Совет ултырышы үтте

IMG_5174Уҙған аҙнала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты советының киңәйтелгән ултырышы үтте. Сарала Ҡоролтайҙың Совет ағзаларынан тыш, республиканың  Мәғариф министрлығынан, “Беренсе” сығарылыш уҡыусылары ассоциацияһынан һәм Республика ата-әсәләр комитетынан вәкилдәр, Өфөләге милли гимназиялар директорҙары ҡатнашты.

Ултырышты асып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов Башҡортостан Республикаһының дәүләт инновацион дөйөм белем биреү ойошмаларының проблемалары һәм үҫеш перспективалары  тураһында һүҙ тотто, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уставының яңы редакцияһын күмәкләп ҡарарға саҡырҙы. Етәксе әйтеүенсә, милли мәктәптең уставы туған тел булараҡ башҡорт телендә уҡытыуҙы юридик яҡтан нығытырға, гимназияны башҡорт кадрҙары тәрбиәләүсе уҡыу йорто булараҡ һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелергә тейеш. Камиллаштырылған уставты һуңынан республикалағы башҡа милли мәктәптәргә таратыу зарур.

Советта билдәләнеүенсә, бөгөн халыҡ һәм милли мәктәптәр нисбәте тура килмәй, бигерәк тә Өфө ҡалаһында башҡорт гимназиялары аҙ. Бынан тыш, миллиIMG_5181 мәктәпкә йәшәү урыны буйынса бөтөн балаларҙы ла уҡырға алыуҙары арҡаһында уҡыу ойошмаһы милли үҙенсәлеген һаҡлай алмай. Ошоно үҙ уңында тотоп, ултырышта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа район үҙәктәрендә, ҡалаларҙа эшләп килгән башҡорт гимназияларын муниципалитет ҡарамағынан алып, дәүләт ҡарамағына күсереүҙе һорап мөрәжәғәт итергә, тигән тәҡдим индерелде.

Һуңғы арала башҡорт йәмәғәтселегенән Ҡоролтайға Өфөлә Татарстандың халыҡ шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйырға йыйыныуҙары тураһында борсолоу белдереп яҙылған бихисап мөрәжәғәт килде. Совет ултырышында билдәләнеүенсә, Башҡортостандың баш ҡалаһында башҡорт халҡының арҙаҡлы улдары Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйылмайынса тороп, Туҡайҙың исемен мәңгеләштереү урынһыҙ. Был уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Советы ҡарары нигеҙендә Мәҙәниәт министрлығына мөрәжәғәт менән сығырға, тигән ҡарар сығарылды.

Бынан тыш ултырышта «Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәре һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаIMG_5178һының «Башҡорт теле» подпрограммаһы буйынса фекер алыштылар, Ҡоролтай янындағы Республика ата-әсәләр комитеты һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында ситтән тороп тауыш биреү үткәреү тәртибе хаҡындағы положениелар ҡаралды.

Совет ултырышында ҡаралған тағы бер һорау –  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Башҡорт халыҡ геройы» тигән маҡтаулы исемен булдырыу. Ултырышта ҡатнашыусылар был тәҡдимде хуплап сыҡты. Ҡарарҙы раҫларға, миҙалдың формаһына конкурс иғлан итергә һәм уның документтарына бәйле эштәрҙе Башҡортостан Республикаһының юбилейына – 2019 йылғы байрам тантанаһына өлгөртөргә ҡарар ителде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты матбуғат хеҙмәте.

 

 

 

 

 

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Советы ултырышы

ПРОТОКОЛЫ

11 апрель 2018 йыл, 16.00 сәғ.

Ултырышты алып барҙы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты Ишемғолов Әмир Миңләхмәт улы

Секретарь – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты баш белгесе Ҡотлогилдина Тәнзилә Рәхимғол ҡыҙы

 

17 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Советы ағзаһынан 14 кеше ҡатнаша. Кворум бар (теркәү исемлеге ҡушымтала).

Саҡырылғандар:

Сәфиуллина Розалия Рәсих ҡыҙы, Мәғариф министрлығының милли мәғариф, төбәктәр хеҙмәттәшлеге һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге начальнигы;

Фәзлетдинова Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы, Р.Ғарипов ис. 1-се БРГИ директоры;

Ғөзәйеров Борис Миҙхәт улы, Р.Ғарипов ис. 1-се БРГИ-ны тамамлаусыларҙың «Беренсе» ассоциацияһы етәксеһе, юрист;

Биккинин Руслан Хәйҙәр улы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эргәһендә Республика ата-әсәләр комитеты рәйестәше;

Әхмәҙиева Гөлназ Ғәфир ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы директоры;

Республика ата-әсәләр комитеты ағзалары – 3 кеше;

«Беренсе» ассоциацияһы ағзалары – 5 кеше.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Советы ағзаларының ҡарары менән көн тәртибенең тәүге һорауын хәл иткәс, «Беренсе» ассоциацияһы ағзалары Совет ултырышынан сығырға тейеш.

 

Көн тәртибе

  1. Башҡортостан Республикаһының дәүләт инновацион дөйөм белем биреү ойошмаларының проблемалары һәм үҫеш перспективалары. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уставының яңы редакцияһын ҡарау;
  2. «Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәре һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһының «Башҡорт теле» подпрограммаһын ҡарау;
  3. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге Республика ата-әсәләр комитеты хаҡындағы положениены ҡарау;
  4. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Советының БР Мәҙәниәт министрлығы иғлан иткән Татарстандың халыҡ шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл төҙөү проектына конкурсын иғлан итеүенә мөнәсәбәте хаҡында;
  5. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Халыҡ батыры» маҡтаулы исемен булдырыу хаҡында (Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Шәйхзада Бабич, Миңлеғәли Шайморатов һ.б.);
  6. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында ситтән тороп тауыш биреүҙе ойоштороу тәртибе хаҡында положениены ҡарау;
  7. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә Аҡһаҡалдар һәм Ағинәйҙәр ҡоро положениеһын ҡарау;
  8. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә Аҡһаҡалдар һәм Ағинәйҙәр ҡоро рәйесе вазифаһына кандидатура ҡарау;
  9. Төрлөһөнән

 

1-се һорау – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уставының яңы редакцияһын ҡарау.

Күзбәкова Рәйсә Абдрахман ҡыҙы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты баш белгесе, Уставҡа өҫтәлмәләр һәм үҙгәрештәр менән таныштырҙы. (Ҡушымта 2)

Ә.М.Ишемғолов, Ф.Ғ. Хисамитдинова, Р.Р. Сәфиуллина, Т.Ғ. Мөхтәров, Б.М. Ғөзәйеров, Г.Ғ. Әхмәҙиеваларҙы тыңлағас, түбәндәге ҡарар сығарылды:

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Советы ағзалары тәҡдим ителгән өҫтәлмәләрҙе ҡабул итә. Устав туған тел булараҡ башҡорт телендә уҡытыуҙы юридик яҡтан нығытырға, гимназияны башҡорт кадрҙары тәрбиәләүсе уҡыу йорто булараҡ һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелергә тейеш. Б.М. Ғөзәйеровҡа камиллаштырылған уставты 13 апрелдә гимназия коллективы тарафынан ҡарауға һәм ҡабул итеүгә сығарырға, 15 апрель Мәғариф министрлығына тапшырырға тәҡдим итә. Устав ҡабул ителгәс, башҡа башҡорт милли гимназия-лицейҙары өсөн өлгө булырға тейеш.

 

Башҡортостан Республикаһының дәүләт инновацион дөйөм белем биреү ойошмаларының проблемалары һәм үҫеш перспективалары менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты баш белгесе Күзбәкова Рәйсә Абдрахман ҡыҙы таныштырҙы.

Ә.М.Ишемғолов, Ф.Ғ. Хисамитдинова, Г.Г.Янбаева, Т.Ғ. Мөхтәров, Г.Ғ. Әхмәҙиева, Л.Н. Фәзлетдиноваларҙы тыңлағас, түбәндәге ҡарар сығарылды:

  1. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З.Хәмитовҡа милли гимназия-лицейҙары селтәрен һаҡлау һәм уларҙы территориянан азат итеү сараһын күреүен һорап мөрәжәғәт итергә;
  2. Мәғариф министрлығынан республика ҡарамағындағы уҡыу йорттарының һәм милли гимназия һәм лицейҙарының етәкселәрен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты менән килешеп тәғәйенләүен һорарға;
  3. Милли мәктәптәргә йәшәү урыны буйынса бөтә балаларҙы ла уҡырға алыуҙары арҡаһында уҡыу ойошмалары милли үҙенсәлеген һаҡлай алмауын иҫәпкә алып, Мәғариф министрлығынан бөгөнгө көндә яҡлауға ныҡ мохтаж булған ҡайһы бер милли инновацион уҡыу йорттарын дәүләт ҡарамағына күсереүгә бәйле һорауҙы ҡарауын һорарға;
  4. Мәғариф министрлығынан милли уҡыу йорттарының етәкселеге менән берлектә республика дәүләт инновацион дөйөм белем биреүсе уҡыу йорттарында уҡытыуҙың һәм тәрбиә эшенең сифатын яҡшыртыу, педагогик кадрҙарҙың квалификацияһын күтәреү буйынса план төҙөүен һәм уны эҙмә-эҙлекле ғәмәлгә ашырыуын һорарға;
  5. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында һәм милли гимназия-лицейҙарҙа туған телдәрҙе уҡытыуҙың, тәрбиә эшенең торошон һәм гимназияға балаларҙы ҡабул итеүҙе контролдә тотоуҙы йөкмәтергә.
  6. Бөгөн халыҡ һәм милли мәктәптәр нисбәте тура килмәүен иҫәпкә алып, булған мөмкинлектәрҙе файҙаланып, милли мәктәптәр селтәрен киңәйтергә.

 

2-се һорау – «Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәре һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһының «Башҡорт теле» подпрограммаһын ҡарау

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ә.М. Ишемғолов тәҡдиме менән, бик киң спектрҙы алған һорау булыуын иҫәпкә алып, икенсе совет ултырышына ҡалдырырға ҡарар ителде.

3-сө һорау – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә Республика ата-әсәләр комитеты хаҡында положениены ҡарау

Р.Х. Биккинин, Ә.М. Ишемғолов, Г.Г. Янбаева, Р.А. Күзбәковаларҙың ата-әсәләр комитеты эше тураһында мәғлүмәтен тыңлағас, положениены ҡабул итергә һәм раҫларға тигән ҡарар сығарылды.

4-се һорау – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Советының БР Мәҙәниәт министрлығы иғлан иткән Татарстандың халыҡ шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл төҙөү проектына конкурсын иғлан итеүенә мөнәсәбәте хаҡында.

Ә.М.Ишемғолов, В.Х. Аҙнаев, Н.М. Ҡалмантаев, А.Ш. Ярмуллин, А.И. Аҡманов, Г.Г.Янбаеваларҙы тыңлағас, түбәндәге ҡарар сығарылды:

һуңғы арала башҡорт йәмәғәтселегенән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына Өфөлә Татарстандың халыҡ шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыуға ҡарата борсолоу белдереп яҙылған мөрәжәғәттәренә таянып, тәү сиратта Башҡортостандың баш ҡалаһында башҡорт халҡының арҙаҡлы улдары Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйылмай тороп, Туҡайҙың исемен мәңгеләштереү урынһыҙ икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, Мәҙәниәт министрлығына Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйыуҙы һорап мөрәжәғәт итергә.

5-се һорау – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Халыҡ батыры» маҡтаулы исемен булдырыу хаҡында (Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Шәйхзада Бабич, Миңлеғәли Шайморатов һ.б.)

Ә.М. Ишемғолов, Г.Г. Янбаева, Ф.Ғ. Хисамитдинова, Р.С. Баяновтарҙы тыңлағас, түбәндәге ҡарар сығарылды:

атамаһын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Башҡорт халыҡ геройы» маҡтаулы исеме тип үҙгәртеп, положениены нигеҙҙә ҡабул итергә, үҙгәрештәр индереп, Башҡарма комитет ултырышында раҫларға. Миҙалдың формаһына конкурс иғлан итергә һәм уның документтарына бәйле эштәрҙе Башҡортостан Республикаһының юбилейына, 2019 йылғы байрам тантанаһына өлгөртөргә.

6-сы һорау – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында ситтән тороп тауыш биреүҙе ойоштороу тәртибе хаҡында положениены ҡарау

Ә.М. Ишемғолов, В.Х. Аҙнаевтың тәҡдимдәрен тыңлап, түбәндәге ҡарар сығарылды:

Башҡарма комитет ағзалары төрлө сәбәптәр арҡаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ултырыштарында ҡатнаша алмағанда, ситтән тороп тауыш биреү практикаһын ҡулланыу маҡсатында положениены ҡабул итергә һәм раҫларға.

7-се һорау – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә Аҡһаҡалдар һәм Ағинәйҙәр ҡоро положениеһы хаҡында

Ҡарар: оло йәштәге, ихтирам ҡаҙанған ағай-апайҙарҙы Ҡоролтай эргәһендә Аҡһаҡалдар һәм Ағинәйҙәр ҡорона тупларға, положениеһын нигеҙҙә ҡабул итергә, өҫтәлмәләр, үҙгәрештәр индереп, Башҡарма комитет ултырышында раҫларға.

8-се һорау – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә Аҡһаҡалдар һәм Ағинәйҙәр ҡоро рәйесе вазифаһына кандидатура ҡарау

Ә.М. Ишемғоловтың тәҡдиме менән Аҡһаҡалдар һәм Ағинәйҙәр ҡоро рәйесе вазифаһына Аҙнаев Вельмир Хайбрахман улының кандидатураһын тәҡдим итергә һәм Башҡарма комитет ултырышында раҫларға.

Просмотров (42)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *