Һәр баланың башҡорт телендә белем алыуға хоҡуғы бар!

дети22Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Р. Ғарипов.
Башҡорт теленең, Башҡортостандың киләсәге – балаларыбыҙҙың башҡорт булыуында! Ә һеҙҙең балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө бармы? Сабыйҙар туған телен өйрәнәме? Башҡорт теле Башҡортостанда дәүләт теле статусына эйә. Тимәк, балалар баҡсаһында сабыйҙарыбыҙ үҙ телендә тәрбиә алһын өсөн бер кәртә лә юҡ! Бары ғариза яҙырға, туған телдә белем биреүҙәрен талап итергә генә кәрәк.


Туған телде яҡлау һәм һаҡлауҙы үҙебеҙҙән башлайыҡ: ғариза яҙыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел! Әйҙәгеҙ ғариза яҙайыҡ та башҡорт төркөмдәре булдырайыҡ!
Өфө ҡалаһы һәм районы халҡы ғаризаларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына алып килһен. Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 3, 101-се бүлмә.
*Стәрлетамаҡта ғаризалар Ленин урамы, 49, 410-сы бүлмә адресы буйынса дүшәмбенән йомаға тиклем ҡабул ителә.
*Сибай: Ленин урамы, 12, 308-се бүлмә. Дүшәмбе һәм шишәмбе көндәрендә киске 5-тән 6-ға тиклем.
*Нефтекама: Ленин урамы, 9, 30-сы бүлмә. Эш көндәрендә.
*Салауат ҡалаһы: Нефтселәр проспекты, 29, 13-сө бүлмә. Эш сәғәттәрендә.
*Ағиҙел ҡалаһы: Сәскәләр бульвары, 3, ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт итергә.
Башҡа район һәм ҡалаларҙа ғаризалар менән шулай уҡ урындағы ҡоролтайҙарға мөрәжәғәт итергә.
Һорауҙар булһа, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына шылтыратығыҙ: 8(347)246-32-47.

Просмотров (21)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *