Хәбибназар Һатлыҡов. Әхмәтзәки Вәлидиҙең остазы.

22222-1Кем һуң ул Хәбибназар Һатлыҡов? Ошо һорау беҙҙе 1990 йылдарҙа уҡ ҡыҙыҡһындыра башлағайны. Башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе, Башҡорт автономиялы республикаһын төҙөүсе Ә.-З. Вәлиди Туғандың «Хәтирәләр»ен уҡып сығып ҡына, моғайын, күптәр был шәхестең кем икәнлеген белгәндер. Уҙған быуат баштарында тәрән мәғлүмәтле дин әһеле һәм мәғрифәтсе булараҡ танылыу алған Хәбибназар Һатлыҡов – Әхмәтзәки Вәлидовтың бабаһы (инәһе Өмөлхаяттың бер туған ағаһы) һәм остазы.

Хәбибназар Мөхәмәткафи улы, йәғни Хәбибназар әл-Үтәки 1862 йылдың 12 сентябрендә Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙенә ҡараған Үтәк ауылында тыуып үҫә. Һатлыҡовтар ғаиләһендә тәрбиәләнгән биш ул һәм өс ҡыҙ араһында иң өлкән бала була. Уҡыуға әүәҫ зирәк малай башланғыс белемде имам һәм мөҙәрис вазифаларын атҡарған атаһының мәҙрәсәһендә ала.

Хәбибназар артабан хәҙерге Ауырғазы районына ҡараған Балыҡлыкүл ауылындағы ахун Хөснөтдин Ждановтың мәҙрәсәһендә белемен тулыландыра. 1873 йылдан уҡыуын Стәрлетамаҡта дауам итә. Бындағы мәҙрәсәлә уға урыҫ теле һәм математиканан атаҡлы мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтан һабаҡ алыу насип була Мәғрифәтсе, тарихсы Шиһабетдин Мәржәниҙең мәҙрәсәһендә белемен камиллаштырыу маҡсатында, Хәбибназар 1879 йылда Ҡазанға юллана. Алған белеме менән ҡәнәғәтләнеп ҡалмай, остазының кәңәшен тотоп, Хәбибназар алыҫ юлға сығып китә – Бохара һәм Хиуа мәҙрәсәләрендә ғилем эстәп ҡайта.

22222-2Тиҙҙән төплө белемле егет Ш. Мәржәни мәҙрәсәһендә мөғәллим булараҡ шәкерттәргә һабаҡ бирергә тотона. Уҡыу йорто хужаһы менән яҡындан аралашып йәшәү, уның ҡул аҫтында эшләү буласаҡ дин әһеленә ҙур йоғонто яһай. Остазының тәрән фәлсәфәүи уй-фекерҙәрен йотлоғоп тыңлаған егеттең күңелендә, их, уға оҡшарға ине, тигән уй тыуа. Күп тә үтәй ул Мәржәниҙең ышаныслы ярҙамсыһы, тоғро дуҫына әйләнә. Хәбибназар уның йоғонтоһонда фән менән дә шөғөлләнә башлай.

1889 йылда яратҡан  мөғәллиме, рухи таянысы Шиһабетдин Мәржәни донъя ҡуйғас, күп уҡыуҙан күҙе насар күрә башлаған Хәбибназар атаһы саҡырыуы буйынса тыуған ауылына ҡайтып төпләнә. Был ваҡытта инде ул дин белгесе генә түгел, юғары мәҙәниәтле мәғрифәтсе, ғалим-философ, әҙип булараҡ та танылыу алған була. Төпкөлдә йәшәүгә ҡарамаҫтан, оҙаҡ йылдар буйы төрки донъяһында киң билдәле булған Ризаитдин Фәхретдин, Зәйнулла ишан Рәсүлев, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, шәйех Ғабдулла хәҙрәт кеүек күренекле дин әһелдәре һәм  зыялылар менән аралашып, хат алышып йәшәй.

Ғилми тикшеренеүҙәр һәм яҙыусылыҡ эше менән дә әүҙем шөғөлләнә ул: «Мифтах әл-тауарих», «Нәүадир тәржемәсе» (216 хикәйә һәм хикәйәт тупланған мәҙрәсә шәкерттәре өсөн дәреслек), «Мәжмуғәи мөһиммә» (Үтәк һәм яҡын-тирә ауылдарҙың, шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһының тарихы), «Эскеселеккә ҡаршы» кеүек китаптар нәшер итә. Уның башҡорт һәм ҡаҙаҡ тарихы тураһындағы ҡулъяҙма китабы ла мәҙрәсәлә уҡыу әсбабы рәүешендә ҡулланыла.

Мөҙәрис һәм имам-хатип булараҡ, Хәбибназар мәҙрәсәлә дин һабаҡтарынан тыш, донъяуи фәндәрҙе уҡытыуға ла иғтибарҙы көсәйтә, башҡа тарафтарҙан ғилемле мөғәллимдәрҙе эшкә саҡыра. Мәҙрәсә ете бинала урынлашҡан була. Китапхана һәм уҡыу залы ойоштороу дини уҡыу йортоноң абруйын тағы ла арттырып ебәрә. Бында уҡырға килергә теләүселәр артҡандан-арта бара, шәкерттәр һаны 300-ҙән ашып китә.

22222-3Ауылдаштарының көнитмешен дә хәстәрләп йәшәй дин әһеле. Ҡаланан алмағас, сейә ағастары алып ҡайтап, халыҡҡа тарата, һәммәһен дә картуф, йәшелсә-емеш үҫтерергә өгөтләй.

Хәбибназар әл-Үтәки ғүмере буйы Көнсығыш философияһы менән ҡыҙыҡһына, ислам тарихын ентекле өйрәнә, ғәрәп һәм фарсы әҙәбиәтен тәржемә итә, яҙмалары «Ваҡыт» гәзитендә һәм «Шура» журналында донъя күрә. Уның тураһында академик Ғайса Хөсәйенов: «Хәбибназар хәҙрәт үткән быуаттағы дин әһелдәре һәм мөҙәристәре тормошо һәм эшсәнлегенең байтаҡ уртаҡ яҡтарын асыҡ сағылдырған иң күренекле шәхес», тип юҡҡа ғына яҙмай.

Алты йыл буйы Хәбибназар бабаһы ҡулында белем алған Әхмәтзәки Вәлиди шул уҡ «Хәтирәләре»ндә бына нимә ти: «Мин Үтәк мәҙрәсәһендә ғәрәп теле һәм әҙәбиәтен өйрәндем. Олатайым (бабайым – Н.С.) «Фикһе» исемле мосолман юриспруденцияһын һәм «Кәлам» исемле Ҡөръән әйтеше ғилемен өйрәтте. Мин математика менән дә мәшғүл булдым һәм олатайым Истанбулдан килтерткән китаптарҙы уҡый инем. 18 йәшемә ҡәҙәр Үтәктә күп нәмәгә өйрәнә алдым».

Артабан ул шулай тип яҙа: «Минең олатайым (бабайым) Мәржәниҙең иң яҡшы шәкерттәренең береһе була. Ул да мине үҙ остазынан үҙләштергән алымдар һәм ысулдар менән тәрбиәләне». 1919 йылда, Әхмәтзәкиҙең йәрәшкән ҡыҙы Нәфисә менән ниҡахлашыу кисәһендә, Хәбибназар шәкертенең уңыштарына сикһеҙ һөйөнөп: «Һине үҫтереүем өсөн шатмын», — ти.

Рәсәй мосолмандары араһында ҙур абруй ҡаҙанған Хәбибназар хәҙрәт Һатлыҡовтың Башҡортостан Диниә назаратының мөхтәсибе булып эшләп алыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Бында, моғайын, Әхмәтзәки Вәлидиҙең йоғонтоһо булмай ҡалмағандыр. Ләкин һаулығы ҡаҡшап китеү сәбәпле, дин әһеле тыуған ауылына ҡайтып китергә мәжбүр була.

Бер нисә йыл үтеүгә бар илде йот һәм ваба ауырыуы ялмап ала – аслыҡтан, ҡаты сирҙән бик күп ғүмерҙәр ҡыйыла. Яман шеш менән яфаланған Хәбибназар әл-Үтәки 1921 йылдың 25 июнендә ни бары 59 йәшендә яҡты донъя менән хушлаша. Был ваҡытта йыраҡта йөрөгән Әхмәтзәки Вәлидов атаһынан ошондайыраҡ йөкмәткеле хат ала: «Мәрхүм бабайың Юрматы илендә әүлиәләй ҡәҙер-хөрмәттә йәшәне, шуғалыр ҙа уның йыназаһына кешеләр диңгеҙҙәй ағылды – һуңғы йылдарҙа, бигерәк тә Совет осоронда, бындай хәлдең булғаны юҡ ине әле…»

Күренекле мәғрифәтсе, атаҡлы дин әһеле, философ, Көнсығыш әҙәбиәттәрен яҡшы белгән әҙип, тарихсы һәм тәржемәсе  Хәбибназар әл-Үтәки сағыштырмаса ҡыҫҡа ғүмер кисерһә лә, уның башҡарған эштәре һоҡланғыс, ғилми хеҙмәттәре һәм китаптары оло баһаға лайыҡ. Ә инде башҡорт халҡының бөйөк улы, Рәсәй федерализмына һәм Башҡортостан йөмһүриәтенә нигеҙ һалған Әхмәтзәки Вәлиди – уның иң ҙур ҡаҙанышы һәм ғорурлығы,  тип нарыҡларға мөмкиндер. Бына ни өсөн төрки донъяһында киң билдәлелек яулаған был ике шәхес тә беҙгә бик ҡәҙерле, икеһе лә халҡыбыҙҙың оло рәхмәтенә лайыҡ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Совет власы хөкөм һөргән 70 йыл буйы бик күп руханиҙар һәм инсандар менән бер ҡатар, Хәбибназар Һатлыҡовтың исемен дә телгә алыу (дин әһеле генә түгел, «ата милләтсе» Әхмәтзәки Вәлидиҙең бабаһы ла, остазы ла бит!) ҡәтғи тыйыла. Уның ғаиләһе, туғандары һәм ейән-ейәнсәрҙәренә золом йылдарында ғына түгел,  90-сы йылдарға тиклем йәбер-михнәт кисерергә тура килә.

Хәбибназар әл-Үтәкиҙең өс балаһы була. Өлкән ҡыҙы Рабиға 14 йәшендә генә сирләп донъя ҡуя. Әхмәт улы Ырымбур педтехникумында Сәғит Агиш менән бергә белем ала, артабан Силәбе өлкәһенең Ҡонашаҡ районында мәктәптә уҡыта. Ҡәһәрле 1937 йылда уны «халыҡ дошманы» тип ҡулға алалар һәм 1941 йылда атып үлтерәләр. Әсҡәт исемле улы иһә, «кулак» мөһөрө һуғылып,1929 йылда уҡ хәҙерге Белорет районы биләмәһенә оҙатыла. 60-сы йылдарҙа аҡланғас ҡына, Һатлыҡовтар ғаиләһе тыуған яғына ҡайтыу бәхетенә ирешә.

1111Мин нахаҡҡа рәнйетелгән атайымдың ғаиләһендә – һөргөндә — һуғыш барған ваҡытта тыуғанмын. Әйтәһе лә түгел, күп яфа сикте беҙҙең нәҫел, айырыуса уҡырға кергәндә, эшкә урынлашҡанда ауыр булды, — тип әрнеп һөйләне беҙгә оҙаҡ йылдар райондың эске эштәр бүлегендә яуаплы вазифа башҡарған 75 йәшлек Наил Әсҡәт улы Һатлыҡов.

Әммә халыҡ үҙ шәхестәрен онотмай. 1990 йылдың декабрендә йәмәғәтселектең тырышлығы менән Красноусолда Әхмәтзәки Вәлидиҙең 100 йыллыҡ юбилейы матур итеп билдәләп үтелде. 1992 йылдың көҙөндә иһә Хәбибназар Һатлыҡовтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы, беҙгә Үтәк ауыл Советы менән берлектә тәүге хәтер кисәһен ойоштороу насип булды. Ауылдаштары артабан бындай сараларҙы биш йыл аша уҙғарып торҙо, был йәһәттән айырыуса тарих уҡытыусыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Рауил Раҡаев ҙур көс һалды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 150 йыллыҡ оло юбилей ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында билдәләнмәне. Шуныһы һөйөнөслө: арҙаҡлы шәхестең тыуыуына 155 йыл тулыу айҡанлы яҡташтарым, сентябрҙә хәтер кисәһе үткәреп, уның рухын йәнә шатландырырға йыйына.

Ҡәҙерле бабаһы башҡарған оло эштәрҙең һәм ғилми хеҙмәттәренең әһәмиәтен яҡшы аңлаған Әхмәтзәки Вәлиди  «Хәтирәләр»ендә: «…бәлки, уның тормош  юлын һәм ижади мираҫын өйрәнеүсе булыр» тигән һүҙҙәрҙе лә теркәй. Был йәһәттән бөйөк шәхесебеҙҙең уй-теләген академик Ғайса Хөсәйенов бойомға ашырҙы — Хәбибназар әл-Үтәкиҙең фәнни һәм әҙәби ижадының бер өлөшөн тикшереп, ғәйәт ҙур эш башҡарҙы. Бөгөнгө ғилми хеҙмәткәрҙәр, дин белгестәре һәм аспиранттар араһында уның бай мираҫын тикшеренеүгә тотоноусылар булһа, фәнебеҙ, һис шикһеҙ, тағы ла яңы табыштар менән байыр ине.

Төйәгебеҙҙең мәртәбәһен күтәргән, яҡын-тирә ауылдарҙа тыуып үҫкән бик күп шәхестәрҙең (мәҫәлән, 1946-1951 йылдарҙа Башҡортостан Министрҙар Советы Рәйесе булып эшләгән Насир Уразбаев һ.б.) остазы булған Хәбибназар әл-Үтәки менән бөйөк шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең икеһенә арнап бер-ике йыл эсендә Үтәктә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыу ҙа — өлгөрөп еткән мәсьәлә. Был изге эште атҡарып ҡуйыу Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына бағышлап үткәрелгән мөһим сараларҙың береһе булыр ине. Асылда Башҡорт Совет Республикаһына ойотҡо нәҡ ошо ауылда һалына бит:  аҫыл затлы ғаиләлә — бабаһы Хәбибназар Һатлыҡовтың өйөндә йәшәп, уның рухында тәрбиәләнеп, шәхес булараҡ быуынын нығытҡан һәм төплө ғилем алған Әхмәтзәки Вәлиди 8-9 йыл үтеүгә хыялын ғәмәлгә ашыра —  арҡаҙаштары менән Башҡортостан мөхтәриәтен төҙөүгә ирешә.

Нияз СӘЛИМОВ,

филология фәндәре кандидаты

Просмотров (47)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *