Милли кейем парады меңләгән кешене бергә йыйҙы

парадСара Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры эргәһендә башланып,  Салауат Юлаев эргәһендәге майҙанда тамамланды. «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә ойошторолған милли кейем парады быйыл икенсе тапҡыр уҙғарыла һәм хәҙер ул Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәрен бергә йыя.

Театр алдындағы төҫтәрҙән күҙ ҡамаша,  бында милли костюмдарҙың төрлөһө бар, быуындан-быуынға изге аманат итеп тапшырылып ,ҡиммәтле таштар  менән менән биҙәлгәндәре лә,  заманса стилләштереп тегелгәндәре лә. Һәр төбәктең кейеме үҙенә генә хас биҙәктәре, төҫтәре менән айырылып тора.

Халыҡ йыйыла башлауға иртә таңдан ҡойған ямғыр ҙа туҡтап ҡалды, болоҡһоп торған көн дә асылды.  Шулай ҙа ҡатнашыусылар парадҡа теҙелгәс, ямғыр  ҡапыл тағы ла яуып алды, әммә оҙаҡҡа түгел, шунда уҡ ҡояш йылмайып та ебәрҙе.  Иң мөһиме, бер кемдең дә кәйефе ҡырылманы. Төрлө райондарҙан алыҫ юлды яҡын итеп килгәндән һуң тәбиғәт һынауына ғына түҙергә мөмкин. Әбйәлил ағинәйҙәре байрамға хатта үҙҙәре аҡса йыйып, автобус яллап килгән.
Парадта ҡатнашыусылар, милли костюмдарҙың , биҙәүестәрҙең тарихы хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Был кейемдәр, биҙәүестәр  матурлыҡ өсөн генә түгел, улар яман күҙҙән дә дә һаҡлай, тәрбиәүи әһәмиәткә лә эйә, организм өсөн дә файҙалы.
Башҡорт милли костюмы ул ябай кейем генә түгел, уның һәр биҙәгенә тәрән мәғәнә, фәлсәфә һалынған. Милли кейемдә бер урам буйлап барған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, ир-егеттәребеҙ иһә ошо хазинаны һаҡлаусылар, киләсәк быуынға тапшырыусылар. Шуға күрә бында рух күтәренкелеге тантана итеүе тәбиғи. Ирекһеҙҙән, хатта күҙҙәргә йәш эркелә.
Парадта ҡатнашыусылар Зәки Вәлиди урамы буйлап үтте. Театр эргәһенән  юл башлаған башҡорттар сафына тыҡрыҡтарҙан башҡа милләт вәкилдәре лә килеп ҡушылды. Сценарий нигеҙендә тарихи ысынбарлыҡ ята. Ошо ерҙәрҙе  тәүҙә башҡорттар төйәк иткән, артабан улар янына башҡа милләттәр килеп һыйынған. Милли кейем парады Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге майҙанда тамамланды. Сарала ҡатнашыусылар милли батырыбыҙҙың һәйкәленә сәскәләр ҙә һалды.
Милли кейем парады – ул бөтә милләттәрҙе дуҫлаштырыусы, берләштереүсе күңел һәм рух байрамы.  Был саранан бер йылға етерлек дәрт, ҡеүәт алып ҡайтырға мөмкин. Шуға күрә байрамдан алыҫ райондар ҙа ситтә ҡалмаған,  тәү сиратта – ағинәйҙәр.
Милли кейем парады икенсе тапҡыр ғына үтеүгә ҡарамаҫтан, халыҡтың көтөп алған күңел байрамына әүерелгән. Сөнки был сара быуындар күсгилешлеген һаҡлаусы, халыҡты берләштереүсе  рух һәм дуҫлыҡ тантанаһы булып тора. Быйыл да ул үҙ асылына тоғро ҡалды, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телеканалы.

Просмотров (81)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *