Илгә ҡайтты “Төньяҡ амурҙары”

ПамятникБыл көндөң шатлығын иртәнән үк быҫҡып яуған ямғыр ҙа кәметә алманы. Тантанаға килгән һәр кемдең йөҙө ҡояштай балҡый ине. Бының бер ҙур сәбәбе бар – башҡорт халҡының ҡыйыу улдары “Төньяҡ амурҙары”ның 1812 – 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышындағы бөйөк еңеүенә арналған мемориал баҡса һәм һәйкәл асыу тантанаһы.


Ватан һуғышында еңеүҙең 205 йыллығына арналған сарала район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, район Советы рәйесе Зөфәр Хафизов, район хакимиәте башлығы­ның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, Өфө ҡалаһы ҡунаҡтары, урындағы ойошма етәкселәре, мәктәп уҡыусы­лары һәм төбәк халҡы ҡатнашты. Район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда хәрби хәрәкәттәр ветерандары, “Мәргән уҡсы” бәйгеһенә республиканан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә килгән башҡорт милли кейемендә, уҡ-һаҙаҡтар таҡҡан уҡсылар ҙа йыйылғайны.
у памятникаБайрам “Быҙыбыт” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡарыуында “Башҡорт” бейеүе менән башланып китте. Ҡурайсылар ансамбле баш­ҡорт халҡының гимны “Урал”ды уйнағас, район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров оло тантана менән тәбрикләне, мемориалды төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан, ҙур күләмле эште атҡарып сығыуға күп көс һалған активистарға Маҡтау грамоталары тапшырҙы, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Сығыш яһаусылар араһында Рәсәй хәрби-тарихи ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе, Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәев, Республиканың хәрби бәрелештәр ветерандар союзы рәйесе Миҙхәт Йосопов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтай депутаты Вячеслав Аброщенко, Халыҡ ижады үҙәге хеҙмәт­кәре, “Мәргән уҡсы” коммерцияға ҡарамаған ойошма етәксеһе Юлай Ғәлиуллин, “1812 йылғы Ватан һуғы­шында ҡатнашҡандарҙың тоҡом­дары” Бөтә Рәсәй йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса идара рәйесе Зөфәр Әйүпов булды.
– Уртаҡ ватаныбыҙ Рәсәйҙе һаҡлап 1812 йылғы Ватан һуғы­шында республиканан 28 полк ҡатнашҡан. Бөгөн беҙ ошо яуҙа батырлыҡ өлгө­һө күрһәткән, Париж урамдарын айҡап, Елисей яландарында ҡурай моңдарын яңғыратып, дан-шөһрәт менән әйләнеп ҡайтҡан­дар иҫтәле­генә Башҡортостанда беренсе мемориалды асыу өсөн Ғафури еренә йыйылғанбыҙ. Бының менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ, – тине Юлай Ғәлиуллин үҙ сығышында һәм һәйкәлде ҡуйыу идеяһын тәҡдим иткән, тормошҡа ашырған инициатив төркөм ағза­ларына башҡорт халҡы исеменән рәхмәт әйтте.
Ҡотлауҙарҙан һуң тантаналы шарттарҙа һәйкәл асылды, сәскәләр һалынды. Ирҙәр вокаль ансамбле “Любизар” йырын башҡарғанда “Батыр” хәрби-патриотик клубында шөғөлләнгән егеттәр ҡылыс менән һуғыш оҫталыҡтарын күрһәтте.
Гөлдәр Кинйәбаева, Ғафури районы.

«Башҡортостан» гәзитенән.

Просмотров (8)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *