Ҡариҙелдә яңы форматтағы Шәжәрә байрамы үтте

шэжэрэ караидельҠариҙел ерендә X республика Шәжәрә байрамы үтте. Уҙған йылдарҙан айырмалы булараҡ, быйыл балалар араһында ла шәжәрә төҙөү конкурсы ойошторолдо. Бығаса Шәжәрә байрамын Әбйәлил, Әлшәй, Баҡалы, Краснокама, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Көйөргәҙе, Дүртөйлө райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы үткәргәйне.


шэжэрэ каризелСараны Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижады республика үҙәге һәм Ҡариҙел районы хакимиәте ойошторҙо.
Байрам программаһы бик бай һәм йөкмәткеле булды. Ул район һабантуйы менән тап килде. Бындай форматта Шәжәрә байрамы тәүге тапҡыр үткәрелде.
Ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев тәбрикләне һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитовтың Ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.
Байрам театрлаштырылған тамаша менән асылды. Тамашасылар режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев һәм сценарий яҙыусы Нәфисә Тулыбаева әҙерләгән фольклор күренеште ҡараны.
Байрамдың үҙенсәлеге шунда: был юлы республиканың төньяҡ райондары башҡорттары үҙҙәренең нәҫел ебен барланы. Ҡатнашыу өсөн Яңауыл, Дүртөйлө, Октябрьский ҡалаларынан, Нуриман, Асҡын, Яңауыл, Мишкә, Балаҡатай, Салауат, Мәсетле, Саҡмағош, Илеш, Балтас, Баҡалы, Краснокама, Дыуан, Ҡариҙел райондарынан конкурсанттар теләк белдерҙе.
Ҡатнашыусыларҙың сығышын Башҡортостан Республикаһы Милли архивының методик һәм нәшриәт эше, архив фонды документтарын файҙаланыу һәм баҫтырып сығарыу бүлеге начальнигы Зөлфәр Ғәтиәтуллин етәкселегендәге жюри баһаланы.
Билдәле булыуынса, Ҡариҙел районы территорияһында Унлар, Балыҡсы, Елдәк, Танып ырыуы вәкилдәре йәшәй. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса лайыҡлы рәүештә Гран-приҙы Ҡариҙел районының тыуған яҡты өйрәнеүсе-тикшеренеүсеһе, Балыҡсы ырыуы вәкиле Фиҙаил Сафин яуланы.
А. Гәрәев — Елдәк ырыуы, Р. Мусина — Танып ырыуы, биш ғаилә — Ғәлиәскәровтар, Камалиевтар, Аҡбүләковтар, Мөғәллимовтар, Хисмәтуллиндар Унлар ырыуы менән таныштырҙы.
Бүләкләүҙән һуң жюри ағзалары үҙенең эшен бәләкәй сәхнәлә Шәжәрә байрамы сиктәрендә үткәрелгән “Башҡортостан Республикаһының төньяҡ райондары шәжәрәләрен һаҡлау һәм тикшереү юлдары” фәнни-ғәмәли конференцияһында дауам итте. Уның эшендә шулай уҡ Өфө ҡунаҡтары — журналист, продюсер, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, ”Тарихи мөхит”, ”Клио” программалары авторы һәм алып барыусыһы, ”Башҡорт ырыуҙары тарихы” күп томлы баҫма авторы, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин, филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның журналистика кафедраһы доценты Искәндәр Сәйетбатталов һәм башҡалар ҡатнашты.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Ҡариҙел районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе К. Солтанов тәбрикләне. Ул шулай уҡ шәжәрә төҙөү буйынса балалар конкурсында еңеүселәргә дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы.
Майҙанда бер үк ваҡытта биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәләре, Ҡариҙел 1-се урта мәктәбенең технология уҡытыусыһы Фәйрүз Шакиров етәкселегендә маңлайса (ҡатын-ҡыҙ баш кейеме) тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе эшләне.
Төп сәхнәлә урындағы сәнғәт оҫталарының — район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең, ижади коллективтарҙың концерты ойошторолдо. Виртуоз-ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Роберт Юлдашев ”Ҡурай” төркөмө менән байрам ҡунағы булды.
“Ғаиләм — ҡәлғәм” беренсе республика ғаилә ижады конкурсын үткәреү Шәжәрә байрамының йөҙөк ҡашына әйләнде. Был конкурста Октябрьский ҡалаһынан, Нуриман, Асҡын, Яңауыл, Мишкә, Балаҡатай, Салауат, Мәсетле, Саҡмағош, Илеш, Балтас, Баҡалы, Краснокама, Дыуан, Шаран, Стәрлетамаҡ, Ҡариҙел райондарынан барлығы 19 ғаилә ҡатнашырға теләк белдерҙе. Сара бик күп тамашасыны йыйҙы, улар конкурсанттарҙы алҡышлап ҡына торманы, моңло, дәртле көй яңғырағанда бейергә лә төштө.
Был бәйгелә Ҡариҙел районынан Ғабдуллиндар, Ғәлиәскәровтар, Камалиевтар, Аксеновтар ғаиләләре ҡатнашты.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Мәсетле районынан Хафизовтар ғаиләһе Гран-приға лайыҡ булды.
Ҡариҙел районында күп милләтле халыҡ йәшәүен иҫәпкә алып, рус, татар, мари йорттары ла билдәләп үтелде. Нәғретдин ауылынан Дәүләтгәрәевтар — татар шәжәрәһен, Уразай ауылынан Салиевтар — мари һәм Байҡынан Меньшиковтар рус шәжәрәһен яҡланы.
Ҡариҙел районы быйыл 85 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан һабантуйҙы ойоштороусылар һәм район хакимиәте Яҡташтар аллеяһын төҙөү идеяһын күтәреп сыҡты һәм тормошҡа ашырҙы. Байрамда ҡариҙелдәр һәм килгән ҡунаҡтар төп трибуна эргәһендә район тарихында яҡты эҙ ҡалдырған һәм әлеге көндә лә тырышып эшләп йөрөгән 22 билдәле яҡташының фотоһы менән дә танышты.
Шәжәрә төҙөү, һис шикһеҙ, яуаплы һәм күп хеҙмәт талап итә. Финалға сығыусылар был эште юғары кимәлдә башҡарған, шуға ла улар номинацияларҙа билдәләнде. Иң күп призлы урындарҙы Ҡариҙел районы вәкилдәре яуланы. Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы И. Ғарифуллиндың махсус призына һәм Почет грамотаһына Саҡмағош районынан Р. Бәкеров лайыҡ булды. Байҡыбаш ауылынан В. Ғәлиәскәрова — 1-се, Иҫке Аҡбүләктән Р. Әхмәтйәнова — 2-се, Ҡариҙелдән Р. Мусина, Асҡындан Ә. Ғәниева 3-сө дәрәжә дипломант булды.
Жюри ағзалары Шәжәрә байрамының юғары кимәлдә ойошторолоуын һәм үтеүен билдәләне.
Люция КАРАМОВА, Асҡын районы.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *