“Урал батыр” – яҡут телендә

эпосХалҡыбыҙҙың “Урал батыр” эпосы яҡут телендә нәшер ителде. Ул, “Халыҡтарҙың эпик ҡомартҡылары” проектына ярашлы, Саха (Яҡут) Республикаһы Дәүләт Йыйылышы (Ил Тумэн) башланғысы нигеҙендә Якутскиҙа бер мең дана тираж менән баҫылған.


“Урал Батыр” тигән китап донъя күреү айҡанлы Яҡутстан парламенты Рәйесе Александр Жирков Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевҡа ҡотлау ебәрҙе. “Ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ. Халыҡтарыбыҙ мәнфәғәтендәге хеҙмәттәшлеккә өмөтләнәбеҙ”, – тиелә уның хатында.
– Боронғо мифология менән һуғарылған һәм башҡорт халҡының ысын ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһына әүерелгән “Урал батыр” эпосы хаҡлы рәүештә донъя мәҙәни мираҫы феномены тип иҫәпләнә. Эпос ТӨРКСОЙ мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән, төрлө телдәргә тәржемә ителгән, – тине Константин Толкачев. – Китаптың Яҡутстанда сығыуы төбәктәребеҙ халҡының мәҙәни үҫешенә, уларҙың рухи яҡынайыуына булышлыҡ итәсәк, әлбиттә.
Константин Толкачев билдәләүенсә, былтыр декабрҙә Башҡортостан һәм Яҡутстан парламенттары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне. Документ закон сығарыу өлкәһендә генә түгел, шулай уҡ инвестиция, демография, йәштәр сәйәсәте, халыҡтың социаль именлеге һәм рухи үҫеше, үҙебеҙҙең тауар етештереүселәргә ярҙам итеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йәһәтенән үҙ-ара эш итеүҙе күҙаллай.
– Парламенттарыбыҙ араһында ошондай тәүге килешеүгә 1998 йылда ҡул ҡуйылғайны. Ул ошо йылдарҙа бик файҙалы булды. Төбәк-ара хеҙмәттәшлек ваҡыт һынауын үтте, нығый, үҫә. Беҙ бергәләп федераль кимәлдә республикаларҙың мәнфәғәтен яҡлайбыҙ, Рәсәй закон сығарыусылары советында тығыҙ эшләйбеҙ, төбәктәрҙең мәҙәни бәйләнештәрен нығытыуға булышлыҡ итәбеҙ, – тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе.

«Башҡортостан» гәзитенән.

Просмотров (11)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *