Башҡорт балалар баҡсалары кәрәк

балалар баҡсаһыӘгәр һеҙҙең алмағыҙ бар икән, миндә лә алма бар икән, беҙ алмаларҙы алмаш­һаҡ, һеҙҙә лә, миндә лә бе­рәр алма ҡаласаҡ. Әгәр һеҙ­ҙә лә уй-фекер бар икән һәм миндә лә уй-фекер бул­һа, беҙ уй-фекерҙә­ре­беҙҙе ал­машһаҡ, һәр бере­беҙҙә икешәр уй-фекер ҡаласаҡ.
Б. ШОУ.

Ишембай ҡалаһында үткән башҡорт милли гимназия-лицейҙары етәкселәре һәм уҡытыусыларының ғилми-ғәмәли семинары Бернард Шоуҙың үрҙә килтерелгән фекерен тағы бер тапҡыр дәлилләне. “Күптән былай итеп йыйылып, фекер алышҡан, тәжрибә уртаҡлашҡан юҡ ине”, — тип билдәләне сарала ҡатнашыусылар.

Семинарҙы ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайы Башҡарма комитеты һәм Ишембай ҡалаһындағы Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге 2-се баш­ҡорт гимназия-интернаты. Уның тәүге өлө­шөндә ҡатна­шыусылар 2-се башҡорт гимназия-интернатының “Аҡбуҙат” балалар баҡ­саһында, башланғыс кластарҙа һәм юғары кластарҙа төрлө предметтар буйын­са асыҡ дәрестәр ҡараны. Бөтәһе 21 асыҡ сара әҙерләп күрһәтелде, бары­һына ла юғары баһа ҡуйылды. Бер мәк­тәптә бер көндә шул тиклем асыҡ дәрес күрһәтеү һәр бер педагогик коллективтың ҡулынан килә торған эш түгел. Әҙерлекле, фиҙакәр, ижади хеҙмәткә һәләт­леләр генә атҡарып сыға ала бындай бурысты. Ғөмүмән, гимназияла туҡтауһыҙ камиллыҡҡа ынтылған педагогтар эшләй.
“Тел – тере шишмә” тип атал­ған кластан тыш сара ла был уҡыу йортонда бала­лар­ҙы төрлө яҡлап үҫтереү өсөн тейешле шарттар тыуҙырылғанын күрһәт­те. Шиғыр­ҙары китап булып ба­ҫы­лып сыҡҡан йәш ижадсылар сығышы килгән ҡунаҡтарҙың бе­реһен дә битараф ҡалдыр­маны. Улар­ҙың әҫәрҙәрен китап кимә­ленә еткереп, әҙерләп баҫ­ты­рыуға башҡорт теле уҡытыу­сы­һы, талантлы шағирә Ғәлиә Фәй­зуллина ҙур көс һалған. Мәк­тәптә уҡып йөрөгәндә үк шиғыр­ҙар кита­быңды ҡулыңа алыу – йәштәрҙе ижадҡа дәртләнде­реүҙең иң отош­ло юлы.
Семинарҙың пленар ултырышында унда ҡатнашыусыларҙы Ишембай районы хакимиәте баш­лығы урынбаҫары Гүзәл Шаһиева тәбрикләне, үҙенең эш тәжрибәһе менән Әхмәт-Зәки Вәлиди исе­мендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты директоры Әлфис Фәйзуллин уртаҡлашты. Баш­ҡорт дәүләт университеты профессоры Гүзәл Вилданованың, ошо уҡ уҡыу йор­то­ноң доценты, билдәле юрист Светлана Парфенованың, тәжрибәле педагог, яҙыу­сы Мәр­йәм Бураҡаеваның, дәрес­лектәр авторы Вәкил Хажиндың, Өфө ҡала мә­ғариф идаралығының баш белгесе Розалия Сафиулли­наның сығышы ла бик фә­һемле, файҙалы булды. Г. Вилданова мил­ли мәғарифтың фәлсәфәүи аспекттарына туҡталһа, С. Парфенова юридик нигеҙҙәрен барланы, Р. Сафиуллина – ҡуйылған бөгөнгө талаптар, М. Бураҡаева, В. Хажин туған телдең йәш быуынды тәр­биәләүҙәге әһәмиәте тураһында һөйләне. Һәр бер сығыш яһаусы туған телдә уҡыт­ҡанда ғына башҡорт телен тейешле кимәлдә һаҡлап, үҫтерергә мөмкин булыуына баҫым яһаны.
— Һуңғы прокурор тикшереү­ҙәре баш­ҡорт гимназия-лицей­ҙары эшмәкәрлегенең юридик яҡтан тейешле кимәлдә яҡлан­маған булыуын күрһәтте. Шул арҡала ҡай­һы бер башҡорт гимназияларында рус теле туған тел булараҡ уҡытыла башланы, баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәтенә бү­ленгән сәғәттәр һаны ҡыҫҡар­ҙы, үҙ вәкәләттәрен онотоп, мәғариф инспекторына әйләнгән ҡайһы бер район, ҡала прокурорҙары баш­ҡорт гимназия-лицейҙары уставтарынан “башҡорт”, “баш­ҡорт телендә белем биреү” тигән һүҙҙәрҙе алып ташлауҙы талап итте. Бындай шарттарҙа милли гимназия-лицейҙары мәғарифҡа ҡағылышлы закондарға, уларҙы ойоштороусылар тарафынан ҡу­йылған төп бурыстарҙың бе­реһе – милли кадрҙар әҙерләү, телде, традицияларҙы һаҡлау талаптарына ни­геҙләнеп төҙөлгән юридик документтарға (устав һәм локаль акттарға) таянып ҡына һаҡлана ала. Башҡа мәктәптәр үҙҙәрен ойоштороусылар һәм ата-әсәләр алдында ғына яуап тота, ә гимназия-лицейҙар баш­ҡорт халҡы алдында яуаплы. Шуның өсөн билдәләнгән бурыс­тарҙан ситлә­шергә түгел, уларҙы нисек тә те­үәл үтәү сараһын күрергә кәрәк, — тине пленар өлөштә төп доклад менән сығыш яһап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты­ның баш белгесе Рәйсә Күзбә­кова.
Пленар ултырыштан һуң баш­ҡорт теле уҡытыусылары һәм башҡорт гимназия-лицейҙары етәкселәре өсөн айырым “тү­ңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо. Улар эшендә ҡатнашыусылар, бигерәк тә мәктәп етәкселәре үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды.
Бөгөн бик күп район үҙәктә­рен­дә һәм ҡалаларҙа башҡорт балалар баҡсалары юҡ, хатта милләтебеҙ күпләп йәшәгән Салауат ҡалаһында, Әбйәлил райо­нының Ас­ҡар ауылында, Учалы ҡалаһында ла. Был бигерәк тә ошо ҡала һәм ауылдарҙа урын­лашҡан башҡорт гимназия-ли­цейҙары өсөн ауырлыҡ тыуҙыра, сөнки беренсе класҡа балалар рус телле баҡсанан килә, уҡы­тыу­сыларға уларға яңынан туған телде өйрәтеп алырға тура килә. Башҡортостан Хөкүмәте ҡара­мағындағы “Башҡортостан Рес­публикаһы халыҡтары телдәре тура­һындағы” Законды ғәмәлгә ашырыу ко­мис­сияһының күптән түгел булып үткән ул­тырышында бик күп ҡалаларҙа, район үҙәк­тә­рендә башҡорт телендә тәрбиә бир­гән балалар баҡсаһының булмауы, ба­ла­һына башҡортса тәр­биә бирергә теләгән ата-әсә­ләрҙең мөрәжәғәттәре яуапһыҙ ҡалыуы тураһында һүҙ булды.
Юғарыла әйтелгәндәрҙе иҫәп­кә алып, башҡорт гимназия-ли­цейҙары етәксе­ләренә үҙҙәренең уҡыу йорто ҡарамағында балалар баҡсаһы ойоштороу бурысы ҡуйылды.

«Ҡоролтай тауышы» гәзитенән.

Просмотров (30)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *