Йәнә бер балалар баҡсаһында — башҡорт төркөмө

IMG_5019Ата-әсәләрҙең һорауы буйынса Шишмә районы “Алкин” шифаханаһы ауылының “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында “Ҡурай” башҡорт төркөмө асылды. Төркөм асыуға балалар ҙа, ата-әсәләр һәм тәрбиәселәр ҙә етди әҙерләнгән. Төркөмдә башҡорт милли мөйөшө – тирмәнең бер күренеше эшләнгән. Диуарҙарҙың биҙәлеше лә, шәжәрәләр эленеп тороуы ла башҡорт мөхитен булдырыуға ярҙам итә. Кескәйҙәр туған телдә шиғырҙар һөйләп, йыр йырлап ишеттерҙе, дәртләнеп бейене. Ата-әсәләр төркөм асыу тәҡдимен күтәреп алған баҡса мөдире Регина Ринат ҡыҙы Ильясоваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Ҡурай” төркөмөн тәжрибәле тәрбиәсе Зәлифә Фәнил ҡыҙы Вәлиева етәкләй.

IMG_4978Яңы асылған төркөмгә бүләктәр менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан ойошма етәксеһе Әмир Ишемғолов, ветеран педагог Мәрйәм Бураҡаева, ҡоролтайҙың Башҡарма комитет ағзаһы, Өфөләге 166-сы балалар баҡсаһы мөдире Гөлсара Килдеғолова килде.  Шулай уҡ тантанала республиканың Мәғариф министрлығынан, Мәғарифты үҫтереү институтынан, Шишмә районының Мәғариф идаралығынан һәм район ҡоролтайынан вәкилдәр ҡатнашты.

“Алкин” шифаханаһы ауылы – Өфө янындағы “Үҙ йортом” социаль программаһы буйынса төҙөлгән 3 ауылдың береһе. Ауылда йәшәгән халыҡтың яртыһы – башҡорт милләтенән.  2015 йылда файҙаланыуға тапшырылған яңы “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында спорт залы, музыка бүлмәләре, рәсем төшөрөү студияһы бар. Бөгөн килеп тулыһынса йыһазландырылған баҡсала башҡорт мөхитенә урын табылыуы иһә – айырыуса ҡыуаныслы.

Балалар баҡсаһы мөдире Регина Ильясова билдәләүенсә, уларға үҙҙәренең ауылынан тыш, күрше-тирәләге Уҙытамаҡтан, Яңы Михайловканан, Алкин ҡасабаһынан да балаларын йөрөтәләр. Дүрт ауыл халҡының, тимәк, бөгөн балалары өсөн башҡортса белем алыуҙы һайлауға мөмкинлеге бар.

IMG_5145Әйткәндәй, балаларҙы үҙ телендә тәрбиәләү өсөн хоҡуҡи йәһәттән бер кәртә лә юҡ.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Гөлсара Килдеғолова ата-әсәләрҙән быны талап итеп яҙылған ғаризалар кәрәк булыуын билдәләне.

– Әлеге көндә Өфө ҡалаһының һәр районында башҡорт балалар баҡсаһы йәиһә баҡсала башҡорт төркөмдәре бар. Башҡа балалар ойошмалары ла башҡорт төркөмдәре асырға әҙер. Әммә ата-әсәләргә әүҙем булырға, ойошҡан рәүештә үҙҙәре йөрөгән баҡса мөдиренә ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Май айында икенсе уҡыу йылына төркөмдәр туплау башлана. Ошо осорҙа йүнәлтмә артынан мәғариф бүлегенә килгәндә комиссияға ошо теләкте белдерергә кәрәк. Әгәр йәшәгән урын буйынса мөмкинлек бар икән, һеҙҙе әҙер төркөмгә ебәрәләр. Әммә башҡорт балалар баҡсаһы йыраҡ икән, ғариза менән эш итергә кәрәк.

Белгес әйтеүенсә, башҡорт төркөмө асыуға бәйле ғаризалар иҫәбе аныҡ ҡына билдәләнмәгән. Шулай ҙа ауыл ерендә мөдирҙәр – 12, ҡалала 25 ғариза талап итеүе ихтимал. Закон буйынса иһә 3 бала туған телендә белем алыуға теләк белдерһә, уларға түңәрәк формаһы булһа ла тәҡдим ителергә тейеш. Ил һәм Башҡортостан Конституцияһында ла был хаҡта асыҡтан-асыҡ яҙылған: һәр кем туған телендә белем алырға хоҡуҡлы!

IMG_5091“Ҡурай” төркөмөн асыу тантанаһында ҡунаҡтар шулай уҡ был балаларҙың артабан ҡайһы мәктәпкә барыуы һәм унда уларға үҙ телендә белем алыуға мөмкинлектәре булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынды. Шишмә районы Мәғариф идаралығы етәксеһе Сөләймән Ваһапов был мәсьәләне контролгә алырға вәғәҙә бирҙе.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йыл башында башҡорт балалар баҡсаһы йәки балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асыуға өлгәшкән инициативалы ата-әсәләргә Өфөләге Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәгендә дауаланыуға сертификат бүләк итеүе тураһында иғлан иткәйне. Был акцияны тәүгеләрҙән күтәреп алған һәм урындағы мәғариф етәкселәренә мөрәжәғәт итеп, төркөм асыуға өлгәшкән ата-әсәләргә Ҡоролтай рәйесе Әмир Ишемғолов сертификат ҡына түгел, “Ҡурай” тәрбиәләнеүселәре өсөн бихисап уйынсыҡтар ҙа тапшырҙы.
Әйткәндәй, ошо уҡ акция нигеҙендә ошо арала Йылайыр район үҙәгендә лә башҡорт төркөмө асыла.
Ә һеҙ, хөрмәтле йәмәғәт, балаларығыҙ баҡсала башҡорт телендә белем алһын өсөн ғариза яҙҙығыҙмы? Барыһы ла һеҙҙең ихтыярҙа. Әүҙемерәк булайыҡ! Башҡортостанда балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асыу байрам түгел, ғәҙәти эш булырға тейеш!

 

Саранан фотоларҙы ошонда ҡарарға.

Просмотров (29)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *