Берҙәмлектә – көс!

6 ма11ртта Баймаҡ ере алыҫ тарафтарҙан ҡунаҡ ҡабул итте — Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәс ысын мәғәнәһендә илен һөйгән, ата-бабаларыбыҙҙың шанлы үткәндәренә тыныс ҡарай алмағандарҙы тупланы.

“Берҙәмлектә – көс!” форумын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Баймаҡ районы хакимиәте менән берлектә ойошторҙо. Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 99 йыл тулыуға арналған сарала башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, 16 район һәм ҡаланың ҡоролтай ағзалары, тарих уҡытыусылары һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашты.

Ике автобус булып килгән Өфө ҡунаҡтарын темәстәр атлы эскорт менән ҡаршы алды. Үрәпсеп торған дөлдөлдәргә атланған, ҡылыс-карабиндар менән ҡоралланған, йәш Совет иле һәм Башҡорт республикалары байраҡтарын тотҡан хәрбиҙәр бынан 99 йыл элекке ҡанлы һәм ш22анлы ваҡиғаларға ишара итте.

1919 йыл, ғинуар-март айҙары. Темәс Башҡорт совет республикаһының беренсе ваҡытлыса баш ҡалаһы. Хөкүмәт Бөрйән-Түңгәүер кантон башҡарма комитетының ике ҡатлы бинаһында эшләгән мәле.

— Башҡорттарым! Ҡәрҙәштәрем! Рәсәй эшселәр һәм крәҫтиәндәр хөкүмәте һәм Башҡорт хөкүмәте араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды! – Әхмәтзәки Вәлидинең юғарынан, икенсе ҡат балконынан әйткән ялҡынлы телмәренән бар халыҡ гөж итте, хуплап ҡул сапты…

3 “Берҙәмлектә – көс!” форумы ошолай театраллештерелгән тамашанан башланып китте. Ҡунаҡтар Вәлиди һәйкәленә сәскәләр һалды һәм Темәс тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейын ҡараны. Унда улар Беренсе башҡорт хөкүмәте һәм автономия яулауына, халыҡ көнкүрешенә, төрлө тарихи ваҡиғаларға арналған күргәҙмәләр менән танышты. Аҙаҡтан форумсылар пленар ултырышта ҡатнашты.

“Түңәрәк өҫтәл” мәлендә делегаттар алдында билдәле тарихсылар сығыш яһаны. Улар 1919 йылда ҡабул ителгән килешеүҙең башҡорт һәм совет илдәре үҫешенә мөһим йоғонто яһауын, федерализм үҫеше шунан башланыуын белдерҙе. Башҡортостан РСФСР составындағы тәүге автономиялы республика булды һәм шуның менән илебеҙ халыҡтары тормошона яңы һулыш өрҙө.

4БДУ доценты, филология фәндәре кандидаты Исҡәндәр Сәйетбатталов та үҙ сығышында ошоно билдәләне һәм башҡорттарҙың автономияһы элек-электән килеүен билдәләне.
— Был хоҡуҡ ерҙәргә аҫабалыҡ – атай-олатайҙарҙан мираҫҡа тапшырылып килгән ергә хоҡуҡтан килә. Башҡортостан автономияһы ла шул аҫабалыҡтың артабанғы үҫеше булып тора. Әле лә бер-беребеҙгә ярҙам итеү, аңлай белеү беҙҙең тормошта бик кәрәк, — тип һүҙен тамамланы.

— Беҙ, башҡорттар өсөн тарих ниндәй генә һынауҙар бирмәһә лә илдең берҙәмлеге гел беренсе урында торҙо. Ата-бабаларыбыҙ ҙа үҙҙәренең йәшәгән ерҙәренән тыш, ил өсөн дә яуаплылыҡ тойған, тел һәм дин айырмаған, ғүмерҙәрен ҡорбан итеп тыныслыҡ яулаған, — тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов. – Беҙҙең бурыс – ата-бабаларыбыҙ ҡаны менән яуланған тыуған еребеҙҙә тыныслыҡ һаҡлау. Ә быны тик берҙәмлектә башҡарырға мөмкин. Беҙгә илебеҙ киләсәге өсөн бергә булырға кәрәк.

Сара мәлендә эшлекле һәм тормошҡа ашырырҙай тәҡдимдәр яһалды. Улар — Темәстә ваҡытында билдәле кешеләр йәшәгән йәки тыуып үҫкән йорттарға таҡтаташтар ҡуйыу, ауылды туристарҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп, маршруттар яһау, музейҙы ҙурайтып, өҫтәлмә биналар төҙөү кеүек фекерҙәр ине.  Шулай уҡ быйыл-киләһе йылда Темәстән Стәрлетамаҡҡа йәки Өфөгә атлы уҙыш яһау тураһында идеяһы яңғыраны һәм дәррәү хуплау алды.

Аҙаҡтан форум эше буйынса резолюция ҡабул ителгәс, барыһының да иғтибарына Баймаҡ районы таланттары һәм Өфө ҡунаҡтары әҙерләгән йырлы-моңло тамаша тәҡдим ителде.

Айбулат ИШНАЗАРОВ,

«Йәшлек» гәзитенән.

Просмотров (22)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *