Мәғлүмәт сәйәсәте комиссияһында – көнүҙәк һорауҙар

курултайКисә, 29 майҙа, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы Мәғлүмәт сәйәсәте комиссияһы ултырышы үтте. Унда башҡорт телендә нәшер ителгән район баҫмаларының бөгөнгө хәле, Рәсәй төбәктәрендәге милләттәштәрҙе туплаусы төп сараларҙың береһе булған башҡорт баҫмаларын һаҡлап ҡалыу зарурлығы тураһында һүҙ барҙы. Шулай уҡ башҡорт халҡының милли мираҫына ҡул һуҙып, уны үҙҙәренеке итеп күрһәтеү, тарихты боҙоуға юл ҡуйылған осраҡтар буйынса БР Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының өлкән хеҙмәткәре Азат Бирҙин һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фольклористика бүлеге мөдире Гөлнур Хөсәйенова сығыш яһаны.

Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов, Ҡоролтай ҡарамағындағы Башҡорт халҡының тарихы комиссияһы ағзалары ғалим-этнолог Закирйән Әминев, тарихсылар Нурислам Ҡалмантаев, Салауат Хәмиҙуллин, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто директоры Венера Хәкимова, Башҡортостан юлдаш телеканалы һәм “Рәсәй1-Башҡортостан” каналы вәкилдәре,  республика баҫмалары мөхәррирҙәре ҡатнашты.

– Бөгөн Салауат Юлаевҡа, Әхмәтзәки Вәлидигә, Торатауға бәйле интернетҡа насар мәғлүмәт ырғытып, халыҡты ҡуҙғаталар. Бындай осраҡтарҙы, әлбиттә, журналистарға ҡарап, күҙәтеп барырға кәрәк. Әммә ваҡиғаларға бәйле дөрөҫ комментарий биреү, дөрөҫ яуап ҡайтара белеү ҙә мөһим. Мәҫәлән, Салауат батырҙы яҡлап, ул бандит түгел, тип шауланы халыҡ. Был – төптө хата. Бындай кире һүҙҙәрҙе бөтөнләй ҡулланырға ярамай. Сөнки ул – ихтилалсы. Уны батшабикә Екатерина II үҙе лә ихтилалсы, башҡорт халҡының юлбашсыһы тип таныған. Адекват төшөнсәләр ҡулланығыҙ, матбуғатта, интернет селтәрендә бәхәсле мәҡәләләр буйынса эксперттар менән кәңәшләшеп яуап ҡайтарығыҙ. Һеҙҙең менән эшләрлек эксперттар алдығыҙҙа ултыра, – тип, Азат Бирҙин һуңғы арала күҙәтелгән ваҡиғаларҙы яҡтыртҡанда Ҡоролтайҙың Башҡорт халҡының комиссияһы составында эшләгән тарихсыларға мөрәжәғәт итергә тәҡдим итте.

Халҡыбыҙҙың бай мираҫын – фольклор, оҙон көй, риүәйәт-легендалар, хатта эпостарҙы ла һуңғы йылдарҙа башҡа милләттең мираҫы тип күрһәткән бихисап китаптар сыға. Был мәсьәләне лә Мәғлүмәт сәйәсәте комиссияһы ағзалары иғтибарҙан сығармаҫҡа тәҡдим итте. Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин әйтеүенсә, бындай әҙәбиәт ғилми күҙлектән тикшерелеп, ваҡытында ҡаты тәнҡит утына тотолһон ине ул. Ғилми берләшмәләр, билдәле ғалимдар тарафынан кире баһа бирелгән китаптарға һуңынан аспиранттар, йәш ғалимдар һылтанма яһамаясак.

Ултырышта ҡаралған тағы бер етди тема – милли баҫмаларҙың бөгөнгө хәле. Ауырғазы районында сығарылған “Рух” гәзитенең сығарылыш мөхәррире Рәүилә Барҙыбаева әйтеүенсә, уларҙың баҫмаһына әле оптимизация янай.

– Район халҡы беҙҙе Благовещенда сыҡҡан 6 районға иҫәпләнгән “Йәйғор” гәзитенә ҡушыуҙарына риза түгел. Милли баҫмалар үҙ республикабыҙҙа ниңә кәмһетелергә тейеш һуң? Ниңә тап башҡорт гәзиттәре бөтөп бара? – тигән һорау ҡуйҙы Рәүилә Барҙыбаева. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто директоры Венера Хәкимова әйтеүенсә, бөтөн баҫмалар ҙа тәү сиратта иҡтисади йәһәттән, йәғни табыш килтерәме, зыянға эшләйме, тиражы һәм баҫманың интернеттағы сайтын нисә кеше инеп ҡарауы буйынса баһалана.

– Мәҫәлән, һеҙҙең гәзит 31 мең табыш эшләгән, әммә уны нәшер итеү өсөн беҙ 400 мең сарыф иткәнбеҙ. Республикала башҡорт телендәге район баҫмалары араһында бер “Һаҡмар” гәзите генә табышлы эшләй, башҡалары – зыянға. Милли баҫмаларға Рәсәйҙә айырып ҡарау юҡ, шуныһы ҡыйын. Барыбыҙға ла бер үк талаптар ҡуйылған. Әгәр норматив үтәлмәй икән, үҙгәртеп ҡороу буйынса һорау ҡуйыла, – тип билдәләне Венера Миҙхәт ҡыҙы. – “Рух” гәзитенә килгәндә, әгәр ауырғазылар дәррәү гәзиткә яҙылып, артабан да баҫманы һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләргә вәғәҙә бирһә, ҡаршы булмаҫбыҙ.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Ауырғазы, Ғафури райондары халҡының мәнфәғәтен күҙәткән депутат булараҡ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әмир Ишемғолов та был мәсьәләне контролгә алырға, ыңғай хәл итеү юлдарын эҙләргә һүҙ бирҙе.

Комиссия ултырышында Ғәйнә башҡорттары вәкиле булараҡ сығыш яһаған Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Тимерғәзи улы Мөхәмәтйәнов та 2017 йылға тиклем Асҡын районы нәшриәт йорто нигеҙендә сығып килгән “Пермь башҡорттары” гәзитен һаҡлап ҡалыуҙы һорап мөрәжәғәт итте.

– Пермь башҡорттарының баҫмаһы сыға башлауға быйыл 10 йыл тула. Юбилей йылында финанс ярҙамһыҙ ҡалдыҡ. Асҡын районының “Йәнтөйәк” гәзите редакцияһы менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итә инек. Быйыл башҡортса бер һүҙ белмәгән шәхси нәшриәтселәргә мөрәжәғәт итергә мәжбүр булдыҡ. Ғәйнәләрҙең берҙән-бер баҫмаһын һаҡлап ҡалыу 2022 йылғы Халыҡ иҫәбен алыу алдынан айырыуса көнүҙәк, – тип Рәсил Мөхәмәтйәнов “Пермь башҡорттары” гәзитен Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ҡанатына алыуҙы һораны.

Мәғлүмәт сәйәсәте комиссияһы ултырышына йомғаҡ яһап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әмир Ишемғолов диалогта ҡатнашҡан киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә рәхмәт белдерҙе һәм ултырышта ҡаралған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Комиссия ҡарары нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә, Мәҙәниәт министрлығына, башҡа төрлө вәкәләтле урындарға мөрәжәғәттәр буласағын билдәләне.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты матбуғат хеҙмәте.

Просмотров (29)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *