Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары Өфөлә йыйылды

IMG_1019Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең IV съезы үтте. Ул ойошманың беренсе рәйесе, ғалимә Нәжибә Мәҡсүтованың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналды. Башҡортостан райондары һәм ҡалаларынан, шулай уҡ Рәсәйҙең Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләренән, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан һайланып килгән 400-гә яҡын делегат ҡатнашты.

IMG_1105

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең әүҙем ағзаларына Ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталарын һәм иң юғары наградаһы –“Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалын тапшырҙы.

Милләтте туплауҙа, башҡорт телен, мәҙәниәтен рухиәтен һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә курһәткән әүҙем һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәре өсөн юғары наградаға Өфө кеше экологияһы һәм хеҙмәт медицинаһы институтының баш ғилми хеҙмәткәре, фән докторы, профессор Мәхмүзә КәлиIMG_1009мулла ҡыҙы Ғәйнуллина, «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәгендә өләсәйҙәр клубын етәкләгән әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Альбина Хажим ҡыҙы Исхакова, Өфө ҡалаһының 166-сы балалар баҡсаһы мөдире Гөлсара Шамил ҡыҙы Килдеғолова, «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы идаралығы ағзаһы Фәүзиә Шәғәле ҡыҙы Латыпова лайыҡ булды.

«Свердловск өлкә башҡорттары үҙәге» рәйесе Фәһимә Фәхритдин ҡыҙы Йосопова Башҡортостандан ситтә милләттәштәрҙе туплап, башҡорт мәҙәниәтен һәм тарихын һаҡлап үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, халҡы өсөн хеҙмәт иткәне өсөн Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһы менән билдәләнде.

Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын тергеҙеү һәм үҫтереүгә, йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүгә тос өлөш индергәне, халыҡ араһында алып барған тәрбиәүи һәм хеҙмәт һабаҡтары өсөн  шулай уҡ Почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаттары менән БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы профессоры Вилә Баймырҙина, Өфө ҡалаһының 123-сө лицейы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миңһылыу Абдуллина, Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры Лена Сөләймәнова, «Аҡбуҙат» журналы мөхәррире Тамара Юлдашева һәм Сибай ҡалаһының «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Мәүлиҙә Харисова бүләкләнде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Алһыу Сирғәлинаға иһә «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән оҙаҡ йылдар һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеге өсөн БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың Рәхмәт хаты тапшырылды.

Съезд барышында башҡорт телен өйрәнеү һәм һаҡлау, экология, балаларҙы тәрбиәләү, һаулыҡ һаҡлау кеүек мөһим темалар ҡаралды.

Фойела китаптар, ҡул эштәре, милли ризыҡтар күргәҙмәһе ойошторолғайны.

Сара сиктәрендә шулай уҡ йәмғиәт советы ултырышы ла үтте. Унда асыҡ тауыш биреү юлы менән яңы етәксе һайланды. Күпселек тауыш менән был вазифаға  “Ирәмәл” комплексының генераль директоры урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡолһарина үтте.

Саранан фотоларҙы ошонда ҡарарға.

Просмотров (36)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *