Коми халҡы башҡорт мәҙәниәте менән таныша

сыктывкарКоми Республикаһында быйыл май айында ғына ойошторолған Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы “Регион добрососедства” республика конкурсында ҡатнашып, Сыктывкарҙа Башҡорт мәҙәниәте көндәре үткәреүгә 70 мең һумлыҡ грант отто.
Сара быйыл 15–17 ноябрҙә үтергә тейеш. Сыктывкар башҡорттары Коми халҡын төп уйын ҡоралыбыҙ ҡурай менән таныштырырға, Башҡортостан рәссамда­ры­ның картиналарынан күргәҙмә ойошто­рорға йыйына. Ойошма етәксеһе Рәүҙәт Ниғмәтуллин әйтеүенсә, Башҡортостандан ижади делегация килеүе көтөлә.

 

Просмотров (0)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *