Милли архив: Яңы йыл алдынан яңы табышҡа – Бабич васыятына юлыҡтыҡ

бабич фото1Бер нисә көндән тарихта ҡаласаҡ 2017 йылды ниндәйҙер кимәлдә «Бабич йылы» булды тип әйтер инем. Беренсенән, бер быуат үткәс, мәшһүр башҡорт шағиры үҙ халҡына «Бабич» фильмы менән йәнә әйләнеп ҡайтты. Ошонан да ҡыуаныслыраҡ ваҡиға булдымы икән беҙҙең өсөн һуңғы ваҡытта?! Был фильмды киң экрандарға сығарған барлыҡ ижади төркөмгә ҙур рәхмәт!

Икенсенән, 29 ноябрҙә республика йәмәғәтселеге Башҡортостан мөхтәриәте иғлан ителеүгә 100 йыл тулыуҙы билдәләп үтте. Ошо оло тарихи ваҡиға айҡанлы «1917 йыл Рәсәй халыҡтары яҙмышында» тигән тема буйынса Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференция уҙғарылды. Йыйында ҡатнашыусылар иң тәүҙә республиканың Милли архивы әҙерләгән документтар һәм фотолар күргәҙмәһе менән танышты. Үткән быуат ауазын беҙҙең көндәргә еткергән ҡиммәтле мираҫ араһында Башҡорт мәркәз Шураһының сәркәтибе Бабичтың «Список № 9» тип аталған шиғри өндәмәһе лә бар ине. Был публицистик әҫәрҙә шағир Бөтә Рәсәй Учредительный собраниеһына депутатлыҡҡа дәғүә иткән Башҡорт мәркәз Шураһы исемлеген яҡларға саҡыра.

Нимә һуң ул Учредительный собрание? Был вәкәләтле учреждение Ваҡытлы хөкүмәт тарафынан һайлау нигеҙендә илдең идара итеү формаһын билдәләү һәм конституция әҙерләү өсөн булдырыла. Башҡорт милли хәрәкәте етәкселеге депутатлыҡҡа кандидаттар итеп башҡорттарҙы күрһәтергә тырыша һәм Башҡортостан милли-территориаль автономияһын төҙөү идеяһын хуплаған партияларҙы яҡлай. 1917 йылдың сентябрендә 12 исемлек теркәлә. Өфө, Ырымбур округтарында һайлау 12-14 һәм 26-28 ноябрҙә үтә.

Өфө округы буйынса 13 депутат, шул иҫәптән башҡорт федералистары исемлеге буйынса Әхмәтзәки Вәлидов, Ғүмәр Ҡыуатов, Шәриф Манатов, Ғәбделәхәт Фәхретдинов һәм башҡалар һайлана.

Асылда һайлауҙа эсерҙар еңеп сыға (59 процент), большевиктар иһә 25 процент самаһы ғына тауыш йыя. Шуғалыр ҙа Учредительный собраниеның ғүмере ҡыҫҡа була: 1918 йылдың 6 ғинуарында Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты уны таратыу тураһында декрет ҡабул итә. Илдең Учредительный собраниеһына депутатлыҡҡа башҡорттарҙы күберәк үткәреү өсөн бар тырышлығын һалған Бабич был йылдарҙа халыҡ араһында ысын мәғәнәһендә ялҡынлы агитатор булып сығыш яһай.

1994 йылда «Китап» нәшриәте баҫтырып сығарған Шәйехзада Бабичтың «Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар» йыйынтығында (төҙөүсеһе — Рауил Бикбаев) телгә алынған шиғри өндәмә — «Список № 9», ә Милли архивта һаҡланған нөсхәлә «Һитаб» тип атала. Йәнә шул: китаптағы шиғырҙа

«Һәм ереңдән, һәм диндән, мал-яныңдан һаҡына (?)

Бир тауыш туғыҙынсы һанға! Шундалыр барлыҡ бәхет!»

тигән юлдар бөтөнләй юҡ.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев әйтеүенсә, «Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар» йыйынтығына «Список № 9» өндәмәһе типографияла баҫтырылған листовка нигеҙендә әҙерләп бирелгән. Тимәк, бынан бер быуат элек ижад ителгән әҫәрҙең тулы варианты Милли архивта һаҡланған булып сыға.

Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең ғилми архивында Шәйехзада Бабичтың шәхси фонды (№ 63) бар. Унда беҙ һүҙ алып барған шиғри өндәмә лә булыуы ихтимал. Һәр хәлдә, ғилми архив мөдире Луиза Ғиниәтуллина раҫлауынса,  «Список № 9», йәғни «Һитаб»тың ғәрәпсә яҙылышы  Бабичтың үҙ ҡулы менән яҙған башҡа әҫәрҙәренекенә оҡшаш.

Бөгөн иһә гәзит уҡыусылар иғтибарына ошо әҫәрҙе ғәрәп яҙыуында һәм Милли архив хеҙмәткәре Руслан Сәйетғәлин башҡортсаға ауҙарған вариантта тәҡдим итмәксемен. Ундағы ҡыйыу уй-фекерҙәр, ғәзиз ер-һыуҙы күҙ ҡараһылай һаҡлау бурысы башҡорт халҡы өсөн әле лә актуаль яңғырай – өндәмә һәр ҡайһыбыҙ өсөн үлемһеҙ йәшәү әсбабы кеүек ҡабул ителә. Уны айырыуса йәш быуын хәтер һандығына һалып ҡуйып, ғүмер буйы күңел түрендә йөрөтһә ине.

Бабич өндәмәһе — ул асылда Шағир васыяты:

Эй, туған башҡорт! Әгәр булмаҫҡа булһаң бәдбәхет,

Ерҙе һаҡла, ер ҡосаҡла, ер һиңә алтын тәхет!

Илдә һәм республикабыҙҙа даими үткәрелеп килгән һайлауҙарҙа ҡатнашыуҙы кәрәк тип тапмаған, ғөмүмән, ил-йорт хәстәренә ҡул һелтәп ҡараған ғәмһеҙ кешеләргә Бабичтың өгөт-нәсихәте бөгөн дә һабаҡ, киҫәтеү булып яңғырай. Бер нимәгә лә битараф булма, башҡортом, тип баға кеүек беҙгә бөйөк Бабич күҙҙәре.

Нияз СӘЛИМОВ, Башҡортостан Республикаһының  Милли архивы директоры урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты.

бабич хат1

 

 

 

Ырымбур һәм Пермь губернияһындағы башҡорт ярлыһына

ҺИТАБ

Список № 9-ға ғына тауыш бирегеҙ!

Ошо көндә бер күпер алдында һеҙ – ҡылдан нәҙек,

Ҡурҡыныс, бик курҡыныс… аһ! Китһәгеҙ юлдан аҙып:

Ул күпер аҫты тамуҡтыр, аръяғында — фирдәүес,

Кисһәгеҙ, ух, ни яҙыҡ: уңдан аҙыҡ, һулдан аҙыҡ!

Һеҙ кисерһеҙ ул күперҙән шатланып, рәхәтләнеп,

Тик башҡорт өсөн булған пыраҡҡа атланып,

Башҡалар биргән һареҡ, ҡуйҙарға һеҙ атланһағыҙ,

Ант итәм: йығылып төшөрһөгөҙ аҫҡы ҡатҡа ҡапланып.

Нәмә ул һеҙҙе тамуҡтан ҡотҡара торған пыраҡ?

Ул пыраҡтыр: туғыҙынсы нумерлы  спискаң – сыраҡ.

Шул нумерға  бир тауыш, алмаҡсы булһаҡ туп(ы)раҡ,

Юкһа тауышың ситкә китһә,  йәмле ерҙәр әлфираҡ!

Китһә ерҙәр, бел шуны: мәсет китер, мәктәп китер,

Йәмле башҡорт илдәрен сирмеш, урыҫ ҡаплап китер!

Ер һиңә, тик илдә ер… Донъяң да ер, гиҡабың да ер,

Ерҙән айырылһаң, һине һәр кем иҙеп, тапап китәр.

Эй, туған башҡорт! Әгәр булмаҫҡа булһаң бәдбәхет,

Ерҙе һаҡла, ер ҡосаҡла, ер һиңә алтын тәхет!

Һәм ереңдән, һәм диндән, мал-яныңдан һаҡына(?)

Бир тауыш туғыҙынсы һанға! Шундалыр барлыҡ бәхет!

Беҙ туғыҙ ҡат әйтәбеҙ: алдаусылар байтаҡ булыр,

«Диң»  тиеп, «милләт» тиеп майлаусылар ҙа тап булыр.

Тыңлама, алданма башҡорт, бир тауыш туғыҙынсыға!

Шул ваҡыт йөҙ аҡ булыр һәм изге күңелең шат булыр!

*Был назым Учредительный собраниеға һайлау ваҡытында Ырымбур һәм Пермь губернаһындағы башҡорттарға листовка сүрәтендә баҫылып таратылғайны. Өфө губернаһы башҡорттары 9 урынына 11 ҡуйып уҡырҙар. (Ш. Бабич иҫкәрмәһе).

Просмотров (83)

2 мнений на “Милли архив: Яңы йыл алдынан яңы табышҡа – Бабич васыятына юлыҡтыҡ

  1. Ер үҙебеҙҙеке! Ергә аҫабалыҡты, хоҡуҡи акттарға таянып, заманса талаптар ҡуйып, кире ҡайтарыр кәрәк! Ҡайҙа беҙҙең хәҙерге заман ҡыйыу ир аҫылдары, хәҙерге вәлидиҙәр, бабичтар, мортазигндар?!

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *