Башҡортостанда Әхмәтзәки Вәлиди аҙналығы башланды

Заки ВалидиБашҡортостанда Әхмәтзәки Вәлиди аҙналығы башланды. Тарихсылар Азат Ярмуллин, Искәндәр Сәйетбатталов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы белгестәренән торған төркөм бөгөн Нефтекамаға юлланды. Нефтекама ҡала филармонияһында Башҡорт автономияһының 100 йыллығына, шул иҫәптән Рәсәй федерализмына нигеҙ һалған арҙаҡлы башҡорт шәхесе Зәки Вәлидиҙең тыуыуына 127 йыл тулыуға арналған ғилми-ғәмәли семинар, ҡаланың 12-се һәм 13-сө мәктәптәрендә, Башҡорт гимназияһында ошо темаға арналған асыҡ дәрестәр үтә.

Сарала Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле, Саҡмағош, Яңауыл райондарынан, Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалаһынан тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, Төньяҡ төбәк-ара ҡоролтайы ағзалары ҡатнаша.

Зәки Вәлиди аҙналығы сиктәрендә бынан тыш Урал аръяғы райондары араһында волейбол турниры, Дәүләкәндә ауыл командалары араһында мини-футбол ярышы һәм түңәрәк өҫтәл, Бүздәктә “Бабич” фильмын ҡарау һәм милли элементтар менән “Күңелле старт” үткәреү ҡаралған.

Зәки Вәлидиҙе Рәсәй төбәктәрендә һәм Ҡаҙағстанда ла хөрмәтләп иҫкә аласаҡтар. Санкт-Петербургта “Башҡортостан Республикаһына – 100 йыл” тип аталған интеллектуаль уйын, “Башҡорт милли кейеме” костюм парадын ойоштороу һәм “Бабич” фильмын ҡарау планға индерелгән. Ханты-Манси автономиялы округында яҡташтарыбыҙ Төмәндә ошо уңайҙан концерт, Сорғотта спорт турниры ойоштора. Астанала “Беҙҙең лидер – Зәки Вәлиди” тип аталған түңәрәк өҫтәл әҙерләйҙәр.

Тематик аҙналыҡ 14 декабрҙә Ишембай ҡалаһында Зәки Вәлиди уҡыуҙары менән тамамлана. Милли азатлыҡ хәрәкәте лидеры исемен йөрөткән 2-се Башҡорт гимназияһына Зәки Вәлидигә аналған ижади эштәре буйынса һайлап алынған илһөйәр уҡыусылар йыйыласаҡ.

Просмотров (13)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *