Ҡоролтай етәксеһе: Халҡыбыҙ һаман да аҡ та, ҡыҙыл да түгел, ә башҡорт!

Ишемгулов“Ағиҙел”дең был айҙағы ҡунағы –  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт­остандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге генераль директоры, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәсәй Феде­рацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республи­каһының атҡа­ҙан­ған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов.

– Әмир Миңләхмәт улы, беҙ бөгөн тарихта ҡалыр ваҡиғаларҙың шаһитыбыҙ. Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың махсус Указына ярашлы ил кимәлендә тантаналар ойоштороласаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: бер быуат элекке был данлыҡлы осор Рәсәй федерализмына нигеҙ һалынған ваҡыт менән тап килә. Октябрь инҡилабынан һуңғы шанлы йылдарҙа үҙ республикаһын төҙөгән башҡорттар илебеҙҙең федератив ҡоролошона ла нигеҙ таштары һалған. Шуға күрә бөгөнгө киң һәм ҡеүәтле Рәсәй Федерацияһының Башҡортостандан башланғаны хаҡында оло ғорурлыҡ менән әйтә алабыҙ.

Әгәр ҙә йөҙ йыллыҡ үткәнебеҙгә боролоп ҡараһаҡ, тарих алдында йөҙөбөҙ ҡыҙарырлыҡ түгел: башҡорт халҡы был арауыҡты оло ҡаһарманлыҡ, фиҙакәрлек, сабырлыҡ менән кисерҙе. Юл еңел булманы, оло юғалтыуҙарға ла дусар ителде халҡыбыҙ, әммә шул уҡ ваҡытта ситләшмәнек, сикләнмәнек, ил һәм донъя ғәме менән йәшәнек. Ә һеҙ был байрамдың әһәмиәтен нисек баһалайһығыҙ?

– Тарихсылар, әҙәбиәтселәр, сәйәсәт белгестәре Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата фекерҙәрен күп әйтә. Мин был мәсьәләне икенсе юҫыҡтан баһаларға теләр инем. Йыш ҡына 20 – 25 йәшлек егеттәргә: “Һеҙҙең йәштәге милләттәштәребеҙ –  Вәлидиҙәр, Бабичтар – заманында автономиялы республика төҙөгән. Ул ваҡытта хәҙергеләй көслө уҡыу йорттары ла булмаған, әммә был шәхестәр ниндәйен болғанышлы дәүерҙә Рәсәй уртаһында, ике ҡитға киҫешкән ерҙә үҙҙәренең дәүләтен, милли республикаһын төҙөй алған бит. Һеҙгә лә юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәргә кәрәк”, – тип әйткеләйем. Генетика буйынса ғилми хеҙмәткәр булараҡ, халҡыбыҙҙың потенциалы ҙур булыуын билдәләр инем. Әгәр ҙә шундай көс булмаһа, башҡорт зыялылары тиҙ генә дәүләт ҡороп, ҡеүәтле ғәскәрен ойоштороп, тәүге автономиялы республиканы төҙөй, Рәсәйҙә федерализмға нигеҙ һала алмаған булырҙар ине. Шуға күрә был байрамдың әһәмиәтен билдәләгән саҡта тарихи фактор һәр ваҡыт иҫәпкә алынырға тейештер тип уйлайым. Быға, әлбиттә, халҡыбыҙҙың меңдәрсә йыл һуҙымында тупланған дәүләтселек тәжрибәһе лә булышлыҡ иткән: ХХ быуатта Башҡорт автономияһы буш урында барлыҡҡа килмәгән бит. Рәсәйҙәге тәүге милли республика – башҡорт халҡының быуаттар, меңйыллыҡтар дауамында барлыҡҡа килгән, тарих һынауын үткән юғары аңының, оло тәжрибәһенең һөҙөмтәһе.

Нимә ул тәжрибә? Иң беренсе нәүбәттә –  белем. Тап шуның өсөн дә беҙҙең халыҡта белемгә ынтылыш көслө булған. Әсәйем яғынан Күгәрсен районының Сапыҡ ауылынан булған олатайымдың атаһы Ғәлләм хәҙрәт Ибраһимов революцияға тиклем 15 йыл сит илдә уҡыған, өс тел белгән. Ә ул осорҙа олатайым һымаҡ донъя күләмендә эшмәкәрлек алып барырҙай башҡорттар күп булған. Әлбиттә, сит илгә сығыусылар: “Туҡта әле, мин шул-шул илгә барайым, телдәр өйрәнәйем, ғилем туплайым”, –  тип тота килеп ҡуҙғалып китмәгән. Был йүнәлештәге эште ойоштороу менән аҡһаҡалдар, ырыу башлыҡтары шөғөлләнгән. Улар милләт, халыҡ мәнфәғәтен донъя кимәленән тороп яҡлауҙың әһәмиәтен беҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ аңлаған.

Башҡорт автономияһы, 1917 йылда иғлан ителһә лә, ниңә 1919 йылда ғына Совет власы менән килешеү рәүешендә танылыу тапҡан? Сөнки республикаға нигеҙ һалыусыларға ошо ике йыл арауығында еңел булмаған, әммә улар үҙ юлынан тайпылмаған, ныҡ торған, хаҡлығын иҫбатлаған. Быны күргән большевиктар Башҡорт хөкүмәте ағзалары менән бер өҫтәл тирәләй ултырырға һәм килешеү төҙөргә мәжбүр булған. Башҡорттарҙың ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙ ғәскәрен төҙөй алыуы ла булышлыҡ иткән, әлбиттә. Был факт халҡыбыҙҙың көслө рухлы, ҡаҡшамаҫ ихтыярлы икәнлеген күрһәтә. Хәҙерге көн күҙлегенән ҡарағанда, оло батырлыҡҡа тиң хәл. Рәсәйҙәге башҡа республикалар етәкселәре үҙҙәрендә төҙөлгән автономиялар нигеҙендә башҡорт ҡаһарманлығының, башҡорт ихтыярының, башҡорт аҡылының ятҡанын белергә тейеш.

– “Изгелек эшлә лә һыуға һал. Халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер” тигән әйтем бар. Үкенескә күрә, тарихыбыҙға бәйле күп кенә нәмәләрҙе белеп бөтмәйбеҙ шул. Башҡорт ҡоролтайы был мәсьәләгә ярашлы ниндәй саралар үткәрергә уйлай?

– Әлеге ваҡытта беҙ программаға торошло документ әҙерләйбеҙ. Унда башҡорт, урыҫ, инглиз, ҡытай һ.б. телдәрҙә “Башҡорт кем ул?” тигән һорауға яуап буласаҡ. Күренекле ғалимыбыҙ Рәшит Шәкүр документтың ҡайһы бер өлөштәрен яҙҙы ла инде.

Бындай программа ни өсөн кәрәк тиһегеҙме? Хәҙерге заман кешеләре беҙҙең турала белһен өсөн. Донъяла башҡорт тигән ифрат бай тарихлы, ҡаһарман халыҡ бар икән, ул ышаныслы, уның менән килешеүҙәр төҙөргә була, иҫәпләшергә мөмкин, тип әйтһендәр. Үҙебеҙҙең йәштәребеҙ ҙә, быларҙы уҡып: “Мин дә – ошо ҡаһарман, ғорур халыҡтың бер вариҫы. Минең дә ҡулымдан барыһы ла килә. Шундай халыҡтың улы йә ҡыҙы булғас, ниңә мин сит телдәрҙе белеү менән бер рәттән үҙ телемдә һөйләшергә, милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе үтәргә тейеш түгелмен?” –  тип үҙҙәрен ышаныслы тойһон. Беҙ әүәлдән баҫалҡы халыҡ, шуға үҙебеҙҙе рекламалау мәсьәләһенә битарафбыҙ. Ут күршеләребеҙ иһә был йәһәттән әллә ҡасандан уҡ ҡыҙыу эшмәкәрлек алып бара. Барлыҡ мөнәсәбәттәр баҙар иҡтисадына ҡоролған заманда милләтте рекламалау – ваҡ мәсьәлә түгел. Беҙ донъя баҙарына үҙебеҙҙе лайыҡлы партнер сифатында тәҡдим итә алабыҙ. Дәүләт-ара алыш-бирештә ҡатнашыусыларҙың беҙҙең халыҡтың тарихын өйрәнеп ултырырға ваҡыты юҡ, булмаясаҡ та. Тормоштоң хәҙерге ысынбарлығы беҙҙән яңы ысулдар менән эшләргә өйрәнеүҙе талап итә.

– Республикабыҙҙың оло юбилейы айҡанлы Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы ниндәй саралар үткәрергә ниәтләй?

– Башҡортостан Хөкүмәтенә 46 пункттан торған тәҡдимдәребеҙҙе яҙып бирҙек. Уларҙа республиканың үҫеш этаптарын күрһәткән парк төҙөү зарурлығы, баш ҡалабыҙҙа Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич һымаҡ арҙаҡлы шәхестәребеҙгә һәйкәл ҡуйыу кәрәклеге хаҡында әйтелгән. Иң мөһиме – беҙҙең тәҡдимдәр Хөкүмәт әҙерләгән саралар проектына нигеҙ булып ятты.

– “Беҙ бөтә донъя кимәлендә башҡорт теленең абруйын күтәрергә тейешбеҙ. Башҡорт теле 41 тел менән бәйләнгән”, – тип әйткәйнегеҙ яңыраҡ бер сығышығыҙҙа. Ысынлап та, барлыҡ төрки телдәр менән дә тамырҙаш туған телебеҙ. Үҙенсәлекле “ҙ”, “ҫ”, “һ”, “ғ”, “ҡ” өндәренең булыуы уны Ҡөрьән яҙылған ғәрәп теле менән дә яҡынайта. Үрҙә килтерелгән дәлилдәргә  тағы ла ниндәйерәк аңлатмалар, миҫалдар өҫтәй алаһығыҙ?

– Телебеҙҙе туған тел, дәүләт теле булараҡ уҡытыуға хәҙерге мөнәсәбәтте үҙгәртергә кәрәк. Әммә, ошоларға өҫтәп, тағы ла телебеҙҙең абруйын донъя кимәлендә нығытыуҙы хәстәрләү мөһим тип иҫәпләйем. Тарихсыларыбыҙ, тел ғалимдары быға тиклем телде өйрәнеү, һаҡлау буйынса бик етди эш алып барҙы. Әммә бөгөн бөтөн донъя баҙар иҡтисады шарттарында йәшәй һәм киләсәктә күп нәмәне сауҙа бәйләнештәре хәл итәсәк. Шулай булғас, бикләнеп ятырға ярамай, үҙ мөхитеңдә генә туған телеңде һаҡлап ҡалыу мөмкин дә булмаҫлыҡ замандар килеүе бик ихтимал.

Икенсе яҡтан, тормошобоҙ ҡырҡа үҙгәреш кисерҙе. Әгәр ҙә социализм дәүерендәге ысулдар менән эш итһәк, телебеҙҙе юғалыуға дусар итеүебеҙ бар. Әле беҙ Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында туған телебеҙҙе һаҡлауға арналған оло форум үткәрергә йыйынабыҙ. “Түңәрәк өҫтәл”дең программаһы шулай атала: “Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр теле булараҡ, башҡорт теленең әһәмиәте”. Әйтәйек, балаһын инглизсәгә өйрәткән ата-әсәнән ни өсөн был телде һайлауы тураһында һораһаҡ, шундайыраҡ яуап алабыҙ: “Инглиз теле –  ул халыҡ-ара аралашыу теле. Балам сит илгә барһа, башҡа кешеләр менән аралашып, үҙенең эшмәкәрлеген ҡорорға теләһә, инглиз теле уға мотлаҡ кәрәк буласаҡ…” Бындай ата-әсәнең фекере дөрөҫ килеп сыға, сөнки инглиз теленең ҡулланылыш даирәһе тап шундай.

Хәҙер, ошо дәлилгә таянып, башҡорт теле хаҡында һөйләшәйек. Тормош –  сағыштырмаса. Миҫалға башҡорт балын алып ҡарайыҡ. Беҙгә оло дан килтерҙе ул. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә 12 күрһәткес буйынса балыбыҙҙың сифаты тикшерелмәгән. Социализм дәүерендә сит илгә сығыу юлдары бөтөнләй тиерлек булманы. Хәҙерге ваҡытта Яңы Зеландияның манука тигән балы донъяла дан ҡаҙанған, шуға ул беҙҙекенән хатта 4 тапҡырға ҡыйбатыраҡ, килоһы яҡынса 4-5 мең һум тора. Социализм дәүерендә, беҙ ябыҡ режимлы илдә йәшәгән саҡта, ул продукцияның хаҡын бер нисә тапҡыр күтәргәндәр. Ошо данлыҡлы балды үҙебеҙгә алып ҡайтып, тағы ла 14 илдән килгән балдар менән йәнәш ҡуйып, уларҙың араһына Ғафури һәм Нуриман райондарында йыйылған башҡорт балын ҡуйҙыҡ. Бер һауытҡа ла балының ҡайҙан алынғанын һәм ниндәй ҡорттоҡо икәнен яҙманыҡ. Япониянан, Ҡытайҙан  бойондороҡһоҙ эксперт комиссияһы килде. Беҙ көткәнсә, улар Ғафури һәм Нуриман балдарын сифаты буйынса 1-се урынға сығарҙы. Данлыҡлы манука балы икенсе урынды алды. Ышанмайынса, үҙем дә тәмләп ҡараным һәм шуға инандым: донъяла данлыҡлы һаналған бал, ысынлап та, тәме яғынан беҙҙекенән ҡайтышыраҡ.

Артабан шулай итергә булдыҡ: комиссияла торған ғалимдар менән килешеү төҙөп, башҡорт балы менән Яңы Зеландия балын сағыштырыу ниәтендә тикшереү үткәрттек. Әгәр ҙә һынауҙы үҙебеҙ генә ойошторһаҡ, ышанмаҫтар ине, ә бында аноним шарттарҙа эшләүсе ғалимдар ике төрлө балды сағыштырып өйрәнде. Ғалимдар башҡорт балының башҡа балдарҙан ни өсөн сифатлыраҡ һәм өҫтөнлөклө икәнлеген үҙҙәре һынап иҫбатланы.

Ни өсөн мин һәр ваҡыт башҡорт балы хаҡында ентеклерәк һөйләйем һуң? Балыбыҙ менән донъя кимәлендә ниндәй хәл-ваҡиға булһа, телебеҙ менән дә шундай уҡ хәл күҙәтелә. Беҙ, башҡортса һөйләшһәк тә, туған телебеҙҙе халыҡ-ара аралашыу теле, иҡтисади мөнәсәбәттәр теле булараҡ баһалап еткермәйбеҙ. Улай ғына ла түгел, был турала уйланғаныбыҙ ҙа юҡтыр әле. Ә бит туған телебеҙ донъяның 41 теле менән тарихи-этимологик, лексик-морфологик яҡтан бәйле. Яңыраҡ ҡына Ҡаҙағстанға барҙыҡ. Урындағылар – үҙҙәренсә, беҙ үҙебеҙсә һөйләнек, әммә аңлаштыҡ. Төркиәлә булғанда ла һәр ҡайһыбыҙ үҙ телебеҙҙә яйлап ҡына һөйләһәк, аңлаша алдыҡ. Башҡортса белгән кешегә төрки теллеләр, мосолмандар йәшәгән дәүләттәргә барыу, дуҫтар табыу ауырлыҡ тыуҙырмай. Шуға күрә беҙ балаларыбыҙға шуны һеңдерергә бурыслыбыҙ: башҡорт теле өйҙә генә ҡулланыла торған көнкүреш теле түгел, ул халыҡ-ара аралашыу теле булараҡ та файҙаланыла ала.

СССР ваҡытында ҡаҙаҡтар, әзербайжандар, тажиктар, төрөкмәндәр, ҡырғыҙҙар, үзбәктәр менән бер ғаилә һымаҡ йәшәнек. Бөгөн ул халыҡтар менән иҡтисади өлкәлә бәйләнештәрҙе яңыртыу зарурҙыр беҙгә. Донъяла барған иҡтисади көрсөк, йә булмаһа санкциялар билбауыбыҙҙы һығып бәйләп йәшәргә өйрәтте. Хәҙер шул туғандаш халыҡтар менән тауар әйләнешен нығытып, арттырып, үҙ-ара файҙалы мөнәсәбәттәр ҡорабыҙ.

Сауҙа иткәндә, мөнәсәбәттәрҙе яйға һалғанда башҡорт теле беҙгә оло таяныс булыр ине. Яңыраҡ ҡына Сәғүд Ғәрәбстанына сәфәр ҡылдым. Байлығы буйынса был дәүләт донъяла 7-се урынды биләй. Минең урынбаҫарым Римма Зиннурова ошо дәүләттең сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе менән осрашты. Шуны ғына әйтәм: әгәр ҙә башҡорт телен, милли йолаларыбыҙҙы белмәһәк, был ил менән мөнәсәбәтебеҙҙе ҡора алмаҫ инек. Мин уларға башҡортсаға тәржемә ителгән Ҡөрьән китабын бүләк иттем. Ундағы етәксе, беләһегеҙме, нимә тине: “Миңә Ҡөрьән тотоп килгәсһең, йолаларыңды онотмағасһың, туған телеңдә һөйләшкәсһең, һинең менән килешеү төҙөйөм, ә башҡалар менән – юҡ. Мин һиңә ярҙам итергә теләйем”.

Телгә бәйле тағы ла бер дәлил. Бер туған һеңлем Зөһрәгә һәр ваҡыт: “Һылыуым, һиңә башҡорт теле менән бер рәттән урыҫса ла яҡшы белергә кәрәк”, –  тип әйтә килдем. Университетҡа уҡырға инеп киткәс, уларҙы урыҫ милләтле студенттар менән бергә диктант яҙҙырғандар. Һылыуым гел “бишле”гә өлгәште. Бының менән нимә әйткем килә: үҙенең туған телен яҡшы белгән башҡорт урыҫ телен дә камил үҙләштерә ала. Зөһрәнең милли мәктәптә уҡыған ҡыҙы Айгүзәлгә Сәғүд Ғәрәбстанына СМС менән инглиз телендә текст ебәреүен үтендем. Ундағы коллегаларыма ашығыс рәүештә хәбәр ебәрергә кәрәк ине. Яҙып ебәрҙе. Һуңынан был тексты инглиз телен яҡшы белеүсегә күрһәткәйнем, ул Айгүзәлдең белемен юғары баһаланы. Ә ул ауылдағы башҡорт мәктәбендә уҡыған. Шуға күрә “башҡорт телен өйрәнгән балам наҙан ҡала” тигән фекер бөтөнләй дөрөҫ түгел.

Бөгөн донъяла мосолман илдәре бик күп. Әгәр ҙә беҙ тарихыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, туған телебеҙҙе белһәк, улар менән мөнәсәбәт ҡороу күпкә еңелләшәсәк. Үҙем һынағаным бар: урамда әйбер һатып тороусы төрки халыҡ вәкиленә үҙеңдең башҡорт булыуыңды әйтһәң, ул тауарының хаҡын төшөрә.

Яңыраҡ Сибайҙа ҡоролтай эше менән булғанда бер урыҫ кешеһе улының башҡорт балалар баҡсаһына йөрөүе хаҡында һөйләне. Уның башҡорт телен өйрәнергә тейешлеген ап-асыҡ итеп әйтте. Ғалимдар, медицина белгестәре иҫбатлауынса, әгәр кеше бер нисә тел белһә, уның баш мейеһенең ике ярымшары ла яҡшы эшләй. Йәғни башҡорт, урыҫ һәм тағы ла бер сит ил телен белгән кешенең фекерләү һәләте көслөрәк була.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен белгән кешегә инглизсә өйрәнеүе лә бик еңелгә тура килә. Мәҫәлән, Германияға “Йәшел аҙна” күргәҙмәһенә барғанда Ейәнсура районынан Гөлназ Дилмөхәмәтова исемле һылыу инглиз теленә тәржемәсе булып йөрөнө. Һуңынан немецтар унан: “Инглиз телендә бик яҡшы һөйләшәһегеҙ, ҡайҙа уҡынығыҙ, Америкаламы?” – тип һоранылар. Гөлназ: “Юҡ, тәүҙә башҡорт милли мәктәбендә уҡыным, аҙаҡ башҡорт-инглиз филологияһы факультетын тамамланым”, – тип яуап ҡайтарҙы. Һуңынан Саҡмағоштан бер ҡыҙ немец теле буйынса тәржемәсе булғайны. Уға ла һоҡландылар.

Беҙ бөгөн башҡорт милли мәктәптәрендә, гимназияларҙа башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһын яңынан ҡарарға, уны хәҙерге шарттарға яраҡлаштырырға бурыслы.

Татарстанда татар телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу буйынса үҙҙәренең ғалимдары, башҡа белгестәре эшләй. Удмурт халҡының – Удмуртияһы, сыуаштарҙың – Сыуаш Республикаһы, яҡуттарҙың – Яҡут (Саха) Республикаһы, чечендарҙың Ичкерияһы һ.б. бар. Башҡорт телен, мәҙәниәтен, милләтен һаҡлап ҡалыр өсөн беҙҙең дә республикабыҙ бар. Беҙҙең башҡа тыуған илебеҙ юҡ. Шуға күрә башҡорт телен өйрәнеү өсөн барлыҡ шарттар булырға тейеш. Был –  иң ябай логика. Яңыраҡ ҡына Халыҡтар дуҫлығы йортонда милли-мәҙәни үҙәктәр етәкселәре менән осрашыу булғайны. Был фекер ана шул осрашыуҙа ла әйтелде. Башҡорт теленең яҡты киләсәген хәстәрләп, уны яҡлап урыҫ та, татар ҙа, сыуаш та, поляк та сығыш яһай.

– Быйыл 12 августа үткән Мәғариф буйынса республика кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та башҡорт теленә ярҙам кәрәклеге хаҡында белдерҙе, күптән түгел махсус Указға ҡул ҡуйҙы.

– Эйе, Башҡортостан Республикаһы Башлығы РФ һәм БР Конституцияларына ярашлы туған телдәрҙе өйрәнеүҙе гарантиялай. Быйыл 14 сентябрҙә ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәре һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре үҫеше буйынса саралар тураһында”ғы Указы тап шул хаҡта. Указда БР дәүләт телдәрен һәм БР халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм пропагандалау буйынса гранттар, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Фонд булдырыу күҙ уңында тотола. Шулай уҡ Республика Башлығы 2018 йылдың 1 февраленә тиклем дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Дәүләт программаһын әҙерләүҙе һәм раҫлауҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә йөкмәтте. Программала “Башҡорт теле”, “Рус теле” һәм  “Туған телдәр” тигән мөһим пункттар бар.

– Һеҙ умартасылыҡҡа бәйле төп һөнәрегеҙ буйынса төрлө илдәрҙең эшлекле даирәләре менән мөнәсәбәт ҡораһығыҙ, килешеүҙәр төҙөйһөгөҙ. Был йәһәттән бай тәжрибә туплағанһығыҙ. Сит ил халҡына беҙҙең ниндәй сифаттарыбыҙ оҡшай?

– Яңыраҡ Иорданиянан бер ҡыҙ килде лә, беҙгә ҙур ғына күләмдә ҡулаҡса ҡалдырҙы. Беҙ шул хаҡҡа уларға башҡорт балы ебәрергә тейеш. Ҡыҙ үҙе икеләнә, алданыуҙан ҡурҡа. Мин уға: “Мин, донъялағы төп башҡорт йәмәғәт ойошмаһының етәксеһе булараҡ, һеҙгә ир һүҙе бирәм. Барыһы ла яҡшы булыр, борсолмағыҙ”,  –  тинем. Үҙ һүҙебеҙҙе үтәнек. Шунан һуң ул ҡыҙҙа беҙгә, беҙҙең йөҙҙә башҡорт халҡына ҡарата ихтирамлы ҡараш барлыҡҡа килде. Мосолман ҡыҙы башҡорттарҙың ышаныслы, һүҙендә тора белгән халыҡ икәнлеген аңланы. Күп тә үтмәне, ул тағы ла килде һәм тәүгеһенән дә күберәк балға заказ бирҙе.

– Бер әңгәмәгеҙҙә Ҡөрьәндәге “Бал ҡорто” сүрәһенә ҡарата ҡыҙыҡлы бер фекерегеҙҙе әйткәйнегеҙ. Йәғни изге китапта Аллаһ Тәғәлә үҙенең бәндәләренә шулай тип әйтә: “Әгәр ҙә бал ҡорттары кеүек тырыш һәм берҙәм булһағыҙ, тормошоғоҙҙо гөл-баҡсаға әүерелдерә алаһығыҙ…”  Ошоларға тағы ла нимәләр өҫтәр инегеҙ?

– Бал ҡорто менән беҙҙе тиң итеүсе бер һүҙ бар. Ул –  күс, ғаилә. Әгәр ҙә бал ҡорто күсендәге йәшәү принциптарын кешелеккә, милләткә күсерә алһаҡ, һәр йәһәттән өлгөлө ил төҙөгән булыр инек. Марксистар ундай йәмғиәтте “коммунизм” тип атаған. Әммә бал ҡорттары күсендә лә, кешелектә лә әре ҡорттар бар. Кешелектән айырмалы рәүештә, әре ҡорттарҙы күс, үҙ мәнфәғәтенә файҙалана ла, аҙаҡ ҡыуып сығара. Бөрйәндәге ҡорттар, мәҫәлән, үҙ йортонда ниндәйҙер сир килеп сыҡһа, яңы урынға күсеп, ауырыуҙы иҫке ояһында ҡалдырып китә. Беҙгә бал ҡорто тормошон күберәк өйрәнеп, шул принциптар менән йәшәргә ынтылырға кәрәк.

– Беҙҙең киләсәкте хәҙерге йәштәр, уларҙан һуң тыуған балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ билдәләйәсәк. Ҡоролтайҙың был йүнәлештәге эшмәкәрлеге хаҡында нимәләр әйтерһегеҙ?

– Йәштәребеҙ бөтөнләй икенсе хәҙер. Улар прагматиктар, ә прагматизмдың үҙенә күрә ыңғай яҡтары бар. Мәҫәлән, ул артыҡ хыялға бирелеүҙән һаҡлай. Беҙҙең быуын йәштәре иһә хәҙергеләрҙең нәҡ киреһе була торғайны. Әлеге йәш быуын вәкилдәренә тотоп ҡарай торған аныҡ миҫал, әйбер кәрәк. Тик шул сағында ғына улар ниндәйҙер ғәмәлде башҡарырға тотона. Йәштәргә һәр ваҡыт “Нимә өсөн?” тигән һорауға яуап биреү мөһим. Шул иҫәптән “Ни өсөн туған телде өйрәнеү кәрәк?” тигән һорауға яуап бирһәң генә башҡортса уҡыуға илтифат бирәсәктәр. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, һорауға предметлы яуап булмаһа, улар быны эшләмәйәсәк.

Беҙҙең эшмәкәрлектә әле “Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя” тигән сара барлыҡҡа килде. Ә дуҫтар –  төрлө милләт вәкилдәре. Беҙ уларҙы башҡорт йәштәре эргәһенә тупларға, үҙебеҙгә тартырға тейешбеҙ. Хужа ҡунаҡсыл, башҡаларға үрнәк булһын, өлгө күрһәтһен. Әгәр ҙә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтмәһәк, йортобоҙға килмәйәсәктәр.

Республикабыҙҙа һәм сит төбәктәрҙә ҡурай байрамдары үткәреү яҡшы йолаға әйләнде. Йыл һайын ойошторасаҡбыҙ бындай сараны. Быйыл Баймаҡта Башҡорт йәштәре көндәрен уҙғарҙыҡ, Граф күле буйына 12 меңләп кеше йыйылды. Шуныһы ҡыуаныслы: был сараларҙа эсеп, тәртип боҙоп йөрөгән бер генә кеше лә күренмәне. Йәштәргә ышаныс ҡына күрһәт – хәҙер тоҡанып китергә, тау аҡтарырға әҙерҙәр. Әлеге ваҡытта улар теге йәки был идея менән бер туҡтауһыҙ башҡарма комитетҡа шылтырата.

– Үҙ заманында Әхмәтзәки Вәлиди: “Беҙ аҡтар ҙа, ҡыҙылдар ҙа түгел, ә  башҡорттар”, – тигән. Уның һүҙҙәрен хәҙерге шарттарға  бороп ҡараһаҡ, ниндәйерәк аңлатма биреп булыр ине?

– Тормошта һәр кем үҙ урынын табырға тейеш. Кеше кемгәлер түгел, ә халҡына, тыуған еренә хеҙмәт итһә, һәр аҡыллы етәксе ундайҙан баш тартырға тейеш түгел. Халҡыбыҙ һаман да аҡ та, ҡыҙыл да түгел, ә башҡорт. Уның донъяға үҙ ҡарашы, үҙ принциптары бар. Ғорур булыу, баш эйә белмәү беҙҙең халыҡҡа ҡандан бирелгән, ҡайһы ваҡыт был сифаттарға саманан тыш тоғролоҡ һаҡлайбыҙ, әммә шуларҙы һаҡлаған өсөн дә башҡорт башҡорт булып ҡала. Әхмәтзәки Вәлидиҙең әлеге һүҙҙәре хаҡында уйланғаным бар. Ысынлап та, ни өсөн беҙ аҡтар ҙа, ҡыҙылдар ҙа түгелбеҙ икән? Сөнки беҙҙең донъяға ҡарата үҙ фекеребеҙ, халыҡтар араһында үҙ йөҙөбөҙ бар, бер кемгә лә оҡшамағанбыҙ. Әгәр ҙә кемгәлер оҡшарға тырыша башлаһаҡ, милли асылыбыҙҙы юғалтыуыбыҙ ихтимал. Был һүҙҙәрҙе әйтеп, Вәлиди халҡыбыҙҙы үҙенсәлеген һаҡлап ҡалырға өндәгәндер, моғайын. Тормош – ул карап, әгәр ҙә, һәр кешенең әйткәненә ҡолаҡ һалып, уны тегендә-бында борғолай башлаһаҡ, түңкәрелеп, батыуыбыҙ бар.

– Глобализация тураһында төрлө фекерҙәр әйтелә. Берәүҙәр уны ҡотолғоһоҙ күренеш тип танырға тырышһа, икенселәр ҙур капитал эйәләренә Ер шарының сеймалға бай ерҙәрен баҫып алыу өсөн һылтау тип кенә күрә. Һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек? Ғөмүмән, глобализацияға беҙ нисек ҡаршы тора алабыҙ?

– Бөйөк Ватан һуғышында нимә ярҙамында үҙебеҙҙән күпкә яҡшы ҡоралланған һәм әҙерлекле фашистик армияны еңә алдыҡ һуң? Иң беренсе нәүбәттә ҡаҡшамаҫ рухыбыҙ булышлыҡ итте. Ә рух нимәгә бәйле? Әлбиттә, тыуған ергә. Әгәр ҙә кешенең тыуған ере, туған теле юҡ икән, ул кемде һаҡларға тейеш булып сыға һуң? Тимәк, оло илебеҙҙә йәшәгән һәр милләт үҙенең тыуған ерендә хужа булһа, туған телендә иркен аралашһа, мәҙәниәтен үҫтерһә,  илебеҙҙе бер кем дә еңә алмаясаҡ. Әгәр ҙә глобализацияны аҙ һанлы халыҡтарға ҡаршы ойошторолған һуғыш тип ҡараһаҡ, ул һуғышта беҙ бары тик рух юғарылығы менән еңеп сыға алабыҙ.

– Рух төшөнсәһе тыуған ерҙән, тыуған илдән айырылғыһыҙ. Республикабыҙ өсөн йәнен фиҙа ҡылған мәшһүр шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич үҙенең 1917 йылда яҙған “Тупраҡ” тигән шиғырында юҡҡа ғына шундай һүҙҙәр әйтмәгән:

Тупраҡ – беҙҙең атабыҙ,

Беҙ тупраҡҡа ятабыҙ.

Тупраҡ ҡәҙерен аңламау –

Беҙҙең өлкән хатабыҙ.

Тупраҡ алһаҡ, ҡалабыҙ,

Бүтәнсә юҡ сарабыҙ.

Тупраҡ китһә, һау бул, донъя,

Өҙөлмәктер самабыҙ.

Ҡасандыр тыуған ере, Уралтауы өсөн йәнен биргән халҡыбыҙҙың әлеге вариҫтары тыуған еренә битараф. Ер абстракт төшөнсәгә әүерелә бара. Һеҙгә шулай тойолмаймы?

– Нимә ул тыуған ер? Ул – беҙ йәшәгән ер, ауыл. Рәсәйҙең картаһын күҙ алдына килтерегеҙ: сик һыҙығы менән уратып алынған шул биләмә – беҙҙең тыуған илебеҙ. Әгәр ҙә уны сит-яттар, башҡалар өлөшләп-өлөшләп һатып ала башлаһа, аҙағы нисек булыр? Улар һатып алған территорияла ниндәйҙер эштәр башҡарасаҡ, йорттар һаласаҡ. Бер аҙҙан балалары тыуасаҡ, улары, йәше еткәс, паспорт алып, тыуған урыны тип беҙҙең ерҙе яҙҙырасаҡ. Ошонан һуң шул сит кеше менән бер үк хоҡуҡҡа эйә буласаҡбыҙ. Ул сағында яңы күршебеҙгә беҙ бер ниндәй ҙә дәғүә белдерә алмаясаҡбыҙ.

Икенсе бер мөһим мәсьәлә: бер ауыл янына ситтәр килеп, ҙур майҙанды ҡуртымға алды икән, ти. Ауыл халҡының ере һәр ҡайһыһына нисәлер сутыйҙан ғына тура килһә, ситтән килеүселәрҙеке – бер нисә мең гектар. Әгәр  бәхәс башланып китһә, әйтәйек, ауылда йәшәүселәр 25 сутый ере өсөн ни тип дәғүәләшергә тейеш һуң әле? Янында ғына меңәр гектар ерле сит кеше була тороп, ауыл халҡы был аҙымға барырмы икән? Ошо күҙлектән ҡараһаҡ, ҡасандыр беҙҙең кендек ҡаны тамған ер башҡаларҙың тыуған урынына әүерелгән, ә беҙ үҙебеҙҙекен һатҡан булып сығабыҙ. Беҙҙең депутаттарға хәҙер ерҙе ситтәргә һатыуҙы закон кимәлендә тыуған илде һатыуға тиңләргә кәрәк. Cәсән Шафиҡ Әминев-Тамъяни, ана, бындай аҙымды үҙ әсәңде һатыуға тиңләгән. Туған тел һәм тыуған ер төшөнсәләре бер бөтөн, айырылғыһыҙ ул. Сөнки телеңде һауаға аҫылынып тороп һаҡлап булмай. Тел һаҡланһын өсөн – бергәләшеп йәшәү мөхите, ә ундай мөхитте барлыҡҡа килтереү өсөн тыуған ер кәрәк.

– Заманында республикабыҙҙа башҡорт ырыуҙары хәрәкәте башланғас, уға ҡаршы сығыусылар ҙа булды. Әлеге күренеште “трайбализм” тип атаусылар ҙа табылды. Уларҙың фекеренсә, был күптән инде милләт булып ойошҡан халыҡты кире ырыу хәленә төшөрөү буласаҡ. Логик яҡтан ҡарағанда, уларҙың һүҙендә дөрөҫлөк бар ҙа һымаҡ тойолдо. Әммә ырыуҙар хәрәкәте башланғас, беҙ шундай күренештәрҙең дә шаһиты булдыҡ: бигерәк тә республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында йәшәүсе күптәр нәҡ ырыуҙар хәрәкәте аша милли асылына ҡайта башланы.

– Ырыуҙар хәрәкәтенә ҡарата халыҡ араһында төрлө фекерҙәр йөрөй. Берәүҙәр: “Был хәрәкәт башҡорт халҡын тарҡатыуға алып килмәҫме?” – тип шик белдерә. Мин дә тәүҙә шундайыраҡ ҡарашта йөрөнөм. Ә хәрәкәттең әһәмиәте бөтөнләй көтөлмәгән яҡтан табылды. Бигерәк тә алдағы йылдарҙа Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы буласаҡ тигәндә был йәһәттән әүҙемлек бермә-бер арта. Табын ҡәбиләһенең йыйыны үткәндә Тәтешле районы табындарының вәкилдәре килеп, сығыш яһаны. “Беҙ ҙә табындар. Ни эшләп беҙҙе башҡорт тип танымайһығыҙ? Ниңә беҙҙең диалект үҙенсәлеген аңламайһығыҙ?” –  тиҙәр. Бынан ниндәй һығымта яһарға була: беҙ 70 йыллыҡ совет дәүерендә милләтебеҙҙе үҙебеҙ тарҡатҡанбыҙ. Нисек килеп сыҡҡан: әгәр ҙә Баймаҡ икән –  ул башҡорт, Илеш икән – татар. Әгәр ҙә Илештә йәшәүселәрҙең 86 проценты үҙен башҡорт тип һанай икән, ни рәүешле ул татар районы булырға тейеш әле? Бында үҙебеҙ ғәйепле: милләтебеҙҙе ошо рәүешле таратып, һаныбыҙҙы кәметкәнбеҙ.

Хәҙер ырыуҙар хәрәкәте аша милләтебеҙҙе артабан берләштерергә кәрәк. Нимә ул ырыуҙар хәрәкәте? Ул –  үҙ тарихыңды өйрәнеү, шәжәрәңде төҙөү. Әлбиттә, башҡорт әҙәби теле өйрәнелергә, йәшәргә тейеш, шул уҡ ваҡытта төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының телен беҙ башҡорт теленең диалекты тип ҡабул итергә бурыслыбыҙ. Сөнки уларҙың һөйләше Ҡаҙан татарҙарының теленә һис тә яҡын түгел. Пермь башҡорттары ҡоролтайын үткәргәндә бер ағай: “Мин 60 йыл буйына үҙемде татар тип йөрөнөм. Шәжәрәмде тикшереп ҡараһам, башҡортмон икән”, – ти. Бындай кешеләр меңәрләгән. Улар беҙҙең “һ” урынына “с” өнөн ҡулланып һөйләшә, үҙҙәре “беҙ – башҡорт”, тип йәнен бирерҙәй булалар. Улар Ҡаҙанға барһа, башҡорт тип ҡабул итмәйҙәр, ә үҙебеҙҙә татар тип ситләтеүселәр осрай.

Әгәр ырыуҙар хәрәкәте күп кенә милләттәштәребеҙҙең асылына ҡайтыуына булышлыҡ итә икән, уны хупларға, был йүнәлештәге эште дауам итергә генә кәрәк.

– 2020 йылдың көҙөндә Рәсәйҙә сираттағы халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы үтәсәк. Тимәк, халҡыбыҙ һәм республикабыҙ өсөн үтә лә яуаплы, яҙмышты хәл итер сара көтөлә. Шул айҡанлы нимәләр әйтерһегеҙ?

– Хаҡ һүҙҙәр. Ошо яуаплы вазифаға һайланғас, ауылға атайым менән әсәйемдең фатихаһын алырға ҡайттым. Улар ҡыуаныуҙан бигерәк миңә ҡарата үҙҙәренең борсолоуын белдерҙе. Әсәйем: “Улым, иңеңә оло яуаплылыҡ алғанһың. Һинең төп бурысың республикабыҙҙа милләт-ара татыулыҡты һаҡлау булһын”, – тине.

Ғүмер буйы мәктәптә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытҡан, мәктәп директоры булып эшләгән, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадына мөкиббән атайым әҙиптең “Башҡортостан – минең рухым” тигән мәҡәләһендәге бер риүәйәтте һөйләне. Уны шағирға үҙ атаһы һөйләгән икән.

…Бер заман күҙ асҡыһыҙ яман буранда аҙашып өшөгән, асыҡҡан, талсыҡҡан юлсылар бер өйҙөң тәҙрәһендә балҡыған утты күреп ҡала. Ишек ҡаҡҡандар. Йорт хужалары уларҙы ихлас ҡаршылаған. Аҙашҡан юлсылар бында үҙҙәренә йылы мөйөш, ризыҡ, аттарына ышыҡ урын тапҡан. Далалағы буран бер нисә көнгә һәм төнгә һуҙылған. Тәүге мәлдә юлсылар үҙҙәрен ипле тотҡан. Бер аҙҙан улар ҡунаҡҡа хас булмаған холҡон күрһәтергә, нисек теләһә, шулай ҡыланырға, хужаларҙы кәмһетергә, етешһеҙ яҡтарын әйтергә, ҡаралтыһына һәм аҙығына рөхсәтһеҙ ҡул һуҙырға тотонған. Хужа юлсыларҙың ҡыланышы менән риза булмауын әйтә башлағас, уларҙың бер оятһыҙы: “Тауышланма, беҙ дүртәүбеҙ, һеҙҙән ике тапҡырға күберәкбеҙ, шуға күрә беҙ ни теләһәк, шуны эшләй алабыҙ”, – тигән һәм шулай өҫтәп ҡуйған: – Барыһына ла һеҙҙең далалағы буран ғәйепле…” Буран бер нисә тәүлеккә һуҙылған. Атаһы был риүәйәтте һөйләп бөткәс, улы Мостафаға: “Һине күҙ асҡыһыҙ буранда үҙҙәренә һыйындырған кешеләргә ҡарата бер ваҡытта ла ошо юлсылар кеүек ҡыланма…” – тип әйткән.

Атайым уңыштарым өсөн ихлас ҡыуанып һәм борсолоп, кәңәштәре менән ихлас уртаҡлашып, кәрәк тапһа, тәнҡитләп йәшәгән ябай ауыл ҡарты миңә ул көндө: “Милләт өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алдың, улым, ошо республикаға исем биргән халыҡ булараҡ башҡорттар Башҡортостан, ундағы именлек, татыулыҡ өсөн иң яуаплыһы. Әсәйең дөрөҫ әйтә”, – тине.

–  Башҡорт балы феномены хаҡында ла әйтеп үтегеҙ әле. Ул балыбыҙҙың ниндәй сифаттарына ҡарап билдәләнә? Бында Уралтауҙа үҫкән үләндәрҙең, сәскәләрҙең төрлөлөгө нигеҙ була аламы?

– Кавказ бал ҡорто башҡорттоҡонан ни яғы менән айырыла? Мәскәүҙә быны тикшергән саҡта комиссия рәйесе булған Кавказ кешеһенә мин: “Башҡорт тоҡомло бал ҡорто урлаша белмәй. Сөнки уларҙың хужалары тирмәләрҙә йәшәгән, ә тирмәнең йоҙағы юҡ”, –  тинем.

Был лирик сигенеү булды. Ысынында иһә “Башҡорт балы” феноменының аңлатмалары түбәндәгесә: беренсенән, ысынлап та, Уралтауҙа үләндәрҙең, сәскәләрҙең күплеге, төрлөлөгө балыбыҙҙың үҙенсәлегендә сағылыш таба; икенсенән, микроскоп аша ҡарағанда, беҙҙең ерҙә үҫкән сәскәләрҙең һеркәләрен күрергә мөмкин, шул һеркәләр балға тәм бирә; өсөнсөнән, беҙҙең климат, микроклимат шарттары (уртаса температура, уртаса дымлылыҡ) балдың әҙерлегенә ыңғай йоғонто яһай; дүртенсенән, башҡорт бал ҡортоноң тоҡом үҙенсәлеге. Миҫал өсөн ике төрлө тоҡом һыйырҙарын сағыштырып ҡарарға  мөмкин. Улар бер үк төрлө үлән менән туҡлана, бер үк йылғанан һыу эсә, әммә һөттәре төрлө ҡуйылыҡта. Тап шуның кеүек, башҡорт тоҡомло ҡорттар эшләгән бал башҡаларҙыҡынан күп кенә күрһәткестәре буйынса юғары тора.

– Бер сығышығыҙҙа: “Республикала йылына 175 мең тоннаға тиклем бал йыйып алыу мөмкинлеге бар, ә беҙ ни бары 5 – 6 мең тоннаға өлгәшәбеҙ, тигәйнегеҙ. Ғөмүмән, милли эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҡараш ниндәй булырға тейеш тип иҫәпләйһегеҙ?

– Беҙҙең милләт вәкилдәре өсөн шәхси эшеңде асыу – үҙ милләтеңде күтәреүгә, халҡыңды, республикаңды һаҡлауға тиң ғәмәл. Эшҡыуарлыҡҡа тик ошондай маҡсат, теләк, дәрт менән тотонғанда ғына нимәгәлер өлгәшергә мөмкиндер.

– Фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Әмир Миңләхмәт улы! Тынғыһыҙ, фиҙакәр эшегеҙҙә оло сабырлыҡ юлдаш булһын!

Редакция ҡунағы менән әңгәмәлә Рәлиф Кинйәбаев, Сабир Шәрипов, Дамир Шәрәфетдинов ҡатнашты, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай яҙып алды.

Просмотров (44)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *