Башҡорт милли мәктәптәре етәкселәре башҡорт телен һаҡлау юлдарын барланы

асык дэрес20 октябрҙә Ишембай ҡалаһында башҡорт милли гимназия-лицейҙары етәкселәре һәм уҡытыусыларының  ғилми-практик семинары үтте. Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты ойошторҙо.

Семинарҙың тәүге практик өлөшөндә ҡатнашыусылар Ишембай ҡалаһының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында, гимназияның башланғыс һәм юғары кластарында төрлө фән буйынса  асыҡ дәрестәр ҡараны. Бөтәһе 21 асыҡ дәрес әҙерләп күрһәтелде, барыһына ла семинарҙа ҡатнашыусылар тарафынан юғары баһа ҡуйылды. Бер мәктәп күләмендә бер көндә шул тиклем асыҡ дәрестәр күрһәтеү һәр бер педагогик коллективтың ҡулынан килә торған эш түгел. Әҙерлекле, фиҙаҡәр, ижади хеҙмәткә һәләтле уҡытыусылар ғына атҡарып сыға ала бындай бурысты. Ғөмүмән, гимназияла  туҡтауһыҙ камиллыҡҡа ынтылған педагогтар эшләй.

“Тел – тере шишмә” тип аталған кластан тыш сара ла был уҡыу йортонда балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереү өсөн тейешле шарттар тыуҙырылғанын күрһәтте.  Шиғырҙары китап булып баҫылып сыҡҡан йәш ижадсылар сығышы килгән ҡунаҡтарҙы битараф ҡалдырманы. Уларҙың шиғырҙарын китап кимәленә еткереп, баҫтырып сығарыуға башҡорт теле уҡытыусыһы, талантлы шағирә Ғәлиә Фәйзуллина ҙур көс һалған. Мәктәптә уҡып йөрөгәндә үк шиғырҙар китабыңды ҡулыңа алыу – йәш ижадсыларҙы ижадҡа дәртләндереүҙең иң отошло юлы.

Шулай уҡ балаларҙың йөрәктәрҙе елкендереп, матур итеп бейеүе, йырлауы, саф башҡорт телендә шаяртыуҙар менән кисәне алып барыуы тураһында йылы хәтирәләр семинарҙа ҡатнашыусыларҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.

Семинарҙың теоретик өлөшөндә, йәғни пленар ултырышта, ҡатнашыусыларҙы Ишембай район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Рәйес ҡыҙы Шәһиева сәләмләне, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты директоры Әлфис Ғаяз улы Фәйзуллин үҙенең эш тәжрибәһе менән  уртаҡлашты. Башҡорт дәүләт университеты профессоры Гүзәл Булат ҡыҙы Вилданованың, ошо уҡ уҡыу йортоноң доценты, билдәле юрист Светлана Рафат ҡыҙы Парфенованың, тәжрибәле педагог, яҙыусы Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның, дәреслектәр авторы Вәкил Исмәғил улы Хажиндың, Өфө ҡала мәғариф идаралығының баш белгесе Розалия Рәсих ҡыҙы Сәфиуллинаның сығыштары ла бик фәһемле һәм файҙалы булды. Гүзәл Вилданова милли мәғарифтың философик аспекттарына туҡталһа, Светлана Парфенова милли мәғарифтың юридик нигеҙҙәрен барланы, Розалия Сәфиуллина милли мәғариф өлкәһендә ҡуйылған бөгөнгө талаптар, Мәрйәм Бураҡаева, Вәкил Хажин туған телдең йәш быуынды тәрбиәләүҙәге роле тураһында һөйләне. Һәр бер сығыш яһаусы туған телдә уҡытҡанда ғына башҡорт телен тейешле кимәлдә һаҡлап, үҫтерергә мөмкин булыуына баҫым яһаны.

“Һуңғы прокурор тикшереүҙәре башҡорт гимназия-лицейҙарының юридик яҡтан тейешле кимәлдә яҡланмаған булыуын күрһәтте. Шул арҡала ҡайһы бер башҡорт гимназияларында рус теле туған тел булараҡ уҡытыла башланы, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға бүленгән сәғәттәр һаны ҡыҫҡарҙы, үҙ вәкәләттәрен онотоп, мәғариф инспекторына әйләнгән ҡайһы бер район, ҡала прокурорҙары башҡорт гимназия-лицейҙары уставтарынан “башҡорт”, “башҡорт телендә белем биреү” тигән һүҙҙәрҙе алып ташлауҙы талап итә башланы. Бындай шарттарҙа милли гимназия-лицейҙарын мәғарифҡа ҡағылышлы закондарға, уларҙы ойоштороусылар (учредитель) тарафынан ҡуйылған төп бурыстарҙың береһе – милли кадрҙар әҙерләү, телде, традицияларҙы һаҡлау талаптарына нигеҙләнеп төҙөлгән юридик документтарға (устав һәм локаль акттарға) таянып ҡына һаҡлап ҡалып була. Башҡа мәктәптәр үҙҙәрен ойоштороусылар һәм ата-әсәләр алдында ғына яуап тота, ә гимназия-лицейҙар башҡорт халҡы алдында яуаплы. Шуның өсөн билдәләнгән бурыстарҙан ситләшергә түгел, уларҙы нисек тә теүәл үтәү сараһын күрергә кәрәк”, – тине пленар өлөштә төп доклад менән сығыш яһаған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова.

Пленар ултырыштан һуң башҡорт теле уҡытыусылары һәм башҡорт гимназия-лицейҙары етәкселәре өсөн айырым “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар, бигерәк тә мәктәп етәкселәре үҙҙәрен борсоған бик күп һорауҙарға яуап ала алды.

Бөгөн бик күп район үҙәктәрендә һәм ҡалаларҙа башҡорт балалар баҡсалары юҡ,  хатта башҡорттар күпләп йәшәгән Салауат ҡалаһында, Әбйәлил районының Асҡар ауылында, Учалы ҡалаһында башҡорт балалар баҡсаларының булмауы бик ҡыҙғаныс. Был бигерәк тә ошо ҡала һәм ауылдарҙа урынлашҡан башҡорт гимназия-лицейҙары өсөн ауырлыҡ тыуҙыра, сөнки беренсе класҡа килгән балалар рус телле баҡсанан килә, уҡытыусыларға уларҙы яңынан телгә өйрәтеп алырға тура килә.   Башҡортостан Хөкүмәте эргәһендә эшләгән “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһындағы” законды тормошҡа ашырыу комиссияһының күптән түгел булып үткән ултырышында бик күп ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә башҡорт телендә тәрбиә биргән балалар баҡсаһының булмауы, балаһына башҡорт телендә тәрбиә бирергә теләгән ата-әсәләрҙең мөрәжәғәттәре яуапһыҙ ҡала килеүе тураһында һүҙ булды.

Юғарыла әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып, башҡорт гимназия-лицейҙары етәкселәренә үҙҙәренең уҡыу йорто ҡарамағында балалар баҡсаһы ойоштороу бурысы ла ҡуйылды.

Ишембай ҡалаһының Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты директоры Әлфис Ғаяз улы Фәйзуллин, директор урынбаҫары Рифат Риф улы Әйүпов, гимназия-интернаттың педагогик коллективы ғилми-практик семинарҙы юғары кимәлдә әҙерләп үткәреүгә ҙур көс һалды.

Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте, мәғариф идаралығы тарафынан ғилми-практик семинарҙың уңышлы үтеүе өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылды.

Семинарҙа ҡатнашыусылар уны ойоштороусыларҙың барыһына ла рәхмәт әйтеп таралды.

 

 

Просмотров (48)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *