Милләт асылы нимәлә?

IMG_1520Туған телде өйрәнеү хоҡуғын биргән ҡанундарҙы беләбеҙме? Ғәмәлдә бер закон да туған телебеҙҙе өйрәнеүгә ҡамасауламай. “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Закондың, “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында”ғы Закондың 14-се, 6-сы статьяларына ярашлы, туған телебеҙҙә IХ класты бөткәнсе уҡый, I кластан ХI класҡа тиклем уны предмет булараҡ өйрәнә алабыҙ. IХ кластан һуң бирелгән төп дәүләт имтихандарын да туған телебеҙҙә тапшырырға хоҡуғыбыҙ бар. Быны Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының 2012 йылдың 25 декабрендә ҡул ҡуйылған 1394-се бойороғо нигеҙендә эшләргә була. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы (68-се статья), “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Закон нигеҙендә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ өйрәнелә ала.


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡтың күп өлөшө үҙ хоҡуҡтарынан файҙаланырға ашыҡмай. Ата-әсәләрҙе күберәк рус телендә белем алыу, рус телен тәрәнерәк үҙләштереү ҡыҙыҡһындыра. Тәү ҡарашҡа бында аптырарлыҡ бер ни ҙә юҡ, сөнки Берҙәм дәүләт имтихандарының тик рус телендә бирелеүе, юғары уҡыу йорттарында уҡытыуҙың ошо телдә генә ойошторолоуы ата-әсәләр араһында “бала рус телен белмәһә, ҙур уңышҡа өлгәшә алмай, ул БДИ биргәндә лә, вузда уҡыған­да ла ҡыйынлыҡтар кисерәсәк” тигән фекер тамыр йәйгән. Балалары өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер торған өлкәндәр баланың киләсәге БДИ һәм вуз менән генә бөтмә­гәне, уның шәхес булараҡ формалашыуында туған телдең баһалап бөткөһөҙ әһәмиәте тураһында ишетергә лә теләмәй.
Туған телде һайлау буйынса ғаризалар йыйыла башлағас, байтаҡ башҡорт ғаилә­һе башҡорт теле урынына руссаны һай­ла­ны. Улар бигерәк тә ҡала ерендә күп бу­лып сыҡты. Быға ҡайһы бер милләт­тәштәребеҙҙең төплө фекерләй белмә­үе, аңлатыу эштәренең аҡһауы ла күпмелер дәрәжәлә сәбәпсе булды.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәк­тәптәрҙә башҡорт телен һәм шулай уҡ башҡа туған телдәрҙе уҡытыуға бүлен­гән аҙналыҡ сәғәттәр ҡырҡа кәмене. Был — туған телдәрҙе уҡытыу өлкәһендә иң ҙур юғалтыуҙарҙың береһе. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға аҙнаһына ни бары бер сәғәт бүленә: 0,5 сәғәт – башҡорт теленә, 0,5 сәғәт – башҡорт әҙәбиәтенә. Аҙнаһына бер сәғәт уҡытылған дәрестә баланы туған телгә өйрәтеп буламы?! Сағыш­тырыу өсөн: рус теле һәм әҙәбиә­тенә аҙнаһына ете сәғәттән туғыҙ сәғәткә тиклем ваҡыт ҡаралған.
Уҡытыусылар элек-электән халыҡ араһында һәр ваҡыт аңлатыу-ағартыу эше алып барған, улар әүҙем йәмәғәтселәр ҙә. Ә “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Закондың 14-се статьяһына ярашлы, балалар төп дөйөм белемде туған телдә алырға хоҡуҡлы.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға килгәндә, Башҡортостан Респуб­ликаһы Башлығы Хакимиәте лә, Мәғариф министрлығы ла был өлкәлә дөрөҫ сәйәсәт алып бара. Нисек кенә булмаһын, бөгөн II–IХ класс балалары бик әҙ күләмдә булһа ла (аҙнаһына бер сәғәт) башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә.
Күптән түгел Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығынан хат төшөрөлдө. Уға ярашлы, милли республи­каларҙың дәүләт телдәре уҡыу пландары­ның вариатив өлөшөндә өйрәнеләсәк. Вариатив өлөшкә ниндәй предметтарҙы индереүҙе мәктәп үҙе хәл итә. Әлбиттә, ата-әсәләр комитеты менән берлектә. Был башҡорт дәүләт телен уҡыу өсөн һәр ата-әсәнән ғариза йыйып ултырыуҙың кәрәге булмаясаҡ тигәнде аңлата.
Башҡа туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн дә йыл һайын ғаризалар йыйылырға тейеш түгел. Ата-әсәләр араһында балаһының ыңғайына йөрөгән, уның теләктәрен үтәргә әҙер торғандар күп. Бала бер йыл туған теле итеп — башҡорт, икенсе йыл, ҡыҙыҡ күреп — рус, өсөнсө йыл татар телен һай­лауы мөмкин. Туған телде былай итеп уҡыу – бушҡа ваҡыт үткәреү. Туған телдәр­ҙе уҡытыуҙа күсәгилешлек һәм система булһын өсөн, уны һайлау буйынса ғариза бер тапҡыр, бала I класҡа уҡырға килгәндә, яҙылырға тейеш.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ла быйылғы телгә бәйле ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаны. Август айында, закон һаҡсылары мәктәп­тәр­ҙе тикшерә башламаҫ элек үк, Башҡорт­остан Республикаһы Башлығы ҡатнашлы­ғында кәңәшмәләр үткәрелде, уларҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов та ҡатнашты.
Ҡоролтай тарафынан август аҙағында “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге менән берлектә башҡорт телен яҡлап ҙур йыйылыш үткәрелде, унда ҡабул ителгән резолю­цияларҙың байтағы үтәлде. Төрлө инстанцияларға хаттар яҙылды, ҡултамға­лар йыйылды, хаттар ебәрелгән Рәсәйҙең дәүләт органдарынан яуаптар алынды. Әлбиттә, уларҙың күбеһендә өмөтләнерлек һүҙҙәр юҡ, шул уҡ ваҡытта улар яуапты закондарға таянып бирә. Шуға күрә беҙгә лә закондарҙы белергә, өйрәнергә кәрәк. Ошо урында халҡыбыҙҙың аңлы, туған телде һаҡлауҙың, уны йәш быуынға өйрәтеүҙең кәрәклегенә инанған өлөшөнөң бик әүҙем, берҙәм булыуын билдәләп үтергә кәрәк.
Башҡортостан Башлығының “Башҡорт­остан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡ­тары телдәрен үҫтереү тураһында”ғы Указын да (2017 йыл, 14 сентябрь) дәүләттең дә, халыҡтың да бергәләп башҡарған хеҙмәт емеше тип баһаларға кәрәк. Указға ярашлы, “Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәре һәм Башҡортостан Респуб­ликаһы халыҡтары телдәрен үҫтереү” дәүләт программаһы әҙерләнә. Был прог­рамманы ғәмәлгә ашырыуға Ҡоролтай сайты аша киң йәмәғәтселек йәлеп ителде, тәҡдимдәр йыйылыуы тураһында иғлан бирелде. Тәҡдимдәрҙе тикшереп, программаны еренә еткереү өсөн уларҙы Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһына тапшырҙыҡ.
Октябрь-ноябрь айҙарында Башҡорт­остан Башлығы Хакимиәте ҡарамағында эшләп килгән Йәмәғәт палатаһы тел сәйә­сәте өлкәһендә федераль һәм республика закондарының нисек ғәмәлгә ашырылыуына бәйле мониторинг үткәрҙе. Был эшкә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты хеҙмәткәр­ҙәре лә йәлеп ителде. Комиссиялар Ауырғазы, Дүртөйлө, Стәрлебаш, Туймазы, Белорет, Благовар, Өфө, Ҡырмыҫҡалы райондарында, Октябрьский, Салауат, Өфө ҡалаларында эшләне. Комиссия ағзалары билдәләүенсә, был төбәктәрҙә милли мәғарифты үҫтереүгә бәйле байтаҡ эшләнә: туған телдәр буйынса олимпиадалар, конкурстар үткәрелә, туған тел уҡытыусылары араһында “Йыл уҡытыусы­һы” конкурстары ойошторола. Башҡорт те­лендә тәрбиә биргән балалар баҡса­лары, төркөмдәр эшләй, тыуған яҡ, республика, халыҡ ижады буйынса белем бирелә. Был йәһәттән республика кимәлен­дә тәжрибә уртаҡлашырлыҡ мәғлүмәт туплаған мәктәпкәсә йәштәге белем биреү ойошмалары ла бар. Мәҫәлән, Туймазы ҡалаһының 24-се балалар баҡсаһы. Уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең квали­фи­кацияһын камиллаштырыу йүнәле­шендә лә эш бара. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән балалар һанының күплеге лә ҡыуандыра.
Шул уҡ ваҡытта комиссия ағзалары юғарыла аталған район һәм ҡалаларҙың һәр береһендә туған телдәрҙе, башҡорт дәүләт телен уҡытыуға иғтибарҙың бермә-бер кәмеүен асыҡланы. Өфө һәм Благовар райондарында бындай балаларҙың һаны 40-50 проценттан артмай. Республика буйынса күрһәткес 70 проценттан юғары. Оҙаҡ йылдар башҡорт телен дәүләт теле булараҡ та, туған тел булараҡ та тейешле кимәлдә уҡытып килгән Өфө районының Авдон мәктәбендә, мәҫәлән, ул дәүләт теле итеп бөтөнләй өйрәнелмәй. Стәрле­баш районында, аҡса етмәү сәбәпле, ауыл мәктәптәре биш көнлөк уҡыу программа­һына күсерелгән, ә сәғәттәрҙе ҡыҫҡартыу проблемаһы туған телдәр иҫәбенә хәл ителгән. Башҡорт мәктәптәрендә туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыуға ни бары ике сәғәт бүленә. Күп урында туған тел Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы I кластан түгел, II кластан ғына уҡытыла башлай.
Иң үкенеслеһе — туған телдәргә бындай ҡараш менән башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр уҡытыусылары ла килешкән. Мәктәп етәкселегенең үҙ предметына зыян килтергән күрһәтмәләрен дә бер һүҙ әйт­мәй үтәп йөрөгәндәр байтаҡ булып сыҡты. Бер яҡтан, уларҙы аңларға ла була, бөгөн эшһеҙ ҡалыу – ҙур бәлә. Икенсе яҡтан, былай барһа, иртәме-һуңмы, туған тел уҡытыусыларының бөтөнләй кәрәге булмауы мөмкин. Беҙгә ҡалһа, ысын уҡытыусы һәр ваҡыт үҙенең предметынан да мөһи­мерәк фән юҡ тип иҫәпләргә һәм шуны уҡыусылары аңына ла һеңдерергә тейеш. Ә бөгөн туған тел уҡытыусылары туған телде өйрәнеүҙең мөһимлегенә үҙҙәре лә ышанмай. Үҙең ышанмаған хәлдә башҡа­ларҙы инандырыу мөмкинме икән?!
Уйлы, ғәмле кеше туған теленә ныҡ иғтибарлы, сөнки тап туған телгә генә халыҡты милләт итеп ойоштороусы рухи ҡөҙрәт, сакраль көс һалынған. Шуға ла милли рухлы зыялылар тел проблемаларын өйрәнә, фәнде эшкә егә, ваҡытлы матбуғатты, интернет селтәрен файҙала­на. Аңлы ата-әсәләребеҙ балаһын бишек­тән үк милли мөхиттә тәрбиәләргә ынтыла, йәмәғәтселек, телебеҙҙе яҡлап, төрлө акциялар ойоштора. Тик һөҙөмтәләр әлегә ҡәнәғәтләнерлек түгел. Туған теле итеп рус телен таныған башҡорттар, ҡатнаш никахтар, туған телгә тулыһынса битараф кешеләрҙең күп булыуы бәкәлгә һуға.
Үткәнебеҙҙе барлаһаҡ, шул күҙгә ташланыр: быуаттар һуҙымында барған көрәш арҡаһында еребеҙҙе һаҡлай алдыҡ. Ҡыҫылды, тарайҙы ул, әммә милләтебеҙҙе тупларлыҡ йәнтөйәгебеҙ бар! Динебеҙ ҙә юғалманы. Әммә, нисек кенә булмаһын, телебеҙ юғала икән, ерҙән дә, диндән дә яҙыу оҙаҡ көттөрмәйәсәк.
Телгә мөнәсәбәт – кешенең кемлеген асыҡлауҙа төп билдә ул. Әгәр ҙә һин әсә теленә битарафһың икән, тимәк, һин хал­ҡыңдың бөгөнгөһөнә генә түгел, иртәгәһенә лә битарафһың, маңҡортһоң! Тимәк, һине милләт исемлегенән һыҙып ташларға мөмкин! Ғилми тикшеренеүҙәр күрһәте­үен­сә, тап туған телдә милләт асылы бил­дәләнә. Кешелек туплаған меңәр йыллыҡ халыҡ аҡылы ла шул турала һөйләй.
Бөйөк философ Конфуций “тормошта нимәнелер үҙгәртергә теләһәң, үҙеңдән башла” ти. Беҙгә лә бер-беребеҙҙән ғәйеп эҙләмәй, “туған телемде һаҡлар өсөн мин нимә эшләй алам?” тигән һорауға яуап эҙләргә, бергәләп аныҡ эштәр башҡарырға ҡала. Туған телебеҙҙе һаҡлай алһаҡ, ул да беҙҙе яҡлар ҙа, һаҡлар ҙа.

Рәйсә КҮЗБӘКОВА,
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге рәйесе.

«Ҡоролтай тауышы» гәзитенән.

Просмотров (61)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *