ҡатнашҡан. Полковник. Кинйә абыҙ Арыҫлановтың улы.

Сәғит Ғөбәйҙулла улы Мерәҫов – 1917-1919 йылдарҙа башҡорт милли хәрәкәтен етәкләгән шәхестәрҙең береһе. 1918 йылда Силәбе ҡалаһында Башҡорт хөкүмәтен етәкләй. “Башҡорт аймағы” журналы, “Башҡорт” гәзите мөхәррире, тарихсы, фольклорсы.

Кәрим Абдулла улы Иҙелғужин – 1917-1919 йылдарҙағы башҡорт милли хәрәкәтенең күренекле эшмәкәре. 1922-1924 йылдарҙа Башҡорт халыҡ мәғарифы институтын етәкләй. “Башҡортостан” гәзитенең яуаплы мөхәррире. 1928-1930 йылдарҙа БАССР-ҙың мәғариф наркомы, яҙыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *