“Башҡортостан” гәзите 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй

юбилей газетыҮткән йомала Өфөләге Конгресс-холда “Башҡортостан” гәзите сыға башлауға 100 йыл тулыуҙы билдәләгән кисәне, һис шикһеҙ, республикабыҙҙың милли мәҙәниәте тарихындағы күренекле ваҡиғаларҙың береһенә индерергә мөмкин. Сараға халыҡтың эркелеп килеүе, һуңлағандарҙың ҙур тамаша залында, балконда урын таба алмай йөрөүе үҙе үк шуны раҫлай.
Был аңлашыла ла: гәзит бер быуат дауамында республика халҡының ҡаҙаныштарын да, ауыр мәлдәрен дә көн һайын сағылдырып барған һәм рухи яҡтан баһалап бөткөһөҙ тарихи ҡомартҡыға әйләнгән.

Шулай булһа ла, кисә маҡтаныу-шапы­рыныуға, уңыштарҙы барлауға түгел, ә 100 йыллыҡ тарихҡа бөгөнгө күҙ­лектән сығып баһа биреүгә, Совет власынан алда уҡ барлыҡҡа килгән был баҫма­ның илдәге төрлө дәһ­шәтле ва­ҡиғалар аша бөгөнгө көнгә лайыҡлы килеп етеүе менән ғорур­ланыу хисенә ҡоролғайны. Иҡтисади яҡтан ҡатмарлы хәҙерге заманда редакция коллективын борсоған мәсьә­ләләр ҙә юҡ түгел, ләкин журналистар үҙҙәрен башҡорт халҡының милли мәнфәғәтен яҡлаған ижади бейек­лектә тота белеүен һәм быға бер ниндәй ҙә проблеманың ҡамасаулай алмауын тиҫтәләрсә йыл буйы иҫбатлап килә бит. Кисәлә гәзиттең бүлек мөдирҙәре Илдар Аҡъюловтың Башҡорт­остан Республи­каһының Почет грамотаһына лайыҡ булыуы, Салауат Әбүзәровҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡа­ҙанған мат­буғат һәм киң мәғлүмәт хеҙ­мәткәре” тигән маҡ­таулы исем бирелеүе ижад ялҡынының һүрел­мәүен раҫлай.
“Любизар” хәрби-патриотик клубының, сәхнәгә сығып, гәзиттең директоры-баш мөхәр­рире Азамат Юлдашбаевҡа “Баш­ҡортостан” гәзите” тип яҙылған байраҡ тоттороуы һәм Азамат Рәмил улының башҡорт халҡының ошо төп баҫмаһын сығарыуҙа артабан да ҙур яуаплылыҡ тойоп һәм милләткә ҡарата ихтирам, хөрмәт һәм ғәҙеллек талаптарынан сығып эш итәсәге тураһында ант итеүе сараның кульминацион нөктәһенә әүерелде.
Матбуғат байрамында “Дарман” балалар бейеү ансамбле, Стәрле­тамаҡ бейеү театры коллективы, билдәле йырсылар Әлим Ҡәйүмов, Римма Амангилдина, Баязит Байназаров, Алһыу Бәхтиева, Гөлсөм Бикбулатова, Салауат Мөхәмәтйәров, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәй­нетдинов һәм башҡа сәнғәт йон­доҙ­ҙары ҡатнашты. Фойела этно-йәр­минкә, китап сауҙаһы, гәзит-жур­налдарға яҙылыу ҙа ойош­торолғайны.
«Башҡортостан» гәзите.

Просмотров (15)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *