Ырымбур өлкәһендә арҙаҡлы башҡорт шәхестәренә таҡтаташ асылды

IMG_94071917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәрҙең тормош юлы өйрәнелә, яңы биттәр асыла, тулыландырыла. Иң мөһиме, уларҙың иҫтәлеген һаҡлар, килер быуындарға еткерер өсөн ошо аҙаҡҡы егерме йыл эсендә шаҡтай нәмә эшләнде. Шулай ҙа тарихи хәтеребеҙҙе тергеҙеү өсөн бик ныҡ ижтиһатлыҡ итәһе бар. Бындай изге бурысты атҡарыуҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һиҙелерлек эш алып бара. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған саралар һөҙөмтәле күренә.
Июнь айындағы иң берәгәйле эштәрҙең береһе Ырымбур өлкәһе Яңы Сергиевка районы Мерәҫ (Ҡыуайыр) ауылында арҙаҡлы шәхестәребеҙ Һеләүһен Кинйә улына, шулай уҡ Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәре Сәғит Мерәҫовҡа һәм Кәрим Иҙелғужинға таҡтаташ ҡуйылыуы, һис шикһеҙ, телгә алырлыҡ ваҡиға.

IMG_9360Был ике шәхес — Башҡортостандың яҙмышын үҙ яҙмышынан өҫтөн күргән, мөхтәриәт өсөн йәндәрен аямаған арҙаҡлы ир-азаматтар. Кәрим Иҙелғужин Ырымбур хәрби бүлегенең матбуғат органы – “Башҡорт тауышы” гәзитен сығарышыуҙа әүҙем ҡатнаша. Таҡтаташ ҡуйыу – улар алдындағы бурысыбыҙҙы бер ни тиклем генә ҡайтарыуҙыр. Киләсәктә был лидерҙарҙың һәйкәлдәрен күрергә лә насип итһен.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡорт дәүләт университеты доценты Нурислам Ҡалмантаев етәкләгән делегация ошондайыраҡ уй-ниәттәр менән сыҡты оло юлға. Ҡаһармандарыбыҙҙың кескәй ватанында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, республиканың Китап палатаһы директоры Азат Ярмуллин, “Латифа” арт-студияһының етәксеһе Эльза Ҡотлобаева, башҡа сәфәрҙәштәребеҙ ҙә һағышлы ла, ҡыуаныслы ла мәлдәр кисерҙе. Ауыл халҡы улар тураһында аҙмы-күпме хәбәрҙар, нәҫел-нәсәптәре йәшәп ята. Батырҙарҙың исемдәрен яңғыратҡан был сараға Ырымбур ҡалаһынан, яҡын тирәләге ауылдарҙан да килеп еткәйнеләр.

IMG_9484Таҡтаташтарҙан аҡ япманың алыныуы тулҡынландырғыс мәлдәрҙең береһе булғандыр. Эйе, япмалар алыныу менән ауыл клубына тыш яҡтан беркетелгән өс таҡтаташ йәм биреп балҡып китте. Өс исем, өс таған – килер быуындар өсөн бейеклек, фиҙаҡәрлек өлгөһө булыр. Тарих менән бөгөнгөнө бергә бәйләгән яҙмыштар халыҡ, ил тураһында уйланырға мәжбүр итер. Өфөнән килгән тарихсыларҙың һәм һүҙ сәнғәте оҫталарының сығыштары һәр кемдә лә милләтебеҙ, уның үткәне өсөн ғорурланыу тойғоһо уятҡандыр. Хәтер кисәһенә, ошо күркәм сараға килеүселәр күп файҙалы мәғлүмәт алыуҙарын әйтте.

Мерәҫтәр үҙҙәре лә матур концерт номерҙары менән ҡыуандырҙы. Ауыл клубында оҫталарҙың ҡул эштәре ҡуйылған, самауыры ла ҡайнап ултыра. Бына шундай йылылыҡ, ихласлыҡ һәр ерҙә. Ҡунаҡтар Ырымбур шағирәһе Нәфисә Смаҡованың шиғырҙарын кинәнеп тыңланы. Артабан да рухи-мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу тураһында һүҙ булды. Ырымбур өлкәһе менән аралар тағы ла яҡынайыр тигән ышаныс бар. Беҙҙе мәңге бергә бәйләгән, алға өмөт менән бағырға ярҙам иткән шәхестәребеҙ бар һәм булыр, тигән уй менән ҡайттыҡ Ырымбур яҡтарынан.

Фәрзәнә Аҡбулатова.

Саранан фотоларҙы ошонда ҡарарға мөмкин.

Просмотров (24)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *