Башҡорт телеме? Ул мотлаҡ уҡытылырға тейеш!

22 июндә Башҡортостан Фәндәр академияһының ултырыштар залында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы үтте. Көн тәртибенә «Башҡорт телен өйрәнеүҙең әһәмиәте, уны һаҡлауҙың, үҫтереүҙең проблемалары һәм хәл итеү юлдары» темаһы сығарылды. Был мәсьәлә даими рәүештә күтәрелеп тора һәм был юлы ла башҡорт теленең ҡулланылышы, үҫеше һәм уның киләсәге өсөн тәү сиратта башҡорттар үҙебеҙ яуаплы […]
Продолжить чтение…

 

Һүҙ сәнғәтендә — милләт яҙмышы

Башҡорт – тәрән тамырлы, боронғолоҡ менән тамғаланған ҡәүем. Тарих атаһы Геродот (беҙҙең эраға тиклем V быуат) беҙгә бары риүәйәттәр аша ғына килеп еткән ата-бабаларыбыҙ хаҡында бәйән итә, ихтирам менән телгә ала. Шуға ла Лев Толстойҙың: “Башҡорттан Геродот еҫе килә”, — тиеүендә оло мәғәнә бар. Ысынлап та, матди байлыҡтарыбыҙ ҙа, рухи ҡомартҡыларыбыҙ ҙа тамырҙарыбыҙҙың тарихи ҡатламдарҙың […]
Продолжить чтение…

 

Башҡорт интернеты тураһында уйланыуҙар

Мәҙәни ҡомартҡы. Был төшөнсә бик йыш ҡына иҫке йорттар, төрлө тарихи әйберҙәр, ҡыҫҡаса әйткәндә, матди монаяттар менән күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта һәр бер милләттең үҙ асылын, донъяға ҡарашын үҙләштергән иң мөһим мәҙәни байлығы, ҡанбабаларҙан ҡалған ҡомартҡыһы – туған теле бар. Туған тел – үҙенсәлекле, матди булмаған ҡомартҡы. Шуның өсөн дә уны башҡасараҡ һаҡларға кәрәк. Ысынлап […]
Продолжить чтение…

 

Йөрәгендә халҡы булмағандың…

Дәүләт менән дөйөм милек мәсьәләләрен айырып ҡарау мөмкин түгел, улар туранан-тура милләт һәм милли дәүләт нигеҙенә барып тоташа. Аныҡ үҫеш ҡанундарынан сығып ҡарағанда, туғандаш ырыу-ҡәбиләләр ойошоп, тел, мәҙәниәт, ер, хужалыҡ уртаҡлығына өлгәшеп, милли дәүләт тыуҙыра. Ошондай тотош йәшәйеш ҡанундарына яраҡлашҡан милли дәүләт тыуҙырған халыҡ ҡына артабан үҫеш мөмкинлеге ала, тулы көс менән йәшәй.
Продолжить чтение…

 

Һин — дәүләттең именлеге, Телем!

“Башҡорт телен өйрәнеүҙең әһәмиәте, уны һаҡлау һәм үҫтереүҙең проблемалары, хәл итеү юлдары” тигән темаға ойошторолған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышын күптәр көтөп алды. Башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләләренә ҡағылышлы борсоған һорауҙар милли ойошма ағзаларын ғына түгел, киң йәмәғәтселекте, бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын, ата-әсәләрҙе уйға һалды. Сараны асып, Бөтә донъя башҡорттары […]
Продолжить чтение…