Тел, милләт киләсәге бөгөн үҙебеҙҙең ҡулда, һәр кемебеҙҙең намыҫында!

IMG_7674Бөгөн халҡыбыҙ телебеҙгә юғалыу ҡурҡынысы янаған һынылыш осорон кисерә. Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында күмәкләп, бергә тупланып, ҙур көс була алдыҡ, республикабыҙ үҙаллылыҡ яуланы. Суверенитет һүнеп барған мәҙәниәтебеҙҙе, онотолоп барған телебеҙҙе тергеҙергә һәм үҫтерергә мөмкинлек бирҙе.

Әммә хәҙер шарттар ҡырҡа үҙгәрҙе. Тел мәсьәләһе тағы ла киҫкенерәк булып ҡалҡып сыҡты. Яңы уҡыу йылы етди һынау менән башлана: яҡлап сыға алабыҙмы башҡорт телен, юҡмы? Туған телдәрҙе генә түгел, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы ла мәғариф өлкәһендәге етәкселек ата-әсәләр ихтыярына япһарҙы. Бөгөн мәктәптәр уҡыу планы ҡабул итеп, педагогик советтар үткәреп, яңы уҡыу йылына бурыстар билдәләйһе урынға дәүләт органдарының ваҡытһыҙ һәм нигеҙһеҙ тикшеренеүҙәренә дусар ителә. Улар яғынан ата-әсәләргә лә, мәктәптәргә лә ныҡлы баҫым яһала. Конституцион хоҡуҡтарҙы яҡлау һылтауы менән аҫаба халыҡ булған башҡорттарҙың ғына түгел, Башҡортостанда йәшәгән башҡа халыҡтарҙың да телдәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен аяҡ аҫтына һалып тапарға тырышыу күҙәтелә.

IMG_7666Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Советының ошо көндәрҙәге ултырышында тап ошо турала һүҙ барҙы. Совет ағзалары иғтибарына сығарылған берҙән-бер һорау – башҡорт теленә бәйле килеп тыуған хәл буйынса фекер алышыу һәм дәүләт теле, туған тел булараҡ башҡорт телен һаҡлап ҡалыу сараһын күреү.

Төп доклад менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының мәғариф эштәре буйынса баш белгесе Рәйсә Күзбәкова сығыш яһаны. Ул миҫал итеп күрһәткән факттар етди аҙымдарға барырға, хатта Рәсәйҙең Конституцион судына мөрәжәғәт итергә мөмкинлектәр аса. Мәҫәлән, Башҡортостан Прокуратураһы алып барған тикшереүҙәр Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына, “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы федераль законға ярашлы түгел. Хоҡуҡ һаҡлау органы башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ статусын кәм итеп күрһәтә, шул иҫәптән туған телдәрҙең федераль стандарттарға ярашлы уҡыу пландарының инвариатив өлөшөнә индерелеүе тураһында ла мәғлүмәт бирмәй. Әйткәндәй, был тикшереүҙәр һайланма рәүештә алып барыла һәм туған телдәр менән башҡорт телен уҡытыуға ғына ҡағыла. Башҡорт телендә уҡытылған белем усаҡтарында туған тел булараҡ рус телен һайлауҙы талап итеүҙәре иһә – башҡа һыймаҫлыҡ хәл. “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” федераль закондың 25-се статьяһына ярашлы, белем биреү учреждениелары үҙҙәренең раҫланған Уставы нигеҙендә эш алып бара. Шул уҡ ҡанундағы 13-се статьяның 10-сы пунктына ярашлы федераль властарҙың да, төбәк етәкселәренең, урындағы үҙидараның да мәктәптәрҙең уҡыу планын үҙгәртергә хоҡуғы юҡ.

IMG_7699Ҡоролтай аппараты белгесе әйтеүенсә, тикшереүҙәргә, талап итеүҙәргә, янауҙарға һылтанып, әле ата-әсәләрҙең күбеһе балаларына туған тел булараҡ рус телен уҡытыуҙы һайлай. “Был ҡурҡыныс тенденцияны туҡтатып өлгөрәбеҙме, юҡмы? Сөнки ғаризалар йыйыуға үтә ҡыҫҡа ваҡыт бирелгән – 10 сентябргә тиклем генә! Ҡоролтай офисына килгән һуңғы мәғлүмәттәр ҙә шомландыра: былтыр ғына яҡшы күрһәткестәр менән ҡыуандырған Дүртөйлө, Яңауыл райондары, Нефтекама ҡалаһы мәктәптәрендә башҡорт телен уҡыған балалар ике тапҡырға ҡыҫҡарған; Өфөләге абруйлы лицей һәм мәктәптәр ҙә рус телен өҫтөн күрә, – тине Рәйсә Абдрахман ҡыҙы. – Директорҙар, уҡытыусылар, ата-әсәләр! Һеҙгә бөгөн башҡорт теле кәрәкмәй икән, иртәгә, ғөмүмән, беҙ милләт булып һаҡланып ҡала алырбыҙмы һуң?”

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, перспективаға ҡарап эш иткән кешеләр киләсәктә донъя кимәлендә башҡорт теленең, ғөмүмән, төрки телдәрҙең иҡтисади, мәҙәни, дипломатик бәйләнештәрҙе нығытыуҙа бик кәрәк буласағын яҡшы аңларға тейеш. Бөгөн Рәсәйҙең иҡтисади үҫеше өсөн төп йүнәлештәрҙең береһе – Урта Азия, Яҡын Көнсығыш илдәре менән хеҙмәттәшлек.

– Үҙемдең тормош һәм эш тәжрибәмдән сығып әйтәм: башҡорт булыуым, туған телемде белеүем, мосолманлығым миңә һәр ваҡыт бизнес өлкәһендә уңыштарға өлгәшергә ярҙам итте, итә һәм итәсәк. Туған телебеҙҙе һаҡлауға үҙен башҡорт тип таныған һәр кеше өлөш индерергә тейеш. Бының өсөн уларҙың өйҙә башҡортса аралашыуы һәм балаларының мәктәптә үҙ телен өйрәнеүе лә етә, – тип белдерҙе Әмир Миңләхмәт улы.

Башҡарма комитет рәйесе әйтеүенсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы туған телебеҙҙе һаҡлау һәм артабан үҫтереү өсөн хәленән килгәндең барыһын да эшләйәсәк. Башҡорт телен глобализация эҙемтәләре хәүефенән ҡурсалау һәм киң таратыу буйынса ҙур план төҙөләсәк, унда туған телебеҙҙе мәғариф ойошмаларында уҡытыу ғына түгел, уны мәҙәниәт өлкәһендә, киң мәғлүмәт сараларында, рәсми органдар эшендә ҡулланыу даирәһен киңәйтеү буйынса ла саралар ҡараласаҡ. Әлеге көндә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән был планды финанслау тураһында һөйләшеү алып барыла.

Көн тәртибенә ҡуйылған мәсьәләләр буйынса сығыш яһаусыларҙы тыңлап, үҙ-ара фекер алышҡандан һуң Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Советы тәү сиратта Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһына мәктәптәрҙә туған телдәрҙе һәм дәүләт телдәрен уҡытыуҙы ҡабатлап тикшереүҙең юридик нигеҙен һорап мөрәжәғәт ебәрергә ҡарар итте.

Бынан тыш, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына (6-сы статьяһы күҙ уңында тотола) Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү талабын ҡуйырға, республика Мәғариф министрлығының мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү өсөн ата-әсәләрҙән ғариза йыйҙырыуына хоҡуҡи яҡтан баһа биреүен һорап Башҡортостан Республикаһының Конституция судына мөрәжәғәт итергә тигән ҡарар сығарылды.

Башҡорт телен яҡлауҙың өҫтәмә саралары булараҡ, матбуғат баҫмалары, телевидение, радио һәм социаль селтәрҙәр ярҙамында йәмғиәттә башҡорт телен өйрәнеүгә ыңғай ҡарашлыларҙы арттырыу йүнәлешендә эшләргә кәрәк, тигән пунктты ла Совет ағзалары дәррәү хупланы.

Бынан тыш, тиҙ арала Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путин исеменә мөрәжәғәт әҙерләп, халыҡтан имзалар йыйыуҙы ла ойошторорға кәрәк, тиелде.

Ҡоролтай етәксеһе тәҡдиме менән Совет ултырышының көн тәртибенә ҡуйылған тағы бер һорау хуплау тапты. Телде һаҡлау өсөн республика кимәлендә маҡсатлы программа әҙерләү һәм уны Хөкүмәткә тәҡдим итеү тураһында һүҙ бара. Программа 1991 йылдың 25 октябрендә ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” 1807-1-се Рәсәй Федерацияһы Законына, 2012 йылдың 19 декабрендә Рәсәй Федерацияһы Президентының 1666-сы Указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының 2025 йылға тиклемге дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы”на, 1999 йылдың 15 февралендә сыҡҡан “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы 216-сы Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы эшләнәсәк һәм Башҡортостандың дәүләт телдәрен, туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу, өйрәнеү, үҫтереү, функциональ ҡулланыу, шулай уҡ республикабыҙҙан ситтә башҡорт теленең мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуясаҡ. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан финанслау күләме аныҡ күрһәтелгән, 2018 – 2022 йылдарға иҫәпләнгән документ милли мәғарифты, шул иҫәптән башҡорт телендәге киң мәғлүмәт сараларын һаҡлауҙы һәм үҫтереүҙе лә күҙ уңында тоторға тейеш.

Эш барышында шулай уҡ 30 августа “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге ултырышында ҡабул ителгән резолюция ҡаралды һәм унда билдәләнгән бурыстарҙың үтәлешенә иғтибарҙы көсәйтергә, тигән ҡарар сығарылды.

Тел аралашыу ҡоралы ғына түгел. Башҡортостан Республикаһында башҡорт теле – яулап алынған үҙаллылыҡты тотоп тороусы, федератив илдең бер берәмеге булған Башҡортостан дәүләтселегенең гаранты. Башҡорт теле йәшәй икән, тимәк, Башҡортостан тигән республика буласаҡ, башҡорт халҡы юғалмаясаҡ, уның быуаттар буйына тупланған рухи мираҫы йәшәйәсәк, был байлыҡ быуындан-быуынға тапшырыласаҡ.

Шул уҡ ваҡытта республиканың киләсәге туранан-тура беҙҙең үҙебеҙгә бәйле. Ғәзиз туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуға һәр ҡайһыбыҙ үҙ өлөшөн индерһен, кәмендә мәктәптә башҡорт телен уҡытыуҙы һайлауҙары тураһында ғариза яҙһын, бүтән ата-әсәләргә ошо зарурлыҡты еткерһен ине.

Әлбиттә, Ҡоролтай ҙа был арала эшһеҙ ултырмай: хоҡуҡтарҙы яҡлап, судҡа документтар әҙерләнә, төрлө кимәлдә һөйләшеүҙәр алып барыла. Әммә ваҡыт беҙҙең файҙаға түгел. Шуға күрә бер Ҡоролтайҙан көтөп ултырмайыҡ, йәмәғәт, урында ла ҡулдан килгәнде башҡарайыҡ. Башҡортһоңмо? Мәктәптә башҡорт телен һайлап ғариза яҙ! Яҡындарың, таныштарың араһында аңлатыу эштәре алып бар! Тел, милләт киләсәге бөгөн үҙебеҙҙең ҡулда, һәр кемебеҙҙең намыҫында.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты матбуғат хеҙмәте.

Просмотров (104)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *