Башҡорт телен танытыу өсөн…

рамазанов ринатРинат РАМАЗАНОВ, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмөнөң художество етәксеһе, солисы, Бөтә Рәсәй Башҡорт йәштәре ҡоролтайы рәйесе:
– Ер шарында төрлө халыҡтар йәшәй, бөтәһенең дә үҙ телдәре бар. Хәҙер уларҙың да мәктәптәрендә прокурор тикшереүен үткәртеп сыҡҡанда нимә булыр икән донъяла? Йылдар буйы тейешле системаға һалынған уҡытыу тәртибенең сәғәтен ҡыҫҡартыуы ул телде ҡайсы менән ҡырҡып сыҡҡан шикелле була түгелме? 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итәсәкбеҙ, 2020 йылда Бөтә донъя фольклориадаһы ла беҙҙә үтә… Ул саралар бөтәһе лә туранан-тура телгә килеп ҡағыла түгелме?


Беҙҙеңсә, был килеп сыҡҡан мәсьәләне Рәсәйгә ҡаршы эшләгән көстәр тыуҙыра. Киләһе һайлауҙар алдынан Рәсәй Президентының абруйын төшөрөр өсөн үткәрелгән һөжүм. Беҙ, әлбиттә, был килеп тыуған хәлгә риза түгел. Халҡыбыҙҙың телен һаҡлар өсөн Йәштәр ҡоролтайы менән дә, “Арғымаҡ” төркөмө менән дә бөтә көстө һаласаҡбыҙ. Тел – ул халыҡтың тамыры, тамырҙы ҡыҫҡартам, тип ҡырҡһаң, үҫемлек ҡорой. Был хәлде бөтөнләй булдырырға ярамай. Хоҙай Тәғәлә үҙе беҙҙе һаҡлаһын һәм яҡлаһын!
Күп нәмә атай-әсәйҙән тора, баланың теле өйҙәге телмәрҙе ишетеп асыла.
Башҡорт телен белеүҙең ыңғай яҡтары:
1. Теле башҡортса асылған баланың иммунитеты бөтә нәмәгә көслө була. Туған теле ғүмерлеккә ҡанына һеңә.
2. Башҡорт телен белһәң, күп төрки телдәрҙе аңларға була, ял иткәндә, эш буйынса сит илдәргә сыҡҡанда, был кешегә аралашыу, аңлашыу еңел буласаҡ.
3. Инглиз телен өйрәнгәндә лә еңел була.
4. Донъя кимәлендә ниндәйҙер проекттар булдырғанда конкурентлыҡ ныҡ көслө, эшеңде айырыуса уңышлы итәм тиһәң, эксклюзив кәрәк, ә хәҙер халыҡтарҙың теле, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәте — эксклюзив ул. Милләтеңдең үҙенсәлеге менән башҡарылған эш (ниндәй йүнәлештә булһа ла) бүтәндәргә ҡарағанда айырылып торасаҡ һәм иғтибарҙы йәлеп итәсәк. Үҙемдең тәжрибәнән сығып әйтәм.
Һәм шуныһы: мәктәптәрҙә күберәк уңышлы башҡорт егеттәре-ҡыҙҙары, ағай-апайҙары менән осрашыуҙар үткәрергә. Тарих, эшҡыуарлыҡ, спорт, мәҙәниәт һәм башҡа йүнәлештәрҙә уңышҡа өлгәшкән кешеләр менән аралашыу балаларға бер этәргес булып тора. Әлбиттә, уларҙың үҙ телендә аралашыуы балаларға үрнәк булыр.
Әлфиә менән Гөлфиә Хамматовалар, дизайнерҙар, башҡорт милли рухында кейем һәм атрибутика эшләүселәр:
– Һәр башҡорт, өндәшмәйенсә лә, әйҙәмәйенсә лә, телебеҙҙе һаҡлайыҡ тимәйенсә лә, үҙ теләге менән һаҡларға тейеш туған телен! Ниңә улай килеп сыҡты һуң? Беләһегеҙме, бында һеҙҙең дә ғәйеп бар… Күпме дуҫтарым, яҡын ғына туғандарым, хатта саф башҡорт ауылында бер класта уҡыған класташтарым балаларына ИҢ ТӘҮГЕ, ИҢ ҠӘҘЕРЛЕ һүҙҙәрҙе – “атай, әсәй”ҙе мама-папа тип өйрәтеүҙән башланы! “Башҡортса һөйләһәм, боролоп та ҡарамай, аңламай… Шатырлатып русса һөйләшә балам”, – тип маҡтанып һөйләп ултырғандары ла булды…
Бына шундайҙар арҡаһында беҙ хәҙер ошо хәлдә, “зинһар, аҙнаһына бер-ике сәғәт кенә башҡорт телен уҡытырға рөхсәт итегеҙ инде” тип үтенергә мәжбүрбеҙ…
Беҙгә туған телебеҙҙе белергә, яратырға, танытырға кәрәк. Хәҙер Интернет заманы. Билдәле шәхестәр, йондоҙҙар Интернет селтәрҙәрендәге биттәрендә: Вконтакте, Инстаграм, Фейсбук һ.б. күберәк яҙмаларын, аңлатмаларын башҡортса ҡуйһа ине. Йәштәр барыбер улар менән ҡыҙыҡһына, үрнәк ала, уларға оҡшарға тырыша. Әлеге мәлдә күбеһе рус телендә алып бара бит үҙҙәренең сәхифәләрен. Ҡасандыр Рөстәм Ғиззәтуллиндың йырҙарына гөрләтеп дискотекалар үтә ине, хәҙер инде Радик Юлъяҡшин бик популяр. Оло быуын кешеләре тәнҡитләһә лә, уларҙың да телебеҙҙе үҫтереүгә индергән өлөшө ҙур. Сит ил йырҙарына дискотекалар үткәргәнсе, үҙебеҙҙең заманса башҡорт йырҙарына бейеүҙәре һәйбәт бит. Һуңғы йылдарҙа йәштәр өсөн һабантуй, этно-форум кеүек саралар, КВН, дискотекалар үткәрелә, шундай матур концерттар, спектаклдәр, Аллаға шөкөр, күп. Был да булышлыҡ итә, тип уйлайбыҙ. Һәм, иң мөһиме, һәр кемебеҙ өйҙә генә түгел, бар ерҙә лә үҙ-ара оялмайынса башҡортса һөйләшәйек.
Телебеҙ, еребеҙ өсөн ата-бабаларыбыҙ күпме ҡан-ҡойош, көс, күпме ауырлыҡтар аша үткәнен онотмай, шуның ҡәҙерен белеп, һаҡлап йәшәйек.

«Ҡоролтай тауышы»нан

Просмотров (26)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *