Архитекторҙар һәм скульпторҙарҙы “Урал батыр” эпосын ташта мәңгеләштереү эшенә ҡушылырға саҡырабыҙ

эпосБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадының мәшһүр ҡомартҡыһы “Урал батыр” эпосына, уның төп мифологик геройҙарына Өфө ҡалаһында һәйкәл ҡуйыу башланғысы менән сығыш яһағайны.
Ҡоролтай янында билдәле фольклорсы ғалимдар, тарихсылар һәм скульпторҙарҙан торған эш төркөмө төҙөлдө, тиҙ арала композицияның концепцияһы әҙерләнде.

Бөгөн донъя күләмендәге әҫәр – “Урал батыр” эпосын ташта мәңгеләштереүгә теләге булған һәр скульптор, архитекторҙар ҡушыла ала. Башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы – “Урал батыр” эпосын оҫталар нисек күрә? Башҡарма комитет был өлкәлә ижад иткән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе, шулай уҡ яңы эш башлаған талантлы, рухлы йәш белгестәрҙе лә хеҙмәттәшлек итергә саҡыра. Бының өсөн 2017 йылдың 1 сентябренә тиклем “Урал батыр” эпосы буйынса эшләнгән макеттар, график һүрәттәр тупланған альбом әҙерләп, уны kurultay-ufa@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә йәки түбәндәге адрес буйынса килтереп тапшырырға кәрәк: Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 3, 101-се бүлмә.
Белешмәләр өсөн телефондар: 8(347)246-32-47, 250-49-31.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *