Башҡорт ғаиләһе көнөн бергәләп билдәләйек!

Курултай семья Ғаилә – туған тел һаҡсыһы. Ошо хәҡиҡәтте раҫлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1 мартта матур кисә ойоштора.

Мөхтәрәм милләттәштәр, һәммәгеҙҙе лә яҙҙың тәүге көнөндә Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡорт ғаиләһе көнөн бергәләп билдәләргә саҡырабыҙ.

Сәхнәгә Башҡортостандың төрлө төбәгендә йәшәгән өлгөлө ғаиләләр – балаларында милли рух тәрбиәләгән, әҙәп-әхлаҡты өҫтөн ҡуйған, милли кәсептәрҙе үҫтергән, башҡорт мәҙәниәтен юғары кимәлгә күтәргән иманлы милләттәштәребеҙ сыға.

Бынан тыш, һеҙҙе билдәле эстрада йондоҙҙары, баш ҡалабыҙҙың ижади коллективтары сәләмләр.

Милли биҙәүестәр, аҫалы балаҫтар, хуш еҫле бал, быйма һәм кейеҙ әйберҙәр күргәҙмәһе лә эшләйәсәк.

“Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” тамашаһы киске 7-лә башлана. Күргәҙмәләр киске 5-тән эшләй.

Инеү бушлай. Рәхим итегеҙ!

Тамашаға милли кейемдә килеүегеҙ һорала.

Просмотров (82)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *