Милли кадрҙар резервына инергә теләһәң…

курултайБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Республика өсөн Милли кадрҙар резервын һәм Ҡоролтай штатын туплай.

Лидерҙар рәтенә инеп, халҡыбыҙ өсөн эшләргә әҙерһегеҙме? Башҡорт теле өсөн янып көйәһегеҙме? Милләт киләсәге борсоймо? Тимәк, һеҙ – беҙҙең фекерҙәш! Ҡоролтай яуаплылыҡтан ҡурҡмаған, дәрт-дарманы ташып торған яҡты зиһенле ил улдары һәм ҡыҙҙарын конкурс буйынса һайлап алыуға саҡыра. Төп шарт: юғары белемле, тәжрибәле булыу, башҡорт һәм рус телдәрен бар камиллығында белеү, ил һәм телде яҡларлыҡ проекттар тәҡдим итеү.

Ғаризалар 2018 йылдың 15 мартына тиклем ҡабул ителә. Милли кадрҙар резервына алынған милләттәштәр Ҡоролтай аппаратына һәм республика буйынса етәкселек органдарына эшкә тәҡдим ителәсәк.

Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 250-49-31.

Республика өсөн Милли кадрҙар резервы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының кадрҙар резервы положениелары менән ошонда танышырға мөмкин.

Просмотров (309)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *