Инглиздәр уэльс телен хәстәрләй. Беҙҙә нисек?

башвикиМари Иле Республикаһының баш ҡалаһы Йошкар-Олала “Викимедиа Ру” коммерцияға ҡарамаған партнерлығы сираттағы вики-семинар үткәрҙе. Сараның маҡсаты — Рәсәй телдәрендәге википедияларҙы үҫтереү, уларҙың үҫешенә булышлыҡ итеү. Семинарҙа удмурт, мари, татар, лезгин, рус, башҡорт википедиялары вәкилдәре ҡатнашты.


Форумда, википедиясыларҙан тыш Мари Иле Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының милләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр бүлеге начальнигы Игорь Садовин, Мари дәүләт университеты уҡытыусыһы Марина Ласточкина, тәрже­мә­селәр, мари теле уҡытыусылары ҡат­нашты. Беренсе көндә ҡунаҡтар рес­пуб­ликаның Т. Эвсеев исемендәге милли музейы менән танышты, кис “Мари Иле” дәү­ләт бейеү ансамбле концертына барҙы.
Мари теле бер-береһенән ныҡ айырыл­ған ике төп диалектҡа бүленә: тау мари­ҙары һәм ялан мариҙары. Был бүленеш халыҡ Волганың ике ярында айырым йәшәүе менән бәйле. XV быуатта Яуыз Иван Ҡазанды алған ваҡытта ялан ма­ри­ҙары — рус ғәскәре составында, тау ма­риҙары татарҙар яғында көрәшкән. Сәйәси һәм көнкүрештәге айырмалар ошо осорҙан килә. Өсөнсө диалект тип Баш­ҡортостан мариҙарын атайҙар.
Икенсе көн тау мариҙары баш ҡалаһы булып иҫәпләнгән Козьмодемьянск ҡала­һына юл алдыҡ. Бында мари мәҙәни-тарихи музей комплексы урынлашҡан.
Волга буйындағы был ҡалала асыҡ һауалағы мари этнографияһы музейы ла бар. Волга буйында тип әйтеүем юҡҡа ғына түгел, музей комплексы туристар өсөн бик уңайлы урында урынлашҡан. Навигация осоронда пассажирҙар ташыған һәм экскурсия теплоходтары ҡала прис­танендә туҡтай, ҡунаҡтар музей менән та­ныша. Мари ауылы этнография комплексы биш гектар ерҙе биләй, барлығы 60 бина һәм объектты берләштерә. Мари йорто ихатаһындағы төҙөлөш объекттары һәм өй эсендәге интерьер, ҡапҡа, ҡойо, архитектура элементтары өлгөләре йыйылған. XVII — XVIII быуаттағы өй эсендәге мөрйәһеҙ мейестәр, ағастан һа­уыт-һаба, кейем-һалым, ихаталы аласыҡ, мөгәрәп төҙөлөшө ентекләп күрһәтелгән. Ел тирмәне, тимерлек макеттары бар. Быйма баҫыу, киндер һуғыу, сабата үреү кеүек һөнәрселек тармағы айырым экспозиция булып тора. Ҡабыҡ башлы ҡара мунса — музейға килгәндәрҙе иң ҡыҙыҡ­тырған объект. Һәр экспонат төрлө ырымдар, ышаныуҙар, тыйыуҙар, хатта сихыр менән бәйле. Башҡортостанда ла башҡорт ауылы этнография комплексы булдырыу тураһында һүҙ бара. Бында мариҙарҙан өйрәнерлек урын бар. Беҙҙең музей комплексында байрам тирмәләре генә түгел, башҡорт өйө, аласыҡ, бурама кеүек торлаҡ та булырға тейеш.
Өсөнсө көндә семинарға йыйылдыҡ. Әйтеп үткәнемсә, һүҙ күберәк Рәсәй тел­дә­рендә Интернет эстәлеген байытыу, шул телдәрҙә википедияны үҫтереү тураһында булды. Мин сығышымда яңы ғына аяҡ баҫҡан вики-проект — Викидатаны ҡулланыу тәжрибәһе тураһында һөйләнем. Мари тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре Андрей Чемышев “Яндекс. Тәржемәсе” проектын тормошҡа ашырыу тураһында бәйән итте. Ҡазандан Тимерхан Шәйхетдинов һәләтле татар балалары өсөн эшләп “Һәләт” мәктәбе эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Ижев­скиҙан китапханасы Светлана Батаногова вики-движокта эшләнгән Удмурт мәҙәниәте сайты менән таныштырҙы. Башҡа сығыш­тар ҙа бик ҡыҙыҡлы булды.
Семинарҙан тыш та делегаттар ара­һында туған телдәрҙе һаҡлау буйынса ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙәр үтте. Англияла Дарем университетында эшләгән, тыумышы менән Һамар өлкәһенән булған Гүзәл Йосопова Бөйөк Британияның Уэльс административ-территориаль өлөшөндә уэльс телен һаҡлау саралары тураһында һөй­ләне. Инглиз теле баҫымы аҫтында был тел юҡҡа сығып бара, яҡлауға мохтаж. Бө­йөк Британия хөкүмәте уны һаҡлап ҡалыу өсөн бик күпте эшләй. Мәҫәлән, бизнесты уэльс телендә алып барғандарға, һалым декларацияһын ошо телендә тап­шырғандарға һалым ташламаһы бире­лә икән. Һалым декларацияһын уэльс телен­дә тапшырыу хәҙер шул тиклем популяр­лашҡан, инглиздәр үҙҙәре лә был мөмкин­лектән файҙалана. Рәсәй Хөкүмәте лә ту­ған телдәрҙе хәстәрләй икән, һалым дек­ларацияһын дәүләт телдәрендә тап­шы­рырға мөмкин тигән ҡарар ҡабул итә ала, ти Гүзәл. Һалым декларацияһы — ул рәс­ми әҙер бланк, бер һүҙен дә үҙеңә тәржемә итергә түгел. Унда тейешле графаға дата, алынған килем кеүек һандарҙы ғына яҙырға кәрәк. Һүҙҙәрен машина теге йәки был телгә еңел генә ауҙара ала. Һалым инспекторы ла декларацияла ҡайһы урында ниндәй мәғлүмәт яҙылғанын яттан белеп тора. Быны башҡарыу өсөн бер ниндәй ҙә техник ҡыйынлыҡ юҡ, әйтәйек, һалым декларацияһын башҡорт телендә тапшырыу мөмкинлеге телдең дәрәжәһен күтәрер ине.
Андрей Чемышев минең менән һөй­ләшкәндә, Башҡортостанда йөҙ меңгә яҡын мари йәшәй, бай мари фолькло­ры­ның шаҡтай өлөшө, йомаҡтары, әкиәттәре, йырҙары һеҙҙә яҙып алынған, тине. “Мин сығышымда һәр ваҡыт Башҡортостан мариҙарынан өлгө алығыҙ, уларҙа милли рух көслө, улар заманында үҙ азатлыҡтары өсөн Салауат яуында ҡатнашҡан тип әйтәм”, — тип өҫтәне. Эйе, республикабыҙ мари әҙәбиәте, сәнғәте өсөн бик күп шә­хестәр бирҙе. Бер нисә тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, саңғысы Кирилл Михайлов та милләте буйынса — мари.
Ҡазан егете Фәрхәд Фәтҡуллин татар телен уҡытыу классик әҙәбиәт һәм үткәнгә генә ҡайтып ҡала, был системала архаизм, консерватизм йәшәп килә тип иҫәпләй. Уҡыусы балаларға әлеге ваҡытта модала булған Angry Birds (Уҫал ҡоштар) һәм баш­ҡалар тураһында татар телендә текстар бөтөнләй юҡ һәм булырға тейеш түгел кеүегерәк ҡараш йәшәп килә. Был буш­лыҡ­ты бер ни тиклем Википедия тултыра. Фәрхәдтең һүҙҙәрендә беҙҙең өсөн дә уйланырға урын, хаҡлыҡ бар.
Был семинар ҙа туған телдәрҙе һаҡлау сараһы булараҡ тарихҡа инеп ҡалды. Мари теле уҡытыусыларының сараға килеүе айырым иғтибарға һәм хөрмәткә лайыҡ. Улар мари телен һаҡлауҙы, уҡы­тыу­ҙы үҙ бурысы тип иҫәпләй, халҡы яҙ­мышына битараф түгеллектәрен күрһәтте.

Зөфәр СӘЛИХОВ,
Башҡорт Википедияһы хакимы.

«Ҡоролтай тауышы» гәзитенән.

Просмотров (5)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *