Булыр илдең балаһы…

курултайБаймаҡ районының Аҡморон ауыл биләмәһе башҡорттары ҡоролтайы ауылдарҙы төҙөкләндереү, халыҡтың йәшәйеше, тын алышы менән танышыу, ниндәй проблемалар борсоуын асыҡлау маҡсатында ҡорға йыйылды. Уның ҡарарына ярашлы, ошо биләмәгә ҡараған Аҡморон, Мәмбәт, Ҡаратал, Сәйғәфәр, Аҡтау ауылдарында күсмә ултырыштар үтте. Был сарала ауыл биләмәһе хакимиәте, ауыл Советы депутаттары, “Ағинәйҙәр” һәм “Атайсал” клубтары ағзалары, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар советтары ағзалары, төрлө учреждение етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты.
— Бөгөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе — төҙөкләндереү, — тип аныҡ бурыстар билдәләне урындағы ҡоролтай рәйесе Рим Сөләймән улы Йәнбирҙин. — Проб­лемаларҙы бергәләп хәл итеү талап ителә. Төп маҡсат — урамдарҙы төҙөклән­дереү, социаль объекттарҙы, янғын хәүефһеҙ­леген күҙәтеү, ауыр хәлдәге һәм шулай уҡ өлгөлө, йүнсел ғаиләләрҙең йәшәйеше менән танышыу.
Урындағы ҡоролтайҙың тәүге күсмә ултырышы Аҡморондан башланды. Бында 1574 кеше теркәлгән, ләкин уларҙың ни бары 865-е ауылда йәшәй. Шуларҙың 572-һе башҡорт. 485 йорттоң 78-е буш тора! Ошонда теркәлгәндәрҙең яртыһы тиерлек ситтә йәшәй. Шунлыҡтан Аҡморонда буш торған йорттар бик күп. Уларҙы даими рәүештә төҙөкләндереү, тирә-яғын сүп-сарҙан таҙартыу талап ителә. Быға беҙ рейд барышында ла инандыҡ. Мәҫәлән, К. Маркс урамындағы 74 өйҙөң — 12-һе, Ленин урамындағы 141 йорттоң — 23-ө, 1 Май урамындағы 32 йорттоң — 11-е, Тыныслыҡ урамындағы 105 йорттоң 13-ө буш тора. Аҡморонда етем балалар өсөн икешәр фатирлы ике йорт төҙөлгән, ләкин бөгөн уның береһендә генә йәшәйҙәр.
Ауылды төҙөкләндереү менән шөғөл­ләнгән йәмғиәтте А.П. Денисов етәкләй. Күп ҡатлы йорттар алдынан сүп-сарҙы сығарыу, ихата алдын тәртипкә килтереү — уларҙың бурысы.
— Бөгөн халыҡтың хеҙмәт өсөн бурысы күпләп йыйылған, — тине ул. — Ярлылар һәм байҙар түләмәй. Бурыстарҙың йыйылыуы беҙҙең эшмәкәрлекте тотҡарлай.
Бер — аҡ, бер — ҡара тигәндәй, бында бер матурға — бер яман… өй. Ҡотһоҙ, иҫке өйҙәр араһында күркәм, ҡот уйнағандары ла бар. Шуларҙың береһе Рауил Хөрмәт улы Байғотлиндыҡы. Тирмәнсе булып эшләгән Рауил ағай бөгөн хаҡлы ялда. Алтын ҡуллы оҫта хужалығын үҙ ҡулдары менән ҡорған. Беҙҙе иң ҡыҙыҡһындырғаны уның тиҙәктән “зәңгәр яғыулыҡ”, йәғни биогаз табыуы булды. “Тауыҡ тиҙәге, йәшел үлән, рапс, кукуруздан да биогаз эшләргә мөмкин. Мискәгә иҙеп тултырылған тиҙәктән газ баллонына ун атмосфера газ йыйыла, ул 1 сәғәт тә 45 минут тотоноуға етә”, — тине Рауил ағай. Был өйҙә шулай уҡ ҡояш энергияһын да файҙаланалар. Әлегә уға электр лампочкаһы ғына тоташтырылған. Ошо арала башҡа көнкүреш техникаһы өсөн дә панелдәрҙе арттырырға иҫәп тота.
Урындағы ҡоролтайҙың киләһе күсмә ултырышы Мәмбәттә үтте. Баймаҡҡа терәлеп ятҡан бәләкәй генә был ауылдың шундай төҙөк, матур икәнен күптәр белмәйҙер ҙә әле. Бында йәйен дә, ҡышын да бер ниндәй сүп күрмәҫһең. Яңылыш ҡына осоп йөрөгән кәнфит ҡағыҙы ла юҡ хатта.
— Хәйер, беҙҙә йыл әйләнәһенә шундай таҙалыҡ һәм тәртип, — тине Мәмбәт ауылы старостаһы Рәзилә Фәйзуллина. — Халыҡ беҙҙә матурлыҡты ярата. Шунлыҡтан һәр кем үҙ йортон, биләмәһен, ихатаһын тулы тәртиптә тоторға тырыша. Тағы ла шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең ауылда эскән йә алкоголь һәм спиртлы эсемлек менән сауҙа иткән бер генә кеше лә юҡ.
Рәзилә Фәйзуллина оло ғорурлыҡ менән беҙҙе урам буйлап алып йөрөнө. Ауылда барлығы 52 йорт, шуларҙың һигеҙе буш. Шуныһы ҡыуаныслы: һигеҙ йорт төҙөлә башлаған, тағы ла дүрт ер бүлеме билдәләнгән. Ауылда 186 кеше теркәлгән, шуларҙың 146-һы йәшәй. 20 пенсионер, мәктәпкәсә йәштәге 15 бала иҫәпләнә. Урындағы мәктәптә ете бала уҡый.
— Ата-әсәләр һәр яҡлап та беҙгә ярҙам күрһәтә, — тине уҡытыусы Гөлдәр Мос­тафа ҡыҙы. — Төрлө байрамдарҙы бергә уҙғарабыҙ. Картуфты ла, төрлө йәшелсә, еләк-емеште лә бергә ултыртабыҙ. Йыйып алынған уңышты ашханаға оҙатабыҙ.
Бергәләшеп эшләгәндең емеше лә татлы. Быны ауылдың уңған эшҡыуары Таһир Юнысов та иҫбатлай. Бөгөн ул һөт йыйыу һәм үҫемлекселек йүнәлешендә эшләй, ете кешегә эш урыны булдырған.
Мәмбәттә бөгөн иман йорто — мәсет төҙөү эше киң йәйелдерелгән. Был сауап­лы эште оҙаҡҡа һуҙмай, быйыл сафҡа индереү планлаштырыла. Ысынлап та, мәмбәттәрҙән өлгө алырлыҡ шул!
Ҡаратал. Урындағы ҡоролтайҙың киләһе ултырышы бында уҙҙы. Ауылда 144 өй, 360 кеше йәшәй. Бөгөн 26 йорт буш тора. Хужалыҡта 234 мал аҫрала. Ә бына 36 йортта бөтөнләй мал көтөлмәй, хатта тауыҡ та. Ауыл ерендә йәшәп, хатта тауыҡ та көтмәгән кеше ғәжәпләндерә. Урамдар бында төҙөк, матур. Кеше йәшәмәгән өйҙәрҙе лә ташландыҡ тип әйтмәҫһең.
— Беҙҙә өйләнмәгән 61 егет йәшәй! Тимәк, йәмғиәтебеҙ 61 ғаиләнән мәхрүм, берәрҙән генә һанағанда ла, 61 сабый донъяға килмәгән, — тине ауыл старос­таһы Рим Йәнбирҙин. — Ғаилә ҡормауҙың сәбәбе ниҙә? Ә уны алыҫтан эҙләргә кәрәкмәй: эскелек, эшһеҙлек, маҡсатһыҙ йәшәү… Бына был йортта яңғыҙ егет йәшәй, донъяһын бынамын тигән итеп көтә, ә бында йәшәгән яңғыҙаҡ эсә. Өйләнмәгән ир-ат араһында 50-55 йәшлектәр ҙә бар. Ҡайһы берәүҙәренең йыйылышып эсеп йөрөүе ауылыбыҙҙы биҙәмәй. Вахта менән эшләп ҡайтҡан берәү 65 мең һум аҡсаһын эсеп бөткән! Ул кешегә нимә әйтәһең инде? Көмөшкә, төрлө спирт менән һатыу итеүселәр бар. Улар менән закон телендә һөйләшеү алып барабыҙ.
Ҡараталда ике крәҫтиән (фермер) хужалығы бар. Рәзилә менән Вәлит Юлыевтар малсылыҡ, баҫыусылыҡ менән шөғөлләнә. Фермер булараҡ, хужалығын күтәреү өсөн грант алғандар. Улар совхоздан ҡалған фермаларҙа мал көтә. Эште алып барыу өсөн матди-техник база нығытылған. Ә Зәлифә менән Айбулат Юнысбаевтар районда тәүгеләрҙән булып крәҫтиән (фермер) хужалығы төҙөгән. Улар бөгөн уңышлы ғына эшләп, аяғында ныҡлы баҫып торған хужалыҡтарҙан һанала. Юнысбаевтар бер нисә кешегә эш урыны булдырған.
— Бына улар һымаҡ ауылда тағы ла бер-ике фермер кәрәк. Уларҙан үрнәк алып, бәлки, башҡалар ҙа ҡыбырҙар ине тигән өмөттәмен, — тине Рим Йәнбирҙин. — Ауылда һәр урамда өс кешенән торған совет ойошторолған. Үҙҙәрендәге проб­леманы улар үҙҙәре ҡарай. Килеп сыҡмай икән, беҙгә мөрәжәғәт итәләр һәм бергәләп хәл итеү юлын эҙләйбеҙ.
Ҡараталдарҙың тағы ла бер яҡшы эше тураһында яҙып үтмәү мөмкин түгел. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаш­тарының яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында уларҙың фоторәсемдәрен мәрмәр ташҡа күсертеп, мемориаль комплексҡа теҙгәндәр. Сығымдарҙы һәр кемдең туғаны үҙе күтәргән. Сарала ҡатнашыусылар был эште башҡа ауылдарҙа ла башҡарырға кәрәклеген билдәләне.
Сәйғәфәрҙә үткән сарала ҡатнашыу­сыларҙың хәтерендә 107 йәшлек Ғәфирә инәй Тәңребирҙина менән булған осрашыу хәтерҙә уйылып ҡалған. Оҙаҡ йәшәүселәр һәр ваҡытта ла серле, мөғжизәле тормош алып барған кеүек. Быуаттан ашыу ғүмер иткән Ғәфирә инәй — илебеҙ тарихының тере шаһиты. Дин юлын үҙ иткән инәй намаҙҙарын ҡалдырмай. Бар тырышлығын һалып, тормоштан йәм һәм ғәм табып йәшәй. Бына кемдән үрнәк алырға кәрәк!
Ысынында ла Сәйғәфәрҙә тырыш, сәмсел халыҡ йәшәй. Бында 200-ҙән ашыу йорт бар, шуларҙың 24-е буш тора. 647 кеше йәшәй (337-е ҡатын-ҡыҙ). 116 пенсионер. Буйҙаҡ егеттәр ҙә (40-тан ашыу), кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар ҙа (25) бар. Ауылда эш юҡ кимәлдә. Шунлыҡтан күптәр ситкә китергә мәжбүр, һөҙөмтәлә ҡатын-ҡыҙҙар донъя йөгөн үҙ елкәләрендә тарта. Балалар ҙа атайҙарын һирәк күрә. Шәхси ихаталарҙа мал күпләп аҫрала, 5-әр, 7-шәр һыйыр тотоусылар бар.
Ауылда бер крәҫтиән (фермер) хужалығы эшләй. Мәргән Байсыуаҡов баҫыусылыҡ һәм малсылыҡ йүнәлешен һайлаған. Хәмзә Әбилев үҙенең туғандары менән кооператив ойошторған. Улар, пай ерҙәрен берләштереп, иген сәскән. Кәрәкле техника тупланған. Бер нисә кешегә өҫтәмә эш урыны булдырылған. Үҫтереп алынған иген менән халыҡты тәьмин итәләр.
Ауыл халҡы йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша. Төрлө мәҙәни сараларҙы, экологик өмәләрҙе бергә тупланып атҡарып сығалар. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына ярашлы тракторлы булғандар. Өр-яңы ДТ тракторы бик күп проблемаларҙы хәл итеүгә булышлыҡ иткән. Хәҙер иһә уларға ҡыштарын буран ҡурҡыныс тыуҙырмай — юл бар. Түләш урамы халҡы Зәбир Ғәлиндең ярҙамы менән яңы күпер төҙөгән.
Сәйғәфәрҙәр золом ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған обелискты ла тәртиптә тоторға тырыша. Уны тергеҙеүгә ауыл Советы депутаты Фирғәт Истәков күп көс һалған. Обелискта репрессия ауына эләккән 35 кешенең исем-шәрифе уйып яҙылған.
— Аҡтау — бай тарихлы төбәк. Борон был урында ат заводы булған, уны бригадир Ғөбәйт Кәримов ойошторған, — тип беҙҙе ауылы менән таныштырҙы староста Шамил Арыҫланбаев. — Ул бындағы ике аҡ тау итәген, эргәлә генә шишмәләр ағыуын оҡшата. Тәүҙә йәйләү генә була, һуңынан ауыл барлыҡҡа килә. Ғөбәйт Кәримов, Исмәғил Аралбаев, Фазылйән Мәмбәтовтар беренселәрҙән булып ғаиләләре менән күсеп килә.
Бөгөн Аҡтауҙа 77 йорт бар, 15-е буш тора. 62 кешенең 38-е пенсионер. Аҡтауҙа тырыш, хеҙмәт яратҡан халыҡ йәшәй. Йорттар тәртиптә, урамдар таҙа. Хәтимә Юнысбаева, Тәслимә Ноғоманова, Рәшиҙә Байрамғолова, Мансур Азаматов, Шамил менән Камил Арыҫланбаевтар, Фәнил Байымов, Әлим Кәлимов, Динислам Иҫәндәүләтов, Кинйәғәле Ноғоманов, Таһир Арыҫланбаев һәм башҡалар урамдарҙы тәртипкә килтереү өсөн бар тырышлығын һала. Ауылда биш йыл элек мәсет төҙөлә башлаған. Бөгөн унда эштәр тамамланыу өҫтөндә.
Ҡасандыр гөрләп торған мәктәп кенә бөгөн етемһерәп, бушап ҡалған. 1986 йылда төҙөлгән клубта иһә тормош ҡайнай. Ошонда уҡ китапхана урынлашҡан. Был – халыҡтың яратҡан урыны. Ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ошонда ҡорға йыйылып, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итә. “Аҡ сәскә” фольклор ансамбле уңышлы эшләй.
— Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тиҙәр, — тине Аҡморон ауыл биләмәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рим Йәнбирҙин, ултырыштарға йомғаҡ яһап. — Был сара йыл дауамында барҙы. Беҙ биш ауылда ла булдыҡ. Халыҡтың йә­шәйеше, тормошо менән таныштыҡ. Ҡай­ҙа, нимә, нисегерәк икәнен сағыштырып ҡарай алабыҙ. Күршеләрҙең яҡшы яғын өйрәнеп, үҙебеҙҙә лә шуны булдырырға тырышайыҡ. Урындарҙа башлыса бер үк проблема күтәрелә. Ысынлап та, халыҡҡа эш урындары кәрәк. Юғиһә күптәр ситкә китеп эшләй. Ғаиләһе менән бергә йәшәһәләр, ҡайһы бер проблемалар булмаҫ ине. Эскелеккә лә кәртә ҡуйылыр ине. Бөгөн Аҡтау, Мәмбәт ауылдарында эскелек, спирт, көмөшкә менән һатыу итеүселәр юҡ, тибеҙ. Уларҙан өлгө алырға кәрәк.
Ысынлап та, Аҡтау һәм Мәмбәт кеүек ауылдар районда бармаҡ менән генә һанарлыҡ, ләкин миҙалдың икенсе яғы ла бар. Бәләкәй ауылдарҙың киләсәге билдәһеҙ. Уларҙа яңы мәктәп, балалар баҡсаһы асыу тураһында һүҙ алып барыу урынһыҙ. Әгәр артабан да ошолай дауам итһә, башҡа ауылдарҙы ла шул уҡ хәл көтмәҫ, тимә.
— Урындағы башҡорттар ҡоролтайы ҙур эш атҡарҙы, — тине Аҡморон ауыл биләмәһе башлығы Марс Әҡсән улы Әбүбәкиров. — Күршеләрҙең хәлен белеп, уларҙың йәшәйеше менән таныштыҡ. Фәһем алырлыҡ, өйрәнәһе тәжрибә күп. Проблемаларҙы бергәләп хәл итеү юлын эҙләйек. Иң тәүҙә эш урындары булдырыу мотлаҡ, ләкин ҡайҙандыр ярҙам көтөп ятыу заманы уҙған, үҙебеҙгә эшләргә, ҡуҙғалырға ваҡыт. Мәҫәлән, бөгөн көтөүсе табып булмай. Эш һораусы күп, ләкин мал көтөргә теләүсе юҡ.
Мәҡәләмде шундай хикәйәт менән тамамлағым килә: барлыҡ уңайлыҡтар булдырып, ике пар сысҡанды шунда бикләгәндәр. Яҡтыла, йылыла рәхәтләнеп үрсеп киткәндәр. Улар артҡандан-арта барған, ләкин был күпкә бармаған. Көслөләр көсһөҙҙәрен йәберләп, уларҙы ашай башлаған. Иң әрһеҙҙәре генә тороп ҡалған. Был тәжрибәне 25 тапҡыр үткәреп ҡарағандар. Шул уҡ хәл ҡабатланған. Был нимәне аңлата? Әҙерҙе көтөп түгел, ҡаршылыҡтарҙы йырып сығып, үҙ тормошобоҙҙо үҙебеҙгә ҡорорға кәрәк, тигәнгә ишара. Бөтә булған һынауҙы ла лайыҡлы үтергә тырышайыҡ. Бәлки, шул ваҡытта етем балалар ҙа, асарбаҡтар ҙа булмаҫ ине.
Лилиә Таҡаева,
Баймаҡ районы.

 

Просмотров (17)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *