Ышаныс тыуҙы

Салават ултырышАпрелдең һуңғы йомаһында Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһының кәңәшмәләр залында башҡорт ата-әсәләренең конференцияһы үтте. Уның эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов, Башҡортостан “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Үҙәк ҡоролтай белгестәре Рәйсә Күзбәкова, Рөстәм Баянов, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Айһылыу Хөсәйенова, Башҡорт дәүләт универ-ситеты профессоры Гүзәл Вилданова, Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина, ҡала мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибуллина, белгестәр, йәмәғәт ойошмалары акивистары ҡатнашты.

Шунан ике көн алда ғына Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә башҡорт ата-әсәләре комитеты һәм уның идара итеү органы – Ата әсәләр комитеты советы төҙөлгәйне. Яңы ойошторолған ата-әсәләр комитетына, мәғариф идаралығы, белем усаҡтарының етәкселәре менән берлектә, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асыу, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙы пропагандалау, килеп тыуған сетерекле мәсьәләләрҙе көйләү, балаларҙы милли йолаларыбыҙ, бай тарихыбыҙ нигеҙендә тәрбиәләү бурысы йөкмәтелә. Конференция делегаттары ошо барлыҡҡа килгән Советтың ағзаларын раҫланы.  Шулай уҡ, сығыш яһаусыларҙың фекерҙәренә нигеҙләнеп, конференцияның Резолюцияһы ҡабул ителде.

Унда ҡалала эшләп килеүсе 53-сө балалар баҡсаһына “башҡорт балалар баҡсаһы” статусы биреү, ата-әсәләр тарафынан яҙылған 720 ғаризаны ентекләп тикшереп, ҡаланың башҡа балалар баҡсаларында ла башҡорт төркөмдәре ойоштороу, 25-се башҡорт гимназияһы базаһында теләүселәр өсөн йәкшәмбе мәктәбе асыу, башҡорт телендә нәшер ителгән ваҡытлы матбуғат сараларына яҙылыу кеүек пункттар бар.

Билдәләнгән ошо сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса юл картаһы төҙөү кәрәклеген дә конференция делегаттары хуплап ҡаршы алды.

Әлбиттә, ултырышта башҡа мөһим мәсьәләләр ҙә күтәрелде, ҡыҙыу бәхәстәр ҙә, фекер уртаҡлашыуҙар ҙа булды. Ләкин, миңә ҡалһа, сарала ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡтар асыҡланды, быға ҡәҙәре төрлө сәбәптәр арҡаһында хәл ителмәй килгән мәсьәләләр ҙә хәл ителәсәгенә ышаныс тыуҙы, тип хәбәр итә урындағы ҡоролтай рәйесе Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.

Просмотров (27)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *