Йәнә бер балалар баҡсаһында — башҡорт төркөмө

Ата-әсәләрҙең һорауы буйынса Шишмә районы “Алкин” шифаханаһы ауылының “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында “Ҡурай” башҡорт төркөмө асылды. Төркөм асыуға балалар ҙа, ата-әсәләр һәм тәрбиәселәр ҙә етди әҙерләнгән. Төркөмдә башҡорт милли мөйөшө – тирмәнең бер күренеше эшләнгән. Диуарҙарҙың биҙәлеше лә, шәжәрәләр эленеп тороуы ла башҡорт мөхитен булдырыуға ярҙам итә. Кескәйҙәр туған телдә шиғырҙар һөйләп, йыр йырлап ишеттерҙе, дәртләнеп […]
Продолжить чтение…