Башҡорт телен һаҡлауға үҙ өлөшөңдө индер — программа төҙөүҙә ҡатнаш!

курултайБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Советы ултырышында телде һаҡлау өсөн республика кимәлендә маҡсатлы программа әҙерләргә һәм уны Башҡортостан Хөкүмәтенә тәҡдим итергә тигән ҡарар сығарылды. Программа 1991 йылдың 25 октябрендә ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” 1807-1-се Рәсәй Федерацияһы Законына, 2012 йылдың 19 декабрендә Рәсәй Федерацияһы Президентының 1666-сы Указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының 2025 йылға тиклемге дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы”на, 1999 йылдың 15 февралендә сыҡҡан “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы 216-сы Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы эшләнәсәк һәм Башҡортостандың дәүләт телдәрен, туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу, өйрәнеү, үҫтереү, функциональ ҡулланыу, шулай уҡ республикабыҙҙан ситтә башҡорт теленең мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. 2018 – 2022 йылдарға иҫәпләнгән документ милли мәғариф менән бер рәттән башҡорт телендәге киң мәғлүмәт сараларын һаҡлауҙы һәм үҫтереүҙе лә күҙ уңында тоторға тейеш.

Хөрмәтле туғандар! Программаны тулыландырыуға һеҙ ҙә үҙ өлөшөгөҙҙө индерә алаһығыҙ. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн ниндәй саралар күрелергә тейеш? Нигеҙле һәм төплө тәҡдимдәрегеҙҙе беҙҙең электрон адресҡа ебәрә алаһығыҙ: kurultay-ufa@mail.ru.

Бәйләнеш өсөн телефон: 8 – (347) -246-32-47.

Тәҡдимдәр 15 сентябргә ҡәҙәр ҡабул ителә.

Просмотров (24)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *