Онотолмай “Мәжитов дәүере”

мажитовШәхси архивымды барлап ултырғанда, “Башҡортостан” гәзитенең 1995 йылда сыҡҡан 209-сы һанына юлыҡтым. Беренсе биттең өҫкө өлөшөндә ҡулына боронғо ҡомартҡы тотҡан мөләйем йөҙлө кешенең фотоһүрәте йәлеп итте ҡарашымды. Был бит атаҡлы ғалим-археолог Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов! Гәзиттең был һанын, әлбиттә, фәҡәт ошо шәхес тураһында һөйләгән Анатолий Виноградовтың “Тарихыңды таныт, Таналыҡ!” тигән кескәй фоторепортажы өсөн һалып ҡуйғанмын.
Яҙмала шундай мәғлүмәт урын алған: “Хәйбулла районында табылған беҙҙең эраға тиклемге III – II быуат ҡаласығы хаҡында бәйән иткәйне инде бер нисә ай элек “Башҡортостан” гәзите. Һыу һаҡлағыс төҙөлгәнсе ҡаҙыныу-тикшеренеү эштәрен ниндәйерәк күләмдә атҡарып сығырбыҙ икән, тип борсолған ғалимыбыҙ, экспедиция етәксеһе Нияз Мәжитов бөгөн ҡәнәғәт. Республика етәкселегенең әүҙем ярҙамы эште ҡыҙыу, дәррәү, тотҡарлыҡһыҙ алып барыу мөмкинлеген тыуҙырҙы. Ваҡыты менән 150-180 кеше эшләне бында. Һөҙөмтәлә ошо ҡаласыҡтан алырға мөмкин булған бар мәғлүмәттең 90 проценты алынды тип иҫәпләйем, ти ул”. Эргәләге фотола иһә телгә алынған Таналыҡ ҡаласығындағы ҡаҙыныу эштәре һүрәтләнгән.


Үҙ ғүмерендә бихисап экспедиция­ларҙа йөрөп, хәтһеҙ убаларҙы ҡаҙып, ер аҫтында ҡалған ҡаласыҡтарҙы өйрәнеп, ҙур табыштарға юлыҡҡан, тотош Рәсәй күлә­мендә үҙен киң ҡарашлы, абруйлы ғалим итеп танытҡан олуғ фән эшмәкәре генә түгел, билдәле сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре лә булды Нияз Абдулхаҡ улы. Яҡташ, рухташ ҡына түгел, ниндәйҙер дәрәжәлә аҙаш та булғанғамылыр, унан миңә һәр саҡ иҫ киткес йылылыҡ бөркөлөп торҙо. Хәйер, был шәхес менән яҡындан аралашҡан һәр кем шулай тип әйтә алалыр, сөнки бөйөк ғалим һис тә һауаланыуҙы белмәне – олоһон да, кесеһен дә берҙәй тиң күргән, йөҙөнән йылмайыу китмәгән юғары мәҙәниәтле, ғәжәйеп илтифатлы кеше ине.
Һәр яҡтан да матур кешеләр күркәм тәбиғәтле төбәктә тыуа, тигәндәре хаҡ икән. Башлыса Табын ырыуы вәкилдәре йәшәгән Ғафури районының йәмле Мәндем буйындағы Туғай ауылында 1933 йылдың 20 авгусында донъяға ауаз һала буласаҡ академик. Башҡортостанда иң таҙа һыулы йылға һаналған Еҙем буйындағы Имәндәш ауылы мәктәбендә бер аҙ белем алғас, ғилем үрҙәренә ынтылған үҫмер уҡыуын Өфөләге 9-сы башҡорт мәктәп-интернатында дауам итә. Рәми Ғарипов менән бергә уҡыу, уның менән донъяуи мәсьәләләр хаҡында фекер алышып, зиһен байлығын арттырыу ғүмерлек дуҫлыҡҡа әүерелә. Йәш әҙип артабан археолог дуҫына хатта шиғырҙар ҙа бағышлай.
1956 йылда Нияз Мәжитов, Пермь дәүләт университетының тарих факультетын тамамлағас, СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй башлай. Тәрән белемле археолог тора-бара өлкән ғилми хеҙмәткәр, археология һәм этнография секторы мөдире вазифаларын башҡарып, кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлауға өлгәшә.
1978 йылда Нияз Мәжитовты, йәш кадрҙар әҙерләү маҡсатында, республика­быҙҙың төп уҡыу йортона – Башҡорт дәүләт университетына эшкә саҡыралар. Бында археология, боронғо һәм урта быуаттар тарихы кафедраһын ойоштороп, уға ун йыл етәкселек итә, йәш археологтар һәм аспиранттар әҙерләүгә ҙур көс һала.
Төплө ғилми эштәре менән бөтөн илдә танылыу яулаған тарих фәндәре докторы, профессор Нияз Абдулхаҡ улы Мәжи­товты 1992 йылда Башҡортостан Фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы итеп һайлайҙар. 2006 йылдан иһә республи­кабыҙҙың төп фән учреждениеһында уға вице-президент, Социаль һәм гуманитар фәндәр бүлексәһенең академик секретары вазифаларын башҡарырға насип була.
Оҙайлы тикшеренеү эштәре тос емеш бирә: Нияз Мәжитов Көньяҡ Уралдың тимер һәм урта быуаттарҙағы тарихын ентекле өйрәнеп, башҡорт халҡының нәҡ ошо ерҙә быуаттар һуҙымында көн итеүен фәнни яҡтан төплө дәлилләй. Кушнаренко, Ҡара Яҡуп, Турбаҫлы, Бахмут мәҙәниәт­тәренең барлыҡҡа килеүе туранан-тура боронғо башҡорт этносының аяҡҡа баҫыуына бәйле икәнлеген иҫбат итә.
Атаҡлы археолог Башҡортостандың күп райондарында һәм күрше өлкәләрҙә даими экспедициялар ойоштора, һөҙөмтә­лә Әлмөхәмәт, Башҡорт-Бөркөт, Бикеш, Дежнев, Ҡаранай, Ҡадир ҡурғандарын һәм Имәндәш ҡаласығын асып, уларҙы ентекле тикшерә.
Бөтөн Рәсәйҙе шаҡ ҡатырған табышҡа Н.А. Мәжитов аспиранттары һәм студенттары менән Өфө ҡалаһында алып барылған ҡаҙыныу эштәре ваҡытында юлыға. Ул хәҙер бар донъяға “Өфө-II” ҡаласығы булараҡ билдәле. Ошо фәнни асыш баш ҡалабыҙҙың 1500 йыл тирәһе тарихы барлығын күрһәтте.
Төрлө тарафта алып барылған ҡаҙы­ныуҙар ваҡытында табылған бихисап коллекция хәҙерге ваҡытта республика­быҙҙың Археология музейында һаҡлана. Боронғо заманда ата-бабаларҙың ниндәй шарттарҙа йәшәгәнлеге, уларҙың эш, һунар ҡоралы, ҡатын-ҡыҙҙың көнкүреш, биҙәнеү әйберҙәре – быларҙың һәммәһе лә ғилми яҡтан ғына түгел, тыуған яҡтың тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн дә танып белеү йәһәтенән бик ҡиммәтле тәүсығанаҡтар.
Рәсәй һәм донъя археологияһына академик Нияз Мәжитов тос өлөш индерҙе: ул – бихисап монография, уҡыу әсбап­тары һәм ғилми хеҙмәттәр авторы. Мәскәү нәшриәттәрендә донъя күргән “Тайны древнего Урала”, “Южный Урал в VII – XIV вв.”, “Курганы Южного Урала в VIII – XII вв.” тип аталған фундаменталь хеҙмәттәре киң танылыу тапты. Ә инде ҡыҙы, тарихсы Әлфиә Солтанова менән берлектә яҙған “История Башкортостана с древнейших времен до XVI века” тигән монографияһы – асылда башҡорт халҡына ҡуйылған һәйкәл, тип әйтергә мөмкин.
“Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Шежере башкирских ханов, биев, султанов” тигән буклетта Н.А. Мәжитов IX–XVI быуаттарҙа Иртыштан алып Иҙелгәсә (Волгаға тиклем) йәйрәп ятҡан ерҙәрҙә йәшәгән башҡорттарҙың үҙ дәүләтселеге булыуын тарихи йылъяҙмалар – шәжәрәләр менән дәлилләй. Билдәле тарихсы Р.Ғ. Кузеевтың, XVI быуатҡа тиклем башҡорттар үҙ дәүләтселеген булдырыу кимәленә етмәгән була, тигән хата ҡарашын ул архив документтарына таянып инҡар итә һәм башҡорт халҡының этносәйәси тарихын аныҡ миҫалдар менән иҫбатлауға өлгәшә.
1995 йыл. Фән өлкәһендә ҡолас ташлап эшләп йөрөгән Нияз Абдулхаҡ улын бер мәл Аҡ йортҡа саҡыртып алалар. Баҡтиһәң, Бөтә донъя башҡорттарының беренсе ҡоролтайына әҙерлек барған мәлдә, Ҡоролтайҙы кем етәкләр һуң, тигән уй баштарына килә өҫтәгеләрҙең. Башҡортостандың дәүләт суверенитеты өсөн көрәштә үҙҙәрен әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән итеп күрһәткән шәхестәр күп ине, әлбиттә, әммә уларҙың береһе лә Президент Хакимиәте “иләге” аша үтә алмаған. Сәбәбе аңлашыла: милләтте оло эштәргә әйҙәрлек өр-яңы фигура – теге йәки был кәмселектәрҙән азат, бар йәһәттән дә камил булған абруйлы ил ағаһы кәрәк була. Шул ваҡытта йөҙҙәр араһынан нәҡ уны – академик Мәжитовты – һайлап алыуҙың ни ҡәҙәр дөрөҫ булыуын күптәр йылдар үткәс кенә аңлағандыр.
Донъяның төрлө тарафтарынан килгән милләттәштәрҙең тәүге оло йыйынында күренекле ғалим Мәжитовтың кандида­тураһын делегаттар хуплап ҡаршы алып, уның өсөн ихлас тауыш бирҙе. Шулай итеп, фән тауын ҡалдырып тороп, халыҡ ихтыярына буйһоноп, Нияз Абдулхаҡ улы, артыҡ сәбәләнмәй, Ҡоролтайҙың аҡбуҙа­тын ауыҙлыҡланы. Етәкселек итеү тәжри­бәһе артыҡ ҙур булмаһа ла, өр-яңы ижтимағи ойошманың аппаратын булдырып, уның эшен яйға һалып, йырып сыҡҡыһыҙ мәшәҡәттәргә башкөллө сумды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йының Башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ, яңы рәйестең эш ысулын яҡшы беләм. Уның төп принциптары – Башҡарма комитеттың һәр ағзаһы менән кәңәшләшеп эшләү, Рәсәй төбәктәрендә ойошторолған Ҡоролтай бүлексәләре етәкселәре менән даими бәйләнеш тотоу, план буйынса эшләү. Һоҡланғыс кешелек сифаттарына эйә булған Ҡоролтай башлығына ылығып, милләттең үҫеше хаҡына бер мисәүҙә эшләргә теләк белдереүселәр күбәйгәндән-күбәйә барҙы. Был йәһәттән уға айырыуса Башҡарма комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары булып эшләгән көслө рухлы, батыр йөрәкле Әлтәф Ғәйфуллин ҙур таяныс булды.
Иң мөһиме – оло йәштәмен тип тормайынса, Нияз Абдулхаҡ улының район-ҡалаларҙа, күрше өлкәләрҙә урындағы ҡоролтайҙар төҙөп, егеттәрсә елкенеп йөрөп ҡайтыуы ғәҙәти күренешкә әйләнде. Үҙ миҫалында ул аппарат хеҙмәткәрҙәрен дә арымай-талмай эшләргә өйрәтте. Шуға ла бар донъяға һибелгән башҡорт халҡының ышанысы, терәге һәм өмөтө булған Ҡоролтайҙың Башҡарма комитетында үҙе һымаҡ егәрле, рухлы илһөйәр-телһөйәрҙәр, башҡаларға өлгө булырҙай шәхестәр эшләне.
Ер, тел, экология мәсьәләләренә арналған күпме ғилми-ғәмәли конференциялар, ултырыштар, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәрергә насип итте уға! Был сараларға Ҡоролтай етәксеһе бик ентекле әҙерләнер – һәр докладын, һәр ҡарар проектын үҙе яҙыр ине. Иҡтисади, социаль мәсьәлә­ләрҙе лә урап үтмәне ул: һәр төбәктә эшҡы­уарлыҡты, фермерлыҡ хәрәкәтен үҫтереү, яңы эш урындары булдырыу башҡорт халҡының көнкүрешен яҡшыр­тыуға килтергән төп шарттар икәнлеген яҡшы белә ине.
Республика етәкселеге, министрҙар, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡ­тары менән уртаҡ тел табып, килешеп эшләүе, үҙенең дипломатик һәләте менән Нияз Мәжитов Ҡоролтай эшмәкәрлеген тәүге йылдарҙа уҡ юғары кимәлгә еткерҙе. Хатта күрше өлкәләрҙең губернаторҙары ла уны ололоҡлап ҡаршы алыр, Ҡоролтай рәйесе күтәргән ҡырҡыу мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышырбыҙ, тип вәғәҙә биреп ҡалыр ине. Ә вәғәҙә – иман. Хәйер, һәр мәсьәләне хәл итеүҙе шәхсән контролдә тотто талапсан етәксе.
Бөтөн донъяға таралған башҡорттарҙы берләштереп, үҙ ҡанаты аҫтына алған ҙур ижтимағи ойошманың тарихындағы “Мәжитов дәүере”н бөгөн, моғайын, күптәр һағынып иҫкә алалыр. Ете йылдан һуң ул, рәйеслек вазифаһын ҡалдырып, йәнә үҙенең фән донъяһына әйләнеп ҡайты­уынан һуң бер нисә йыл да үтмәне, Ҡоролтайыбыҙҙың аҡбуҙаты абынып алды: бер-бер артлы етәкселәрҙең алмашынып тороуы дөйөм милләт мәсьә­лә­ләренә иғтибарҙы кәметә төштө, төбәк ҡоролтайҙарының аттары ла сығынлап ҡына торҙо… Эйе, күп нәмә шәхескә бәйле шул: хужаң ниндәй – атың да шундай.
2011 – 2014 йылдарҙа ҡайһы бер үҙәк гәзит-журнал биттәрендә башҡорт халҡының тарихына, уның үткәненә, ғөмүмән, милләт асылына үҙенсә баһа бирергә маташҡан “эшмәкәрҙәр”ҙең мәҡәләләре йышайып киткәйне. Һүҙ ҡоралдан көслөрәк, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Шуға ла “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире булып эшләгән саҡта, ошо сетерекле мәсьәләгә бер нисек тә күҙ йомоп ҡала алманым – 2015 йылдың ғинуарында редакцияла “Башҡортостан тарихы: ысынбарлыҡ һәм уйҙырмалар” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” ойоштороу идеяһы тыуҙы. Төп маҡсатым иһә академик Нияз Мәжитовҡа, тимәк, башҡорт халҡына ҡарата йәйелдерелгән идеологик һөжүмгә ҡаршы сығыу, сирләберәк йөрөгән ғалимыбыҙға рухи теләктәшлек белдереү ине.
Шул “түңәрәк өҫтәл”дә Нияз Абдулхаҡ улы бына нимә тине: “Ҡайһы бер иптәш­тәрҙең башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ҡарата шул тиклем насар фекер тыуҙырырға тырышыуы күңелде ҡыра. Интернет селтәре тәнҡит мәҡәлә­ләре, төрлө имеш-мимеш менән тулған. Ғалим булараҡ, шуны әйтә алам: башҡорт халҡының тарихын объектив тикшерәбеҙ, фәнни материал­дарға нигеҙләнеп, асыштар яһайбыҙ, ләкин ялған күренештәр, яла яғыуҙар эшебеҙҙе юҡҡа сығарып торған төҫлө. Мәҫәлән, … кеүек ҡайһы бер тарихсы-ғалимдар (уларҙың исем-шәрифен билдәле сәбәп­тәр буйынса атап тормайбыҙ – Н.С.) Өфөнөң урта быуаттарҙа Башҡорт исемле ҡала булып йөрөтөлгәнен, уның донъя тарихындағы урынын бөтөнләй инҡар итә…”
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2015 йылдың 10 октябрендә, оло байрам – Республика көнө алдынан, халҡыбыҙҙың һөйөклө улы Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов мәңге­леккә күҙҙәрен йомдо. Ләкин ул үлеп яратҡан башҡорт халҡының күҙҙәрен әле генә йомдора алмаясаҡтар, тигән уйҙар менән оҙаттыҡ беҙ Ил ағаһын һуңға юлға…
Халыҡ һөйөүен яулаған, милләт лидеры дәрәжәһенә күтәрелгән академик Нияз Мәжитов тураһында тағы әллә күпме яҙырға булыр ине. Башҡортостан Республикаһы Халыҡтары Ассамблеяһы рәйесе булып та уңышлы эшләүе, ғафуриҙарҙы берләштергән “Табын” йәмәғәт ойошмаһы эшендә әүҙем ҡатнашыуы, Өфөлә һәм Имәндәш урта мәктәбендә 80 йәшлек юбилейын үткәреү, башҡорт телен мәктәптәрҙә уҡытыу торошон өйрәнеүгә бәйле килеп тыуған ҡайһы бер сетерекле хәлдәр хаҡында артабанғы иҫтәлектәремдә бәйән итермен әле. Был яҙмамды Бөтә донъя башҡорт­тарының IV ҡоролтайын уҙғарыу алдынан яҙған үтенеснамә менән тамамлайым:

“Бөтә донъя башҡорттары
ҡоролтайының
Башҡарма комитеты рәйесе
Р.Т. АҘНАБАЕВҠА

Хөрмәтле Румил Тәлғәт улы!
Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Башҡарма комитетының тәүге рәйесе, танылған ғалим-археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы Нияз Абдулхаҡ улы Мә­житовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса үҙегеҙгә һәм юғары даирәләргә еткереү өсөн түбәндәге сараларҙы бойомға ашырырға тәҡдим итәм:
Бөтә донъя башҡорттарының сират­тағы IV ҡоролтайын асҡанда һуңғы йылдарҙа мәрхүм булған Ҡорол­тайҙың Башҡарма комитеты ағза­арын аяғөҫтө тороп иҫкә алырға (Ҡоролтайҙың беренсе рәйесе Н.А. Мәжитовтың исем-шәрифен иң тәүҙә атау дөрөҫ булыр ине).
IV Ҡоролтай ҡарары проектына “Өфө-II” ҡаласығында музей булдырыу һәм уға йәки Археология музейына Н. А. Мәжитовтың исемен биреү хаҡында айырым пункт индерергә.
Баш ҡалалағы һәм Ғафури райо­нының Красноусол, Имәндәш ауылда­рындағы яңы урамдарға “Акамедик Мәжитов” тигән исем биреүҙе тәҡдим итергә.
Н.А. Мәжитов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡта ҡуйыуҙы хәстәрләргә.
Башҡорт дәүләт университеты­ның тарих факультетында яҡшы уҡыған студенттар һәм аспиранттар өсөн Нияз Мәжитов исемендәге премия булдырырға.
Ғафури районының Красноусол башҡорт гимназияһы-интернатына академик Н.А. Мәжитов исемен бирергә.
Бөгөн иһә, IV Ҡоролтайға әҙерлек мәсьәләләре ҡараласаҡ Башҡарма комитет ултырышын асҡанда, тәүге рәйесебеҙ академик Н.А. Мәжитовты бер минут тынлыҡ менән иҫкә алһаҡ ине.
Ихтирам менән,
БДБҠ-ның Башҡарма комитеты ағзаһы Н.Б. Сәлимов.

19.11.2016 й.”

Ошо мөрәжәғәттең тәүге һәм һуңғы пункттары ғына үҙ ваҡытында үтәлде. Арҙаҡлы ғалим-археолог, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республика­һының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры академик Н.А. Мәжитовтың иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ине. Уның тыуыуына 85 йыл тулыу алдынан башҡарылырға тейешле изге эштәрҙе ватандаштарыбыҙ халҡы­быҙҙы, уның бай тарихын донъя кимә­ленә күтәргән бөйөк шәхескә булған оло хөрмәт билдәһе тип ҡабул итер ине.

Нияз СӘЛИМОВ,
“Табын ырыуҙары берләшмәһе”
төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе.

Просмотров (6)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *