Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды булдырылды

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондын ойоштороу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Уның ойоштороусылары — Башҡортостан­дың Мәҙәниәт, Мәғариф, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, республика Халыҡтар дуҫлығы йорто. Уларға өс ай эсендә фондтың уставын раҫларға ҡушылды.


Фондтың попечителлек советы һәм юғары коллегиаль идара итеү органы республика Башлығы тарафынан төҙөлә. Уларҙың составы буйынса тәҡдим ойоштороусылар тарафынан индерелергә тейеш. Фонд эшенә оператив идараны рәйес етәкселегендәге биш кешенән торған төркөм тормошҡа ашыра. Идара ағзаларын төбәк етәксеһе тәғәйенләй. Попечителлек советы фонд эшмәкәрлегенең йүнәлеш­тәрен, бюджетын раҫлай, ойошманың эшен, ҡарар ҡабул итеүен, уларҙың үтәлешен күҙәтә.
Республика Хөкүмәтенә фондҡа тапшыры­ласаҡ мөлкәт составын билдәләү, Өфөлә уның урынын билдәләү йәһәтенән тәҡдимдәр индереү бурысы ҡуйылды. Указда билдәлә­неүенсә, фонд бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә ойошторола.

Просмотров (39)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *