«Ғаилә – туған тел һаҡсыһы» конкурсында ҡатнашырға саҡырабыҙ!

курултай семья праздникБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1 март – Башҡорт ғаиләһе көнөндә Өфөлә үтәсәк «Ғаилә – туған тел һаҡсыһы» асыҡ республика конкурс-фестивале сиктәрендә интернет-конкурстар иғлан итә.

Ярышмаларҙа рухлы милләттәштәр, балаларын милли рухта тәрбиәләгән, туған телдә иркен аралашҡан һәр башҡорт ғаиләһе ҡатнаша ала.
Илһөйәр, телһөйәр милләттәштәребеҙҙе, өлгөлө ғаиләләрҙе матур бүләктәр көтә.

Конкурсҡа рәхим итегеҙ!

*Интернет-конкурстар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә (https://vk.com/ik_vkb) һәм “1 март – Башҡорт ғаиләһе көнө” тип махсус асылған биттә (https://vk.com/bash_gaile) бара.

Был 3 ярышма тураһында тулыраҡ:

  1. “Фотоһүрәттәрҙә тарих сағыла” конкурсы. Йәш сикләүҙәре юҡ. Унда ҡатнашырға теләүселәр ғаиләләрендә һаҡланған боронғо фотоны “1 март – Башҡорт ғаиләһе көнө” тип аталған махсус биткә (https://vk.com/bash_gaile) ебәрә. Автор ошо фото тураһында ҡыҫҡаса белешмә бирә, унда һүрәтләнгән ғаилә нәҫеле, традициялары әлеге көндә кемдәр тарафынан һаҡланыуы тураһында яҙа (текст башҡорт телендә, 14-се шрифт менән 1 биттән артмаҫҡа тейеш).

 

  1. “Милли мираҫҡа тоғролоҡ” видеоконкурсы.

Йәш сикләүҙәре юҡ. Ғаилә менән концерттарҙа, “Өлгөлө ғаилә” конкурстарында сығыш яһағанды, туристик сәйәхәткә сығыу ваҡытын, спорт ярыштарында ҡатнашыуҙы, өләсәйҙәр һабағы алыуҙы (ҡул эштәренә өйрәтеүе, әкиәт һөйләүе, аш-һыу әҙерләү һабаҡтары), шул иҫәптән башҡорт телен пропагандалаусы флешмобтар һәм акцияларҙы төшөрөп ебәрергә мөмкин.

  1. “Өләсәйемдән отоп алдым” конкурсы:

3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала.

Балалар халыҡ ижады өлгөләрен: боронғо йырҙар, мөнәжәттәр, бәйеттәр, әйтештәр, көйлө әкиәттәр, таҡмаҡтар, һамаҡлауҙар башҡара.

Интернет-конкурстарҙың еңеүселәре 1 мартта Өфөлә үтәсәк “Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” фестиваленең йомғаҡлау кисәһендә иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнә.

Просмотров (167)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *