Интеллектуаль уйынға яҡынса һорауҙар

  1. Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалған шәхестәр.

  1. Әхмәтзәки Вәлиди 1917–1918 йылдарҙа Башҡортостан хөкүмәтендә ниндәй вазифа биләгән?
  2. Башҡортостан автономияһының тәүге рәйесе кем булған? Исем-шәрифен әйтегеҙ.
  3. Башҡорт милли хәрәкәтенең етәкселек органы – Башҡорт мәркәз шураһының рәйесе кем булған?
  4. Шәйехзада Бабичтың үҙе иҫән саҡта баҫылған шиғырҙар йыйынтығы нисек атала?
  5. 1919 йылдың 20 мартында совет власы менән Башҡортостан автономияһы тураһында килешеүгә Башҡорт хөкүмәте рәйесе исеменән кем ҡул ҡуйған.
  6. Минзәлә башҡорттарынан (хәҙерге Татарстандың Аҡтаныш районы) сыҡҡан күренекле башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәренең исем-шәрифен әйтегеҙ.
  7. Башҡорт хәрби шураһының рәйесе кем булған? Исем-шәрифен әйтегеҙ.
  8. Һамар өлкәһе Хәсән ауылынан сыҡҡан күренекле милли хәрәкәт эшмәкәренең исемен әйтегеҙ.
  9. Беренсе башҡорт гәзитен ойоштороусы күренекле милли хәрәкәт эшмәкәренең исем-шәрифен әйтегеҙ.
  10. Сығышы менән Бүздәк районы Аҡтау ауылынан булған Башҡортостакн хөкүмәтенең рәйесе кем? Исем-шәрифен әйтегеҙ.
  11. З-сө Башҡорт полкының командиры, Зәки Вәлидиҙең яҡын көрәштәше, ғалим-этнограф кем булған? Исем-шәрифен әйтегеҙ.
  12. Зәки Вәлидиҙең яҡын дуҫы, 1-се Башҡорт кавалерия полкы командиры, ҡаһарман сардар. Шәйехзада Бабич уға шиғыр бағышлаған. Исем-шәрифен әйтегеҙ.
  13. Айырым Башҡорт кавалерия бригадаһының командиры кем булған? Ул “Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре граждандар һуғышында” исемле китап яҙған. Исем-шәрифен әйтегеҙ.
  14. Шәйезада Бабичтың дуҫы, шағир, публицист. 1919 йылдың мартында Бабич менән бергә һәләк була. Исем-шәрифен әйтегеҙ.
  15. Башҡорт корпусының командующийы, генерал-лейтенант. Исем-шәрифен әйтегеҙ.
  16. Билдәле милли хәрәкәт эшмәкәре, Ризаитдин Фәхретдиновтың өлкән улы. Исем-шәрифен әйтегеҙ.
  17. Силәбе башҡорттарынан сыҡҡан күренекле милли хәрәкәт эшмәкәре, телсе, Арғаяш кантоны етәксеһе, Башҡорт кавалерия дивизияһы комиссары. Исем-шәрифен әйтегеҙ.
  18. Баймаҡ районынан Әбделкәрим ауылынан сыҡҡан күренекле милли хәрәкәт эшмәкәре, шағир, драматург, телсе, фольклорсы? Исем-шәрифен әйтегеҙ.
  19. Башҡортостан хәрби комиссары Зәки Вәлидиҙең урынбаҫары, яҡташы, яҡын көрәштәре, ҡаһарман офицер? Исем-шәрифен әйтегеҙ.
  20. Зәки Вәлиди һәм Сәғит Мерәҫовтар менән бергә милли хәрәкәтте башлап ебәреүсе? Исем-шәрифен әйтегеҙ.

 

  1. Башҡортостан Республикаһының ойошторолоу тарихына бәйле ваҡиғалар.

 

  1. Башҡортостан автономияһы өсөн көрәштең етәкселек органы ҡасан һәм ҡайҙа ойошторола?
  2. 1-се Дөйөм Башҡорт ҡоролтайы ҡасан уҙғарыла?
  3. 2-се Дөйөм Башҡорт ҡоролтайы ҡасан уҙғарыла?
  4. Башҡорт мәркәз шураныһының 1-се фарманы ҡасан донъя күрә һәм был фармандың сығыуы ниндәй ваҡиға менән бәйле була?
  5. Башҡорт мәркәз шураһының 2-се һанлы фарманы ҡасан сыға һәм ул фарманда нимә тураһында бәйән ителә.
  6. Башҡортостан автономияһы ҡасан иғлан ителгән?
  7. 3-сө Дөйөм Башҡорт ҡоролтайы ҡасан уҙғарыла.
  8. Тәүге Башҡортостан хөкүмәте нисәнсе башҡорт ҡоролтайында ойошторола?
  9. Шәйехзада Бабичтың “Оло шатлыҡ” исемле шиғыры ниндәй тарихи ваҡиға айҡанлы яҙылған?
  10. Шәйехзада Бабич 3-сө Дөйөм Башҡорт ҡоролтайы делегаттары алдында үҙенең ниндәй шиғырын уҡыған?
  11. 1918 йылдың февралендә Башҡортостан хөкүмәте кемдәр тарафынан һәм ни өсөн ҡулға алынған?
  12. 1918 йылдың мартында булып үткән “Баймаҡ фажиғәһе” тип ниндәй ваҡиғаны атайҙар?
  13. 1918 йылдың июнендә Башҡортостан хөкүмәте Силәбе ҡалаһында үҙенең эшен яңынан башлағас, тәү башта уҡ ниндәй эшкә тотона?
  14. Башҡортостан автономияһы ниндәй административ берәкмектәргә бүленә?
  15. Башҡортостан автономияһы 1918 йылда нисә кантонға бүленә?
  16. Туҡ һәм Соран йылғалары буйында йәшәгән ырымбур башҡорттары Башҡортостан автономияһының ниндәй кантонын тәшкил итә? Исемен әйтегеҙ.
  17. Ҡурған башҡорттары Башҡортостан автономияһының ниндәй кантонын тәшкил итә? Исемен әйтегеҙ.
  18. Силәбе башҡорттары Башҡортостан автономияһының ниндәй кантонын тәшкил итә? Исемен әйтегеҙ.
  19. Башҡортостан хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре ни өсөн совет власы яғына сыға?
  20. Совет власы менән Башҡортостан хөкүмәте араһындағы автономия тураһында килешеү ҡайҙа һәм ҡасан төҙөлгән?

 

  1. Башҡортостан дәүләтселеге тарихы менән бәйле урындар

 

  1. “Башҡортостан дәүләтселегенең бишеге” тип ҡайһы ҡаланы атайҙар һәм ни өсөн?
  2. Ни өсөн Ырымбур ҡалаһы башҡорт милли хәрәкәтенең үҙәге итеп һайлана?
  3. 1-се Дөйөм Башҡорт ҡоролтайы ҡайҙа уҙғарыла?
  4. 2-се Дөйөм Башҡорт ҡоролтайы ҡайһы ҡалала уҙғарыла һәм ни өсөн?
  5. 3-сө Дөйөм Башҡорт ҡоролтайы ҡайһы ҡалала уҙғарыла?
  6. 1-се һәм 3-сө Дөйөм Башҡорт ҡоролтайҙары ниндәй тарихи бинала уҙғарыла?
  7. Өфө ҡалаһы нисәнсе йылдан Башҡортостандың баш ҡалаһы?
  8. 1919-1922 йылдарҙа Башҡортостан автономияһының баш ҡалаһы ҡниндәй ҡала була?
  9. Башҡортостан хөкүмәтенең тәүге резиденцияһы ҡайҙа була?
  10. Башҡортостан хөкүмәтенең Өфө ҡалаһындағы тәүге бинаһы ҡайһы урамда урынлашҡан, ниндәй йорт?
  11. Автономиялы Башҡортостандың тәүге картыһын кем эшләгән?
  12. Башҡортостан хөкүмәте 1919 йылдың яҙы-йәйендә ҡайһы ҡалала эвакуацияла була.
  13. Башҡортостан хөкүмәте советтар яғына сыҡҡан мәлдә ҡайһы ауылда урынлашҡан?
  14. 1918 йылдың йәйендә Башҡортостан хөкүмәте ҡайһы ҡалала яңынан үҙенең эшмәкәрлеген башлай?
  15. Арҙаҡлы башҡорт шәғиры, милли хәрәкәт эшмәкәре Шәйехзада Бабич ҡайһы ауылда һәләк була?
  16. Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуған ауылы?
  17. Легендар комбриг Муса Мортазиндың тыуған ауылын әйтегеҙ.
  18. Шәйехзада Бабичтың тыуған ауылы?
  19. Юрматы ерҙәре Башҡортостан автономияһының ниндәй кантонын тәшкил иткән? Кантондың исемен әйтегеҙ.
  20. Хәҙерге Баймаҡ районы территорияһы 1917 йылда Башҡортостан автономяһының ниндәй кантонына ҡараған?

 

  1. Башҡорт ғәскәре тарихынан
  2. Милли хәрәкәт эшмәкәре, Әхмәтзәки Вәлидиҙең яҡын көрәштәше Ғәлимән Таған башҡорт милли ғәскәрендә нисәнсе полк менән етәкселек иткән?
  3. 1918 йылда башҡорт милли ғәскәре нисә полктан торған?
  4. Муса Мортазиндың һуңғы хәрби званиеһы нисек аталған?
  5. Башҡорт ғәскәрҙәре ҡыҙылдар яғына ҡасан сыҡҡан? Йылы һәм айын әйтегеҙ.
  6. Ҡаһарман сардар Әмир Ҡарамышев башҡорт милли ғәскәрендә нисәнсе полк менән командалыҡ иткән?
  7. 1919 йылдың көҙөндә башҡорт ғәскәрҙәре “революция бишеге”, тип аталған ҡалаһы һаҡлауҙа ҡатнашҡан. Был ҡаланың исемен әйтегеҙ.
  8. 1919 йылдың көҙөндә Петроград, хәҙерге Санкт-Петербург ҡалаһында нисә мең башҡорт ғәскәре туплана?
  9. Ни өсөн башҡорт ғәскәрҙәре 1919 йылдың февралендә ҡыҙылдар яғына сығырға була?
  10. Муса Мортазиндың китабы нисек атала?
  11. Советтар яғына сыҡҡан Әхмәтзәки Вәлиди ниндәй вазифа биләй?
  12. Муса Мортазиндың нисә ордены бар?
  13. Муса Мортазин ниндәй һуғышта батырлыҡ күрһәткәне өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүләкләнгән?
  14. Баймаҡ районы Ҡолсора ауылынан Муса Мортазиндың яуҙашы Шәмсетдин Ғафаров нисә Ҡыҙыл байраҡ ордены менән бүләкләнгән?
  15. Муса Мортазин етәкселек иткән ғәскәри берәмек нисек аталған?
  16. 1918 йылдың йәйендә Екатеринбург ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан 2-се Башҡорт пехота полкына ҡала халҡы рәхмәт йөҙөнән нимә бүләк иткән?
  17. Башҡорт хәрби шураһы (Башҡорт ғәскәре штабы) етәксеһе кем булған?
  18. 1918 йылда башҡорт ғәскәрҙәрендә дини һәм сәйәси эштәрҙе кемдәр атҡарған?
  19. Ни өсөн совет власы Башҡортостан автономияһын танырға һәм уның хөкүмәте менән килешеү төҙөргә ҡара итә?
  20. Шәйехзада Бабичтың башҡорт ғәскәрҙәренә бағышлап яҙған шиғырҙарын әйтегеҙ.
  21. Шәйехзада Бабичтың ҡаһарман сардар Әмир Ҡарамышевты ерләгән саҡта һөйләгән шиғыры нисек атала?

 

  1. Милли дәүләтселек, мәҙәниәт һәм матбуғат тарихынан
  2. Беренсе башҡорт гәзите нисек аталған?
  3. Беренсе башҡорт гәзите “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире” ҡасан донъя күргән?
  4. “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире”, “Башҡорт” гәзиттәренә нигеҙ һалыусы һәм уның тәүге мөхәррире булған шәхестең исемен әйтегеҙ.
  5. “Башҡорт” гәзите ҡасан баҫыла башланған?
  6. 1918 йылда Башҡортостан хөкүмәтенең рәсми матбуғат органы нисек аталған?
  7. 1919 йылда Петрограда башҡорт ғәскәрҙәре өсөн сығарылған гәзитең исемен атағыҙ.
  8. Башҡорт матбуғатына быйыл нисә йыл тула?
  9. Ни өсөн 14 июнь көнө Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре көнө, тип билдәләнә?
  10. “Башҡортостан” гәзите быйыл нисә йыллыҡ юбилейын билдәләй?
  11. 1918 йылда Башҡортостан хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге ниндәй гәзит сығара?
  12. Совет власы яғына сығыу айҡанлы Шәйехзада Бабич тарафынан яҙылған башҡорт халҡына шиғри мөрәжәғәт нисек атала?
  13. Беренсе башҡорт театрының режиссеры кем?
  14. Беренсе башҡорт милли театры ҡасан ойошторола?
  15. Башҡортостан мосолмандары диниә назараты быйыл үҙенең нисә йыллыҡ юбилейын билдәләй?
  16. Башҡорт теле ҡасан Башҡортостандың дәүләт теле тип иғлан ителгән?
  17.  Башҡортостан автономияһының тәүге байрағы ҡасан ҡабул ителгән?
  18. Башҡорт әҙәби теле ҡасан булдырылған?
  19. Беренсе булып Башҡортостандың халыҡ сәсәне исеменә лайыҡ булған шәхес?
  20. Башҡортостан автономияһының тәүге байрағы ниндәй төҫтәрҙән торған?
  21. 20-се йылдар аҙағында башҡорт теле ғәрәп графикаһынан ниндәй графикаға күсерелә?

 

Просмотров (142)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *