Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары Өфөлә йыйылды

Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең IV съезы үтте. Ул ойошманың беренсе рәйесе, ғалимә Нәжибә Мәҡсүтованың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналды. Башҡортостан райондары һәм ҡалаларынан, шулай уҡ Рәсәйҙең Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләренән, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан һайланып килгән 400-гә яҡын делегат ҡатнашты. Просмотров (109)
Продолжить чтение…