Ырымбур өлкәһенең Сурай ауылы халҡы шәжәрәһен барланы

12Башҡорт ете быуынын белергә тейеш тигән хәҡиҡәткә тоғро ҡалып, халҡыбыҙ нәҫел-ырыуын ҡыҙыҡһынып өйрәнә, документтар туплай, архивтарға мөрәжәғәт итә. Был эште Шәжәрә байрамдары айырыуса йәнләндереп ебәрә.

Йәйҙең йәмле көнөндә, 8 июлдә, Ырымбур өлкәһенең Оло Сурай ауылында ла Шәжәрә байрамы үтте.

16Сара өлкә ҡоролтайы етәксеһе Й. Яманһарин,  ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Д. һәм З Әлибаевтар ғаиләһе башланғысы менән ойошторолдо. Йыраҡ араларҙы яҡынайтып, алыҫ яҡтарҙан ҡунаҡтар ҙа килде.

Байрам менән ҡотлап, халыҡҡа Медногоскиҙан Х. Хәсәнов хәҙрәт, Ҡыуандыҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары А.Усанов, Ибраһим бүлеге начальнигы Р.Аликбаев, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Г. Мәрҙәмшина һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар мөрәжәғәт итте.

Оло яланды Аликбаевтар, Туктағоловтар, Исламғоловтар, Килдебаевтар, Сураевтар ҡорған тирмә һәм ихаталар биҙәне. Туҡтағоловтар ғаиләһе әҙерләгән шәжәрә ағасы күләме менән айырылып торҙо.

21Байрамды Ҡыуандыҡ районында тыуып үҫкән башҡорт артистары Артур Туҡтағолов менән Әмир Тойғоновтоң, шулай уҡ Башҡортостандың “Далан” төркөмөнөң сығыштары биҙәне. Ҡыуандыҡ районының Сурай, Оло Әбеш, Һарыбай (Первомайск) ауылдарынан, Орск һәм Медногорск ҡалаларынан килгән һәүәҫкәр артистар һәм коллективтарҙың дәртле бейеүҙәрен һәм йыр-моңон да алҡышлап ҡабул иттеләр.

Концерт менән бер рәттән көрәш һәм арҡан тартыу буйынса ярыштар барҙы. Сауҙа рәттәре эшләне. Күрше Ялнаир, Ишморат, Ибраһим кеүек һәм башҡа ауылдарҙан да халыҡ йыйылды.

Әүҙем йәмәғәтселәр, спортсылар һәм артистар өлкә башҡорттары ҡоролтайының һәм Ҡыуандыҡ ҡала хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *