Туған телдәр мәсьәләһендә Татарстан беҙҙең менән теләктәш

2Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында эшлекле осрашыу. Башҡорт теленә бәйле килеп тыуған хәлдәр бөгөн беҙҙе, башҡорт халҡын, ғына борсомай. Милли республикаларҙа туған телдәрҙе яҡлау өсөн берләшеп эш итергә саҡырып, туғандаш республиканан “Ағиҙел” Татарстан һәм Башҡортостан дуҫлығы ойошмаһы рәйесе Маузир Мирхәт улы Ғиниәтуллин килде.

1– Башҡорт теленә ниндәй баҫым эшләнгәнен күрәбеҙ. Бөгөн һеҙҙә барған хәлдәр иртәгә Татарстанға ла килеп етәсәк. Башҡортостан был мәсьәләлә үҙ һүҙен әйтер, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен һаҡлау өсөн ниндәй саралар күрер икән, тип һеҙгә ҡарап торабыҙ. Был өлкәлә һеҙҙең менән теләктәшбеҙ. Туған телдәрҙе яҡлап, һаҡлап ҡалыу өсөн бөтөн законлы юлдарҙы файҙаланайыҡ. Һеҙҙең башланғысты – беҙ, беҙҙең эштәрҙе һеҙ ҡеүәтләһәгеҙ, дөйөм тырышлыҡ менән барыһын да еңеп сығырбыҙ, – ти “Ағиҙел” ойошмаһы етәксеһе.

Татарстан вәкиле әйтеүенсә, башҡорт халҡы күпкә бәхетле.

– Башҡорт гимназияларында булғаным бар. Бына ҡайҙа тәрбиәләнә милли кадрҙар! Уҡытыу, тәрбиә эштәре башҡорт телендә алып барылыуы үҙе үк күпте бирә. Был йәһәттән һеҙгә һоҡланып та, көнләшеп тә ҡарайым.

Маузир Ғиниәтуллин әйтеүенсә, күрше төбәктә башҡорт мәҙәниәтен дә ныҡ хөрмәт итәләр. Быға йәш башҡорт йырсыһы Радик Юльяҡшиндың ижады ла ныҡ булышлыҡ иткән.

– Үҙенең йырҙары менән Элвин Грей башҡорт йырҙарына ғашиҡ иттерҙе. Уны Татарстанда йәштәр генә түгел, ололар ҙа ярата.

Осрашыуҙа шулай у4ҡ йәштәр эштәре, Татарстандағы башҡорт йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеге тураһында һүҙ барҙы. Татарстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәли Хәсәновтың милли мәҙәниәтте үҫтереү, ике туғандаш республика араһындағы татыулыҡ һәм дуҫлыҡты нығытыу буйынса алып барылған эшмәкәрлеген дә “Ағиҙел” етәксеһе маҡтап телгә алды.

Просмотров (98)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *