Эстондар Салауатты яҡшы белә

ПАлдиски 139Эстонияның Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаевтың һәйкәле яңыртылды. Билдәле скульптор Тамара Нечаева эшләгән бюст урынына авторҙыҡын ҡабатлаған суйын һын урынлаштырылды һәм мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Тарихи сара Башҡорт мәҙәниәте көндәре сиктәрендә ойошторолдо. Һәйкәлде Башҡортостан Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин етәксе­легендәге рәсми делегация алып килде (бюстың ауырлығы – 214 килограмм, бейеклеге – бер метр).
Мемориаль таҡтаташ (эстон, урыҫ һәм инглиз телдәрендәге яҙма менән) Палдиски ҡалаһы мэрияһы бинаһында – Салауат Юлаев ғүмеренең һуңғы йылдарын үткәргән Эстляндия губерна­һының Рогервик ҡәлғәһендә ҡуйылды.


Палдиски ҡалаһы етәкселеге һәм Тал­линндағы “Ағиҙел” баш­ҡорт милли-мәҙәни йәмғиәте халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы Салауат Юлаевты һәм улы менән бергә мәңгелек һөргөнгә оҙа­тылған Юлай Аҙналинды онотмай. Башҡортостандан даи­ми килеп тороуҙары, Эстониялағы баш­P1110156_ҡорт диаспораһының әүҙем эшмәкәр­леге арҡаһында урын­дағы халыҡ Салауат Юлаевты яҡшы белә, хөрмәтләп телгә ала.
Тантананы ҡала мэры Тийт Пеэду, вице-мэр Елена Вилльманн һәм Башҡорт­остан Милли музейы директоры Ғәли Вәлиул­лин асты. Байрамда шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Эсто­ниялағы илсеһе Александр Петров, Төркиәнән дини эшмәкәр Әбделҡадир мулла һәм Тал­линндағы «Ағиҙел» башҡорт милли-мәҙәни йәмғиәте әүҙемселәре ҡатнашты.
Алыҫ эстон ҡалаһында, баш­ҡорт еренән йыраҡта Ҡөрьән сүрәләре уҡылды, ҡурай моңо яңғыраны. Салауат батыр 25 йыл дауамында илен һағынып зар-интизар булған төбәктә милләт­тәштәр башҡортса йырлап-бейеште, халҡыбыҙ рухын дөр­ләтте.
Башҡорт мәҙәниәте көндәре һәр бере­беҙ өсөн тулҡын­ландырғыс, хәтерҙә ҡалырлыҡ сара булды.
Эстонияла Салауатты үҙ батыры кеүек күрәләр. Данлыҡлы шәхестең 260 йыллығына “Ағи­ҙел” йәмғиәте рәйесе башлан­ғы­сы менән рус һәм эстон телдә­рендә “Эстония помнит. Салават Юлаев” тигән китап сығарылды. Йыл һайын Палдиски ҡалаһы көнөндә башҡорт йәмғиәте Салауат исемендәге паркта һабан­туй үткәрә. Башҡорт халҡының яратҡан байрамы бөтә халыҡты берләштерер урынға әүерелде.
Әлеге сара ла һабантуй менән тамамланды. Палдиски халҡынан тыш, сарала Таллинндан, Латвия­ның Рига ҡалаһынан да ҡунаҡтар ҡатнашты.
Флүзә ХӘЙРУЛЛИНА,
Таллинндағы “Ағиҙел” башҡорт милли-мәҙәни йәмғиәте рәйесе.

Просмотров (18)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *