Ырыҫ, бәрәкәт ямғыры яуҙы

1Өфөләрҙән ҡояш сығалыр ул –
Яҡтылығы алыҫ тарала.
Кешеләрҙәй, нурлы сырайлы
Булалыр ул тик сал ҡалалар
, – тип әйтәһе килде уҙған аҙнаның сәнғәт байрамдарына тамаша ҡылғандан һуң.
Милли кейем парады М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры эргәһенән ҡуҙғалғанда, шуны ғына көткәндәй, күктән ямғыр тамсылары ишелде! Әммә беҙме һуң июнь ямғырына бирешә торған халыҡ: ҡурайсыларыбыҙ, ил ағалары артынан ҡеүәтле колонна, урыҫ, татар, мари, украин, сыуаш һәм республикала йәшәгән башҡа халыҡтарҙың утарҙары эргәһендә туҡталып, улар менән бергә Салауат һәйкәленә юл алды.

2Башҡортостандың 43 районынан вәкилдәр ҡатнашты был сарала, 779 ағинәй теркәлеү үткән. Афарин, милләтебеҙ бәҫен күтәргән, төрлө төбәктәрҙә йәшәгән инәйҙәр, апайҙар. Һеҙһеҙ был байрамды күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын!
Был көндө республика халҡы шағир, сардар Салауат Юлаевтың тыуған көнөн дә билдәләне: ҡурайсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ағинәйҙәр бергәләп батырҙың һәйкәленә сәскә һалды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев үҙ сығыштарында халҡыбыҙҙың бөйөклөгө, шәхестәрҙең мәртәбәһе хаҡында әйтте.
Милли кейем парадында балаларҙың ҡатнашыуы байрамға үҙе бер йәм өҫтәне. Уларға ата-әсәләре, мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре ана ниндәй сағыу, матур кейемдәр тегеп кейҙергән. Һеҙ – тормошобоҙ йәме, балалар! Быуындарҙы быуындарға ялғап торған епте дауам итеүселәребеҙ артып торһон!
Мәҙәниәт министрлығы ойошторған “Евразия йөрәге” фестивале сиктәрендә “Каруанһарай” фольклор-эстрада төркөмөнөң тәүге составы – Рәсүл Ҡарабулатов, Вилдан Яруллин, Әмир Тойғонов, Артур Туҡтағолов һәм Мәхмүт Нәҙершин Өфө амфитеатрында сәхнәгә сыҡты. Шулай уҡ Милли симфоник оркестр, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле халыҡты моңло көйҙәре, дәртле бейеүҙәре менән әсир итте.
“Ufa-Kuraifest” сараһы ваҡытында “Ҡурайсы”, “Арғымаҡ”, “Заман”, “Ятаған”, “Сораман” этнотөркөмдәренең, Заһир Зәйнетдиновтың сығыштары рухи ҡеүәт, профессиональ музыка сәнғәтенең XXI быуатта ла халыҡтың боронғо ауаздарын еткереү һәләтенә эйә булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы.
Әле булһа күңелдән йыр ағыла:
Ә был халыҡ башҡорт тип атала!
Уның ҡурайсыһы уйнаһа,
Бөтә донъя, гүйә, тын ҡала.
Ямғыр тамсылары булып ергә
Фәрештәләр, ана, ағыла!..

Баш ҡалабыҙға төрлө милли көйҙәр менән бергә башҡорт моңдары, ырыҫ, бәрәкәт ямғыры яуҙы.

Лариса Абдуллина,

“Башҡортостан” гәзитенән.

Просмотров (30)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *