Һин – халыҡтың бөтөнлөгө, башҡорт теле!

1Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының быйылғы ултырыштарын Ҡоролтайҙың Башҡорт халҡының тарихы комиссияһы башлап ебәрҙе.
– Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының телен рәсми рәүештә күптән танырға ваҡыт. Демократияға табан барабыҙ. Алда беҙҙе халыҡ иҫәбен алыу ҙа көтә, – тигән ҡәтғи тәҡдимдән башланы кәңәшмәне Башҡарма комитет ағзаһы, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин.
Ултырышта республиканың билдәле тарихсылары, башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Унда башлыса 2020 йылда буласаҡ Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек, Башҡорт автономияһының 100 йыллығын билдәләү, был сараларға урындағы милләттәштәрҙе ныҡлап йәлеп итеү тураһында һүҙ барҙы.


IMG_2793Ултырышты алып барған Ҡоролтай рәйесе Әмир Ишемғолов билдәләүенсә, халыҡ иҫәбен алыу сараһына етди әҙер­ләнеү өсөн тәү сиратта аныҡ маҡсаттар ҡуйырға һәм, әлбиттә, халыҡ менән бер­ҙәм, дәррәү эш алып барырға кәрәк.
Башҡорт ырыуҙары тураһындағы китаптар авторы Салауат Хәмиҙуллин халыҡ иҫәбен алыуға бәйле етди фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Башҡорт халҡының алты һөйләше булыуға ҡарамаҫтан, әҙәби башҡорт теле татар теленән ныҡ айырылған ҡыуаҡан диалекты нигеҙендә булдырылған. Салауат Ишмөхәмәт улы әйтеүенсә, әгәр 1924 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин тәҡдим иткәнсә, әҙәби башҡорт теле булараҡ башҡорт хал­ҡының күп өлөшө һөйләшкән, урта Баш­ҡортостанға ла, төньяҡ-көнбайыш баш­ҡорттары теленә лә яҡын юрматы диалекты ҡабул ителһә, бөгөн ғәйнәләр, борайҙар һөйләшкән тел ситләтелмәҫ ине.
– Икенсегә 50-се йылдарҙа сигендек. Башҡорт теленең диалектологик картаһын төҙөгән телсе-ғалим Таһир Байышев баш­ҡорттарҙың күпләп татар милләтенә кү­сеүенә йөрәге әрнеп, был мәсьәләне хәл итеү өсөн бер унификацияланған диалект булдырырға, Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында мәктәптәрҙә диалекттарҙа уҡытырға тәҡдим итә.
Сығышы менән Бөрө районынан булған, ошо диалектта һөйләшкән КПСС өлкә комитетының беренсе секретары Зыя Нуриев та был мәсьәләгә ҡаршы булмай. Әммә эш килеп сыҡмай, ғалим үҙе эҙәр­лекләүгә дусар була. Ул ваҡытта мәсьә­ләне хәл итеүгә өлгәшмәнек. Ә проблема ҡуйыра ғына бара.
Ҡоролтай етәксеһе Әмир Ишемғолов та, был мәсьәләнең киҫкен тороуын билдәләп, ғалимдарҙан уны хәл итеү юлдарын эҙләүен һораны.
– Диалектты диалект итеп таныу, татар теленән айырып ҡарау өсөн төньяҡ-көн­байыш башҡорттары теленең алфавиты, әлифбаһы булырға тейеш. Шулай уҡ уны туған тел булараҡ таныу өсөн ниндәйҙер сәйәси аҙым яһау тураһында ныҡлы уйларға кәрәк, – ти етәксе.
Ултырышта ҡатнашҡан тарихсылар Нурислам Ҡалмантаев, Закирйән Әминев, Искәндәр Сәйетбат­талов, Азат Ярмуллин, Лена Сөләймәнова ла, төньяҡ-көнбайыш диалектты иғтибарға алып, уны туған тел булараҡ таныуҙы яҡлап сыҡты. “Башҡорт халҡы – ул тарихи берлек. Милләттең бер нисә ырыуҙан хасил булыуы, һәр береһенең үҙ һөйләше барлығы барыбыҙға ла мәғлүм. Әҙәби телдә һөйләшмәй тип, ниңә күҙ алдында беҙ халҡыбыҙҙың яртыһын юғалтыуға юл ҡуйырға тейеш һуң? Татарстанда тороп ҡалған башҡорттарға күптән ҡул һелтә­гәнбеҙ, Свердловскиҙа йәшәгән башҡорт­тар 1926 йылда уҡ татар булып яҙылды. Ғәйнәләр бер ҡасан да “һ” менән һөйләш­мә­йәсәк, беҙҙең үҙ телебеҙ бар, туған диалектыбыҙҙа уҡырға мөмкинлек булдыр­һағыҙ ине, тип торалар”, – тип хеҙмәт­тәш­тәренең һүҙен ҡеүәтләне йәш ғалим Искәндәр Сәйетбатталов та.
БахтиевҠоролтай аппараты белгесе, сығышы менән Краснокама районынан Радик Бәхтиевтең әйтеүенсә, төньяҡ-көнбайыш райондарынан йәштәр уҡырға Ҡазанға ағыла, шуларҙың 20 проценты ғына тыуған республикаһына әйләнеп ҡайта.
– Беҙ республикала диалектта һөйләш­кәндәрҙе татар телендә уҡытыуға этәреп кенә ҡалмайбыҙ, йәш көстәрҙе шулайтып республикабыҙҙан ситкә лә оҙатабыҙ. Бының аҙағы хәйерле булмауы билдәле, – тине Радик Рәлиф улы.
Ғалимдар билдәләүенсә, әҙәби башҡорт теле — бөгөн практик түгел, башлыса академик тел. Әҙәби телдән алыҫта торған төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына үҙ диалекттарында туған тел дәреслеге тәҡдим итһәк, баш тартырҙар инеме икән?
БР Гуманитар тикшеренеүҙәр инсти­туты­ның өлкән хеҙмәткәре Азат Бирҙин әйтеүенсә, әле дәүләт теленә ҡарағанда туған тел булараҡ башҡорт теленә өҫтөн­лөк бирелә. Мәҫәлән, Йәрмәкәй районында, дәүләт теле булараҡ, башҡорт теле бөтөнләй тиерлек уҡытылмай. Әҙәби баш­ҡорт теленән ҡасып, татар телен уҡырға мәжбүр булғандарға үҙ диалектында әлифба өйрәнергә мөмкинлек бирергә кәрәк.
Әмир Ишемғолов диалектты рәсми рәүештә танып, уға туған тел статусы биреүҙән әҙәби башҡорт теленә хилафлыҡ килмәүен билдәләне.
2Салауат Хәмиҙуллин да был уңайҙан бер нисә сит илде миҫалға килтерҙе. Мәҫәлән, Норвегияла норвег теленең бер нисә диалекты бар. Испанияның көньяғы менән төньяғында ике телдә аралашыу таралған, әммә улар барыһы ла испан халҡы.
– Дәүләт статусына эйә башҡорт теле берәү. Был хәҡиҡәтте боҙорға йыйынмай­быҙ. Әммә бөгөн әҙәби диалект формаһын индермәй тороп, милләтте һаҡлап ҡала алмайбыҙ. “Һ”, “ҙ” тип йәбешеп ятыу ахмаҡ­лыҡ. Беҙ башҡорттар бит әле, тигән быуын китеп бөтөп бара. Йәштәр икенсерәк тәрбиә алған. Телде түгел, үҙаңды һаҡлап ҡалыу мөһим бөгөн. Ярым-ярты саралар менән ҡотолһаҡ, иртәгә милләт булараҡ юғалыуыбыҙ бар, – тине Салауат Ишмө­хәмәт улы.
Юлдаш Йосопов был эшкә телсе ғалим­дарҙың, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы һәм Башҡортостан Хөкүмәте ҡара­мағында Тел буйынса комиссиялар­ҙың да ҡушылыу зарурлығын билдәләне.
Ултырышта ҡатнашыусылар диалект һәм тел мәсьәләһенә Ҡазан тарафынан түгел, республика күҙлегенән ҡарау кәрәк­леген һәм республикала төпләнгән татар­ҙар менән төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән башҡорттарҙы айырып ҡарарға йыйыныуҙарын билдәләне.
Проблема бар. Быны бар ғалимдар ҙа таный, әммә хәл итеү юлдары нисек булыр? Ултырышта ҡатнашыусылар телсе­ләр ҡатнашлығында махсус комиссия төҙөргә һәм яҡын арала тағы йыйылырға һөйләшеп килеште.
Башҡорт халҡының тарихы комиссияһы ултырышында, бынан тыш, “100 йыллыҡҡа – 100 шәхес”, автономиялы Борай канто­нының 100 йыллығын билдәләү, Бөрөлә һәм Ырымбурҙа Башҡорт автономияһына бәйле семинар-конференция үткәреү тураһында һүҙ алып барылды.
КалмантаевКомиссия рәйесе, Башҡорт дәүләт университеты доценты Нурислам Ҡалмантаев әйтеүенсә, быйыл июлдә дәүләт эшмәкәре Илдархан Мутиндың тыуыуына 130 йыл тула. Ошо уңайҙан билдәле шәхестең тыуған ере Татарстандың Аҡтаныш районы Таҡталасыҡ ауылында юбилей сараһы ойоштороуҙы ла планға индерергә кәрәк. Башҡорт автономияһының 100 йыллығын билдәләгәндә, Силәбене лә оноторға ярамай. Башҡорт ғәскәрҙәре унда формалашҡан, Башҡорт автономия­һын булдырыуға көс һалған Силәбелә тыуып үҫкән шәхестәр ҙә бар. Урындағы йәмәғәтселекте йәлеп итеп, етди сара үткәреү урынлы.
“У истоков Башкирской республики” китабының авторы Азат Ярмуллин Ҡорол­тай башлаған “100 йыллыҡҡа – 100 шәхес” проектының таралыуын, уны урындарҙа күтәреп алыуҙарын билдәләне. Әле Мәләүез, Ишембай райондарында, Ырымбур өлкәһендә бер нисә урында иҫтәлекле таҡтаташтар асылды. Иғтибарҙы артабан республиканың төньяғына йүнәлтергә кәрәклеген билдәләне ултырышта ҡатна­шыусылар.

 
Марат Ғәб­дел­хәй улы ҒӘЙНЕТ­ДИНОВ, “Шәжә­рә” төбәк йәмәғәт ойошмаһының урындағы вәки­ле, Туймазы ра­йонының Ҡандра ауылынан:
Ғәйнетдинов– Өфөлә нимә уйлайҙар икән? Халыҡ татарлашып бөтөп бара бит. Халыҡтың 70 проценты Татарстандың “ТНВ” каналын ҡарай. Иртәнән кискә тиклем “Беҙҙең Ҡазан” тип радио һөйләп тора. Туймазы татар театры ла быға үҙ өлөшөн индерә. Район кимәлендә бөтөн сараларҙы ошо театр артистары татар телендә алып бара. Ярты быуат дауамында татарса уҡытыу үҙ эшен эшләне: 30-40 йәштәгеләр ҡазансараҡ итеп, унан йәшерәктәр тулыһынса татарса һөйләшә. Өҫтәүенә Төмәнәктә татар тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторҙолар ҙа ул беҙҙең районда “татар баш ҡалаһы” функцияһын үтәй башланы. Хатта Туймазылағы ҙур предприятие етәксеһе, сығышы менән Соҡаҙытамаҡтан булған әйле башҡорто Туймазы телевидениеһында “Татар донъяһы” тигән тапшырыуға аҡсалата ярҙам итте. Мәсеттә татар муллалары вәғәз һөйләй, өйҙән-өйгә йөрөй.
Һуңғы арала бер ыңғай ваҡиға бар: район үҙәгендәге Балалар сәнғәт мәктәбендә ҡурай класы асылды, әммә был диңгеҙҙә юғалған тамсы кеүек.
Ә бит Туймазы – аҫаба башҡорт ерҙәре! Мәҫәлән, ҡаңныларҙың Ҡандра, Ҡандракүл, Ҡандра-Ҡотой ауылдары, Йылан ырыуының Яңы Бишенде ауылы, әйлеләрҙең Балтай, Түбәнге Бишенде, Төпкилде ауылдары. Халыҡтың үткәнен, шәжәрәне үҙгәртеп яҙып булмай!
Туймазынан сыҡҡан шәхестәрҙе татар энциклопедияһына индерҙеләр. Уларҙың тамырҙарын тикшереп ҡараныҡ тарихсылар менән. Әйле ырыуынан булған драматург Әсхәт Мирзаһитовтан башлап яртыһынан күберәге – таҙа ҡанлы башҡорт!
Бөгөн үҙ телендә 70-тән үткән әбей-бабайҙар ғына һөйләшә. Туймазыла ҡуйылған концерттар ҙа башҡорт теле файҙаһына түгел. Артистарҙың 80 проценты күрше төбәктән килә, 10-ы – Рәсәй өлкәләренән, ҡалғаны ғына үҙебеҙҙекеләр. Беҙгә лә йоҡлап ятмаҫҡа, эшләргә кәрәк. Йәштәр күтәреп алһын ул, туған башҡорт телен өйрәнһен.
Тел мәсьәләһен төньяҡ-көнбайыш диалектында туған тел дәреслектәре индереү хәл итер тип уйламайым, сөнки мәктәптәрҙә тырышып-тырмашып “Урал батыр” эпосын, Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов шиғырҙарын ятлаған балаларҙы күргәнем бар. Балалар баҡсаһынан башлап башҡорт телендә уҡытыу индерелһә, туған телде бар нескәлегендә өйрәнеүҙә проблема булмаясаҡ.
Районға тарихсылар менән бергә психологтар ҙа йөрөргә тейеш. Мәгәр үҙем йәш йырсы Радик Юлъяҡшинды саҡырыр инем. Әгәр сәхнәнән тороп: “Һаумыһығыҙ, башҡорттар! Әйлеләр, йыландар, ҡаңнылар бармы бында?” — тиһә, йәштәр башҡорт булыуҙарын танып, башҡорт булыуына ғорурланып сығыр ине тамашанан. Тотош институт эшләй алмағанды, Радик менән эшләргә булалыр, тим. Әммә ғалимдарға ла йоҡлап ятырға түгел.

* * *
МахмудовАльберт МӘХМҮДОВ, Пермь кра­йының Барҙа районы тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, ғәйнә башҡорто:
– Башҡортостандың төнь­яҡ-көнба­йышында мәктәп­тәрҙә тотошлай әҙәби баш­ҡорт телен индереүҙәре билдәле лингвистик проб­лемаларға һәм этник бер­ҙәмлектең ҡаҡшауына кил­терҙе. Төньяҡ-көнбайыш райондар өсөн башҡорт теленең яңы әҙәби нормаларын булдырыу тағы ла ауырыраҡ һәм перспективаһыҙ проект кеүек күренә, әммә шулай ҙа быға өмөт бар.
Өфөлә төпләнгән көньяҡ-көнсығыш башҡорттары, төньяҡ-көнбайышты татар телен һөйөүҙә ғәйепләп, тағы “ике ултырғыста ултырырға теләйһегеҙ” тип йыр башлаясаҡ. Бында ғәйнә башҡорт­тарын миҫал итеп килтереү урынлы. Улар алдында бер ҡасан да әҙәби башҡорт телендә уҡыу-уҡымау мәсьәләһе торманы, улар туған телен татар теленә яҡын итеп күргән хәлдә лә башҡортлоғон һаҡлап ҡалды. Шулай итеп, бында “тел милләтте билдәләмәй” тигән гипотеза, 1920—2002 йылдар осорон ғына алғанда ла, йәшәүгә хаҡлы. “Бер халыҡ – бер тел” тигән ялған постулат арҡаһында үҙебеҙҙе бүлгеләйбеҙ түгелме?

* * *
Рустам КамаловРөстәм Мәғрүф улы КАМАЛОВ, Илеш районының Үрге Йәркәй ауылынан, Ҡырғыҙ ырыуы башҡорто:
– Әҙәби башҡорт телен ҡабул итә алманыҡ, ҡабул итмәйәсәкбеҙ ҙә инде. Ул бит беҙҙән йыраҡта ятҡан көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының теленә нигеҙләнгән. Был – 1920 йылдарҙағы Башҡорт­остан Хөкүмәтенең оло хатаһы! Улар ҡыуаҡан диалектын ҡабул итмәһә, бөгөн ошо хәлдә ҡалмаҫ инек.
Мин – ҡырғыҙ башҡорто, атай-әсәйем Илеш районының Яңы Күктау ауылынан. Әммә үҙем Йылан ырыуы төйәге Үрге Йәркәйҙә тыуғанмын. Үҙемде белә-белгәндән төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшәм. Беҙҙең тел әҙәби башҡорт теленән дә, татар теленән дә айырыла. Әммә фонетикаһы яғынан татар теленә яҡын. Элек атайҙар “шоморт түгел — муйыл, босмаҡ түгел — мөйөш” тип һөйләшә ине. Әммә Ҡазанда сыҡҡан әсбаптар буйынса уҡып, һүҙ запасы ғына түгел, халыҡтың үҙаңы ла үҙгәрҙе. Бөгөн милләт булыуҙы тел билдәләй тип, әҙәби башҡорт теленә йәбешеп ятырға ярамай, иң мөһиме – үҙаң. Әле беҙҙең яҡтағы кешеләрҙең күбеһе үҙенең башҡорт булыуын таный. Даими эш алып барырға, өҫтәп, беҙҙең диалектта фәнни-популяр әҙәбиәт сығарырға кәрәк. Бөгөн көнкүреш теле булған диалектҡа ниндәйҙер статус биргәндә генә, татарлашыуҙан ҡотолорға мөмкиндер, тип уйлайым.

Айгөл ШӘРӘФЕТДИНОВА әҙерләне.

Просмотров (222)

2 мнений на “Һин – халыҡтың бөтөнлөгө, башҡорт теле!

  1. Күптән кәрәк ине, атыу, Башнефтты ҡулдан ысҡындырған кеүек булыр, Татарҙар башҡорт теле беҙҙең диалект тей башлаһа..) Салауат Хәмиҙуллин дөрөҫ әйтә

  2. Башҡорт диалекттары тураһында:
    минеңсә, халҡыбыҙ дөйөм әҙәби телдә һөйләшә башларға әле әҙер түгел. Шуның өсөн, бәлки, башҡорт теле дәреслегенә төрлө һөйләштәрҙе индерергә, үҙ һөйләштәренән айырылған башҡа диалекттар менән таныштырып сағышытырып барырға, шул уҡ мәлдә балаларға үҙ диалекттарында уҡырға мөмкинселек булдырырға кәрәктер. Әҙәби телгә тура килмәгәне өсөн генә һөйләштәрҙе диалект тип кәмһетеү дөрөҫ түгел. Киреһенсә, әҙәби телде диалекттар менән байытыр кәрәктер, минеңсә. Беҙҙә Әбйәлилдең үҙендә генә төрлө ауылдарҙа төрлөсәрәк һөйләшәләр.

    Мөхәммәт пәйғәмбәргә Ҡөръән төшөрөлә башлағанда, ул төрлө ырыу-ҡәбиләләр быны аңламаясаҡ тип әйткәс, уға Ҡөръәнде ете диалектта төшөрөләр. Һуңынан пәйғәмбәр вафатынан һуң күпмелер ваҡыт үткәс, фекер айырмалыҡтары башланғас, әле беҙгә таныш бер төрлө Ҡөръән ҡалдырыла.

    Беҙҙе БГУ-ла Корановедение дәресенән уҡытҡан Руслан Саяхов (Нурмөхәмәт мөфтөйҙөң урынбаҫары, Әл-Әзхәр университетын уҡып бөтөргән) Египетта әле лә Ҡөръәндең башҡа төрлө уҡылышы осрай ти. Йәғни изге китаптың мәғәнәһе үҙгәрмәһә лә ҡайһы бер һүҙҙәрҙе урындағы халыҡҡа аңлайышлы һүҙҙәр менән уҡыйҙар. Белгестәр Ҡөръәнгә тәфсир төҙөгәндә аңлашылмаған һүҙҙәргә башҡа диалект өсөн төшөрөлгән Ҡөръәндән аңлатыуҙар таба ҡайһы бер осраҡта.

    Беҙҙең башҡорт телендә лә халыҡты дөйөм әҙәби телгә күсереү процессын ашыҡтырырға кәрәкмәйҙер тип уйлайым. Хәҙерге этапта, нисектер, бөтә диалекттарҙы ла үҙ һөйләштәрендә уҡытырға юл табыр кәрәк. Аҙаҡ быуындар алмашыныуы процессында бөтә һөйләштәрҙе лә әҙәби тел стандартарына яйлап-яйлап күсерә барырғалыр тип уйлайым…

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *