Башҡортостанда Борай автономиялы кантонының 100 йыллығы билдәләнә

БорайТеүәл бер быуат элек Борай башҡорт автономиялы кантоны булдырылған. Автономиялы Башҡортостан тарихында тәрән эҙ ҡалдырған Борай кантонының 100 йыллығы уңайынан Борай район үҙәгендә 22 мартта фәнни-ғәмәли семинар үтә. Сараға Бөрө район-ара берләшмәһенә ингән ҡоролтай рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары, тарих уҡытыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре белгестәре, методик берекмә етәкселәре саҡырылған.

Сараның төп маҡсаты – Борай ихтилалы һәм уның ҡаһармандары тураһында мәғлүмәт туплау, Башҡорт автономияһын булдырыуға ҙур көс һалған урындағы шәхестәрҙең исемен тергеҙеү һәм мәңгеләштереү, район һәм ҡала ҡоролтайҙарының эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, алдынғы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренә методик ярҙам күрһәтеү.

Семинар-кәңәшмә эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, Ҡоролтайҙың Башҡорт халҡының тарихы комиссияһы рәйесе, Башҡорт дәүләт университеты доценты Нурислам Ҡалмантаев, тарих фәндәре кандидаты, билдәле тележурналист, «Шәжәрә» ойошмаһының директоры Салауат Хәмиҙуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «100 йыллыҡҡа – 100 шәхес» проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан тарихсы, «У истоков Башкирской республики» китабы авторы Азат Ярмуллин, йәш ғалим Искәндәр Сәйетбатталов һәм билдәле шағирә Лариса Абдуллина ҡатнаша.

Программала Борай ауылы мәктәптәрендә асыҡ дәрестәрҙә ҡатнашыу, Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән танышыу ҡаралған. Бынан тыш, сара сиктәрендә 1918 йылдың мартында Башҡортостан автономияһының Борай башҡорт кантонын һәм Борай башҡорт милли шураһын ойошторған шәхестәрҙең яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу ҙа планлаштырыла.

Просмотров (51)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *