Арҙаҡлы башҡорт шәхесе Илдархан Мутинды тыуған көнөндә хөрмәтләп иҫкә алдылар

3Данлы эштәре менән тарихҡа ингән милләттәштәребеҙ бихисап. Гәрәй ырыуы вәкиле, шөһрәтле Мутиндар нәҫеленән сыҡҡан Илдархан Ибраһим улы улар араһында айырым урын биләй. Батырҙың тыуған төйәге – хәҙерге Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районына ҡараған Таҡталасыҡ ауылында уның хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

Башҡорт милли хәрәкәтен башлап ойоштороусыларҙың береһе, аҙаҡтан Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы булған, уғата ҡатмарлы замандарҙа бер нисә яуаплы вазифа башҡарған Илдархан Мутин йәмле июль айында тыуған. Ошо уңайҙан данлыҡлы ырыуҙашын тағы ла бер тапҡыр хөрмәтләп иҫкә алыу йөҙөнән гәрәйҙәр, атап әйткәндә, Илдархан Мутиндың бер төркөм вариҫтары, күрше республикаға юлланды. Гәрәй ырыуының башҡарма комитет рәйесе Радик Бәхтиевтың был матур башланғысын Нефтекама ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, урындағы казактар һәм, әлбиттә, Мутиндың туғандаш республикаларҙы айырып торған Ағиҙел йылғаһының ике яғында йәшәгән туғандары ла бик хуплап ҡаршы алды.

1 (1)Таҡталасыҡ – Аҡтаныш районының төҙөк һәм матур ауылдарының береһе. Уның урта тирәһендә урынлашҡан паркта Илдархан Мутин исемен мәңгеләштергән стелаға сараға килеүселәр сәскә һалды, тарихи шәхесебеҙҙе бер минут тын тороп иҫкә алды. Артабан әңгәмә барышында Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың уң ҡулы, Башҡорт автономияһын төҙөүгә күп көс һалған Гәрәй ырыуы башҡорто Илдархан Ибраһим улы һәм уның ҡыйыу фекерҙәштәре башҡарған шанлы эштәр оло ғорурлыҡ менән һанап кителде, яҡын киләсәктә арҙаҡлы ир-уҙамандың тыуыуына 130 йыл тулыуҙы күркәм итеп билдәләү кәрәклеге әйтелде. Радик Рәлиф улы йыйылыусыларға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин етәкселегендәге авторҙар коллективы нәшер итеп килгән күп томлы “Башҡорт ырыуҙары тарихы” баҫмаһының “Гәрәй” ырыуына арналған сираттағы  китабын таратты. Әйтергә кәрәк, күптәр унда үҙҙәренең йыраҡ ата-бабаларының исем-шәрифтәрен табып айырыуса ҡыуаныс кисерҙе.

Мәҙәниәт өлкәһе ветераны, һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған Фәриҙә апай Мутинаның ҡунаҡтарҙы Аҡтаныш ауылындағы үҙ йортона саҡырыуы, тормош иптәше, утыҙ йылға яҡын эске эштәр органдарында хеҙмәт иткән Әхнәф Әбел улы менән халҡыбыҙға хас ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеүе барыһының да күңеленә хуш килде. Фәриҙә Ғәүәс ҡыҙы Мутиндар тоҡомонан, бер ниндәй сикләүҙәргә ҡарамай, йыраҡ туғандары менән хаҡлы рәүештә ғорурланып йәшәгән, иренең тулы ризалығы менән никахҡа ингәс тә үҙ фамилияһында ҡалған. Ярты быуаттан артыҡ татыу ғүмер иткән пар ике ул үҫтергән, улары яуаплы вазифаларҙа уңышлы эшләп йөрөй, исемдәре район энциклопедияһына индерелгән. Был, әлбиттә, Мутиндар башлаған шанлы эштәрҙе вариҫтарының лайыҡлы дауам итеүенең асыҡ миҫалы.

Шулай ҙа, һуңғы йылдарҙа Мутиндарға арнап үткәрелгән барлыҡ сараларҙың уртаһында торған рухлы Радик Бәхтиев хаҡында айырым әйтергә кәрәк тип һанайым. Атаһы яғынан ул Краснокама тарафтарында киң билдәле Бәхтиевтар нәҫеленән булһа, әсәһенең тамырҙары Мутиндарға барып тоташа. Людмила апай улының һәр башланғысын ҡуш ҡуллап хуплаусы ғына түгел, милли булмышына  ҡарата яҡташтарының күҙҙәрен астырыусы ла. Үҙе төҙөгән Гәрәй ырыуы вариҫтары араһындағы иң бай шәжәрә өлгөһөндә күптәргә бер нисә быуын тамырҙарын барларға, туған-тумасаларын белергә лә ныҡлап ярҙам иткән. Күптән хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ырыуҙаштары араһында оло хөрмәт ҡаҙанған ханым был мәшәҡәттәрен бөгөн дә ҡалдырмай. Людмила апайға ла, улы Радикка ла тик рәхмәттәр генә әйтергә ҡала. Афарин уларға!

Айсар Үҙәнбаев.

Автор фотоһы.

Просмотров (187)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *