Беҙҙең ҡәүем ҡор йыйҙы

IMG_544514 апрелдә Өфөлә башҡорттарҙың иң ҙур ырыуҙарының береһе булған Мең ҡәүеме үҙенең өсөнсө йыйынын үткәрҙе. Сараға Өфө, Иглин, Шишмә, Дәүләкән, Ауырғазы, Әлшәй, Миәкә, Бишбүләк, Благовещен, Благовар, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ райондарынан, Өфө, Дәүләкән, Благовещен, Бәләбәй ҡалаларынан делегаттар cаҡырылды һәм уларҙың барыһы ла тиерлек килеп, майҙандың түрендә булды.


Төп доклад менән сығыш яһаған тарихсы Салауат Хәмиҙуллин Татарстан Республикаһының Минзәлә, Сарман һәм Туҡай райондарындағы ҫарайлы-мең башҡорттары (улар 18 ауыл) тураһында телетапшырыуҙарында ла әйтеп килә ине. Был сарала ла ул төп проблеманы – милли асылын юғалтҡан халҡыбыҙ вәкилдәре тураһында һөйләне. Байрам башланыр алдынан “Меңдәр” документаль фильмы күрһәтелде. Әйткәндәй, Өфө ҡалаһы ла, башҡорттарҙың баш ҡалаһы, шулай уҡ Мең ерендә ултыра. Быны тарихи документтар раҫлай.
Мең ырыуы мең (меңләр), ҫыбы-мең, күл иле-мең, илекәй-мең, ҫарайлы-мең, ҡобау-мең, өршәк-мең, меркет-мең, ҡырҡ өйлө-мең, яйыҡҫыбы-мең, уҫылы-мең халҡынан тора. Мең ырыуының ҡор башы, мәшһүр замандашыбыҙ Рәшит Шәкүр – быға тиклем ойошторолған саралар башында торған шәхес. Ул, үткәндәргә тарихи байҡау яһап, ырыуҙың башҡорт халҡы мәнфәғәтендә киләсәктә лә ырамлы эшләүен теләне. Әйткәндәй, уны меңдәрҙең тарихи ҡор башы, аҡһаҡалы итеп һайланылар.
Мең вәкилдәренең йыйынын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Баш­ҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишем­ғолов тәбрикләне. Ул: “Халыҡ өсөн иң киҫкен ваҡытта Мең ырыуы вәкилдәре мөһим һүҙҙе әйтә белгән. Шуға күрә киләсәктә лә ырыу халҡы башҡорт милләтен берләштереү өсөн арымай-талмай эшләр”, – тигән өмөт белдерҙе.
“Йәштәр, ғаилә, һаулыҡ һаҡлау, демография мәсьәләләре” тигән доклад һөйләгән ғалим Илгиз Солтанморатов бик мөһим мәсьәләләрҙе күтәрҙе: халыҡ һаны кәмеү сәбәптәре, суицид, эшһеҙлек… Статистик мәғлүмәттәргә нигеҙләнгән сығышты халыҡ тәрән илтифат менән тыңланы. Республикала мәғариф өлкәһендәге проблемалар тураһында Ҡоролтайҙың баш белгесе Рәйсә Күзбәкова һөйләне. Уға залдан һорау биреүселәр ҙә булды, сөнки мәғариф өлкәһендәге даими алып барылған үҙгәрештәрҙе ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа күҙәтеп барырлыҡ түгел.
“Бөгөнгө заман шарттарында эшҡыуар­лыҡ” темаһын күтәргән ҡырҡ өйлө-мең башҡорттарының ҡор башы Филүс Хәлиуллиндың сығышын гәзит уҡыусы­ларға ла тәҡдим итәбеҙ. Сә­сәниә Розалия Солтангәрәева “Милләт­те һаҡлау юлдары” тигән сығышында халыҡты иман аша тәрбиәләүгә, йолаларыбыҙҙы тергеҙеүгә ҙур иғтибар бирергә саҡырҙы.
Сарала шулай уҡ мәғрифәтсе, шағир Сафуан Яҡшығоловтың исемен мәңгеләш­тереү генә түгел, халыҡҡа ҡайтарыу юлдары тураһында һүҙ әйтелде. Киләсәктә уның йыйынтығын З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә сығарыу, Яҡшығолов уҡыуҙарын ойоштороу мәсьәләләре резолюцияға инде.

Лариса Абдуллина,

«Ҡоролтай тауышы» гәзитенән.

Просмотров (19)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *