Граждандар һуғышы осоронда башҡорт ғәскәрҙәрендә Ислам диненең торошо

Приказ БашвоенкоматаПечать Башвойска   Башҡорт ғәскәрҙәре 1918 йылдың июнендә аҡтар яғында Башҡорт хөкүмәтенең ҡарары буйынса ойошторола. Бының өсөн Башҡорт хөкүмәтенең хәрби бүлеге янында махсус Башҡорт хәрби советы булдырыла. Ул Башҡорт ғәскәренең штабы тип тә аталып йөрөтөлә. Аҡтар яғында Башҡорт хөкүмәте ҡыҫҡа  ғына ваҡыт эсендә 8 полк ойоштороуға өлгәшә. 1918 йылдың сентябрендә башҡорт полктары Айырым Башҡорт корпусына берләштерелә[1].

Ислам дине башҡорт ғәскәрҙәрендә ҙур урын биләй. Аҡтар яғында улар милли ғәскәр генә түгел, ә мосолман ғәскәре булараҡ та кәүҙәләнеш ала. 1-се Башҡорт полкы ойошторолоу менән Башҡорт хөкүмәте 1918 йылдың 14 июнендә үҙенең фарманы менән милли атрибутика индерә. Был фарманға ярашлы башҡорт яугирҙары алты ҡырлы ҡалҡан рәүешендәге күк шеврон тағып йөрөй. Унда полктың номеры һәм айырыу билдәләренән тыш мосолман символикаһы ярым ай менән йондоҙ һүрәтләнгән була[2].

1918 йылдың 28 авгусында Башҡорт хәрби шураһы башҡорт ғәскәрҙәре өсөн дөйөм униформа эшләй. Унда ла ярым ай менән йондоҙ билдәһе башҡорт һалдаттары таҡҡан шеврондарҙа урын ала. Екатеринбург ҡалаһын большевиктарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан 2-се Башҡорт пехота полкына ҡала халҡы тарафынан бүләк ителгән байраҡты ла мосолман билдәһе – ярым ай менән йондоҙ биҙәй. Башҡорт ғәскәренең мисәттәрендә лә ошо уҡ символика тора[3].

Ислам дине башҡорт армияһында тышҡы атрибуттар кимәлендә генә  түгел, милли мосолман ғәскәрендәге кеүек урын биләй. Автономия етәкселеге был мәсьәләгә ҙур иғтибар бирә. 1918 йылдың авгусында Башҡорт хәрби шураһы фарманы менән ғәскәрҙәрҙә  полк һәм дивизия муллалары вазифаһы булдырыла[4]. Һуғыш шарттарында муллалар мосолман йолаларын атҡарыу бурысы һалына: һәләк булған яугирҙарҙы йыназа уҡып ерләү, йома һәм байрам намаҙҙары үткәреү һ.б. 2-се Башҡорт пехота полкының муллаһы итеп күренекле башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре Нуриағзәм Таһиров тәғәйенләнә, ул октябрь айынан бер үк ваҡытта дивизия муллаһы вазифаһын да башҡара[5].

Башҡорт ғәскәрҙәрендә күнегеүҙәр графигы ла дини йолаларҙы атҡарыуға яраҡлаштырып, үҙгәртелә. Йәкшәмбе көнөнән тыш, башҡорт полктарында йома көнөндә сәғәт 14.00 тиклем, йәғни полк муллалары йома намаҙы үткәргәнгә тиклем бөтә дәрес, күнегеүҙәр  үткәрелмәй[6].

Мосолман байрамдары ла башҡорт ғәскәрҙәрендә ҙур әһәмиәт менән уҙғарыла. 1918 йылдың сентябрендә Башҡорт корпусының командиры генерал Хажиәхмәт Ишбулатовтың Ҡорбай ғәйете айҡанлы башҡорт полктарына ебәргән ҡотлау телеграммаһы ошо хаҡта һөйләй: “От души поздравляю вас с великим прздником Курбан-байрам. От чистого сердца желаю вам, воинам, отважно, не дрогнувшей рукой очистившим в боях нашу родину от врагов и, кроме того, избавить наш народ от неописуемых, связанных с войной, хлопот и неудобств для спокойного и благополучного проведения праздника. Прошу у Аллаха силы и помощи в наших святых делах по спасению от катастрофы нашей родины Башкортостана и всей Российской республики [7].

Ырымбурҙа 4-се Башҡорт пехота полкы частары Ҡорбан ғәйете байрам иткән көндәрҙә фронтҡа юллана. Яугирҙарҙы Ҡөрьән аяттары уҡып, доғалар ҡылып юлға оҙаталар. “Башҡортостан хөкүмәтенең теле” (“Вестник правительства Башкирии”) гәзите был ваҡиға тураһында бына нимә тип хәбәр итә: “14 сентября состоящий из 3-х рот 1-й батальон 4-го Башкирского полка отправился для сражений на Орский фронт. До станции его провожали члены Башкирского военного шуро и командир Башкирского корпуса генерал Ишбулатов. На станции имамом Махмутом-эфенде было зачитано из Корана и исполнено богослужение с пожеланиями успехов воинам. Член Башкирского правительства Аллаберде Ягафаров произнес речь о значении для башкир Орского фронта. Речь он закончил словами: “Да здравстует автономный Башкортостан! Доа здравствует созданная на федеративной основе Российская республика!”

Выступление генерала воины встретили возгласами “Ура!”.

Было, конечно, несколько неудобно отправляться в путь завтра в праздничный день “Гаит-байрам”. Несмотря на это, присягнувшие на верность родине башкирские роты двинулись в путь при высоком душевном их подъеме, говоря: “С помощью Аллаха непременно возьмем Орск”.[8]

Иртәгеһенә, башҡорт батальоны Һары станцияһына килеп төшә. Бынан фронт һыҙығына барып етер өсөн 25 саҡрым йәйәү үтергә кәрәк була. Ә Орск ҡалаһына станциянан 45–50 саҡрымдар тирәһе ара. Башҡорт һалдаттары изге Ҡорбан ғәйетен Һары станцияһында һый әҙерләп байрам итә. Кискә ҡурай моңо тыңлап, бейеп күңел аса. «Ғәйет байрамы айҡанлы беҙҙең батальон һалдаттары бер аҙ күңел асып алыу ниәте менән уртала бейеү өсөн майҙан ҡалдырып, бер түңәрәккә йыйылды. Майҙан уртаһында беҙҙең батальондың ҡурайсыһы Төлкөбай урын алған. Ул башҡорт бейеү көйҙәрен ҡурайҙа ғәжәйеп матур уйнай. Уртала елеп йөрөп башҡорт егеттәре бейей. Төлкөбай бейеү көйҙәренән оҙон көйҙәргә күсә. Уның ҡурайынан ата-бабаларҙың башынан үткән ҡайғы, аһ-зарҙарын сағылдарған Тәфтиләү, Ашҡаҙар көйҙәре ағыла. Һәр кем башын түбән эйеп, һығышлы уйҙарға сума», – тип яҙа башҡорт батальонының бер яугиры[9].

Һуғыш шарттарында Ислам дине башҡорт ғәскәрендә тәртип, берҙәмлекте һаҡлаусы, һалдаттарҙың рухын нығытыусы факторҙарҙың береһе булып тора. Шуға күрә лә һәр башҡорт полкында муллалар эшмәкәрлек итә. Улар дини йолалар атҡарыуҙан тыш, Башҡорт хөкүмәтенең ҡарарҙарын еткереп, аңлатыу эше алып бара, һалдаттарҙың рухи тотороҡлоғон тәьмин итә. Башҡорт командованиеһы ла һалдаттарҙы яуға өндәгәндә дингә мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, 1919 йылдың ғинуарында Нуҡай ауылы янында (хәҙерге Күгәрсен районы) ҡыҙылдарҙың кавалерия полкын ҡыйратҡан башҡорт ғәскәрҙәренең Мораҡ төркөмө яугирҙарын ҡотлап төркөмдөң командующийы штабс-ротмистр Х. Әлишев былай тип мөрәжәғәт итә: “Объявляю всем солдатам участникам боя под Нукаевой сердечную благодарность, как стойким борцам за правое народное дело, смело и храбро доказавшим врагу силу и способность борьбы со своим противником. Надеюсь и уверен, что солдаты и в будущем в боевых действиях против предателей Родины – красных окажутся такими же героями и не посрамят своего правого дела, за которое льется кровь лучших сынов дорогой Родины. И вы, солдаты, помните, что кровь, пролитая вами, вашими братьями и отцами не забудится Родиной. Настанет время, когда восторжествует справедливость, засветит яркое солнце порядка и счастья и тогда вы со спокойной совестью сможете отдохнуть от переносимых вами страданий и Родина скажет вам свое материнское, теплое, ласковое Спасибо. С Аллахом вперед на страдания за будущее счастье Ваше и Вашей Родины – Автономной Башкирии и свободной России”.[10]

Шуныһы ҡыҙыҡлы “Дин ул халыҡ өсөн әфиун”, тип һанаған дәһри большевиктар яғына сыҡҡас та башҡорт ғәскәрҙәрендә дини йолалар атҡарыу йәһәтенән сикләүҙәр булмай. Киреһенсә, РСФСР Революцион хәрби советы рәйесе Л.Троцкийҙың фарманында (1919 йылдың 5 апреле): “Установление формы Башкирской армии и внутреннего распорядка в ней, согласно своеобразности быта Башкир, поручается военному комиссару Башкирии”, – тиелә, йәғни Башҡорт совет республикаһының хәрби комиссары Зәки Вәлидигә йөкмәтелә[11].

Кисәге полк муллалары хәҙер ҡыҙылдар яғында хәрби комиссар вазифаларын ала. Мәҫәлән, үрҙә телгә алынған 2-се Башҡорт пехота полкы һәм 1-се Башҡорт дивизияһы муллаһы Нуриәғзәм Таһировты Зәки Вәлиди Айырым Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби комиссары итеп тәғәйенләй. 2-се Башҡорт кавалерия полкының муллаһы Хәлил Юлдашев ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, Башҡорт хәрби комиссариаты янындағы Ҡыҙыл батальондың хәрби комиссары булып китә. Артабан Айырым Башҡорт кавалерия дивизияһының 1-се полкы комиссары булып хеҙмәт итә.

Ҡыҙыл Армияның башҡорт ғәскәрҙәрендә элекке полк муллаларының хеҙмәт итеүе һалдаттар араһында тәртип тотоуға ҙур булышлыҡ итә. “…Троцкий беҙҙең ғәскәрҙәге эске тәртипкә хайран ҡала торғайны. Ғәскәри частарҙа тәртип тәьмин итеүсе полк “политкомиссарҙары” урынында беҙҙә элеккесә “полк муллаһы” барлығын да ул белә ине. “Беҙ ҙә полктарға элеккесә поп тәғәйенләйекме икән әллә?” – тип шаяртып көлдө”, – тип яҙа үҙенең хәтирәләрендә Зәки Вәлиди[12].

Ҡыҙыл башҡорт ғәскәрҙәре изге Ураҙа ғәйетен 1919 йылдың июнендә алыҫ Саранск ҡалаһында ҡаршылай. Байрам айҡанлы һалдаттарға икеләтә аҙыҡ бирелә, өс көн ял иғлан ителә, большевиктарҙың Ҡыҙыл Армия клубында башҡорттар байрам намаҙы үткәрә. Ураҙа айҡанлы ғәскәрҙәрҙә байрам саралары уҙғарыу хаҡында Башҡорт хәрби комиссариаты 1919 йылдың  26 июнендә фарман сығара:

  • 1 По случаю мусульманского годового праздника “Рамазан-эль-Шариф” занятия во вверенном мне комиссариате и подведомственных ему учреждениях и частях не производить: с 12 часов субботы 28-го по 30-е июня ключительно, за исключением лиц, указанных в § 4 приказа по комиссариату с.г. за №4.
  • 2 Красноармейцам комендантской команды военного комиссариата в первый день праздника (воскрсенье 29 июня) выдать двойной паек довольствия.
  • 3 Все лица мусульманского вероисповедания, желающие быть на утреннем молебствии, должны в  воскрсенье 29 июня к 9-ти часам утра прибыть в Красноармейский клуб в расположении деревянных бараков[13].

Әйткәндәй, большевиктар етәкселеге мосолман халыҡтарынан ойошторолған частарҙа Ҡыҙыл Армия символикаһын тағып йөрөүҙе талап итмәй, киреһенсә, РСФСР Реввоенсоветы мосолман ғәскәрҙәре өсөн уртаһында мосолман билдәһе – ярым ай менән йондоҙ һүрәтләнгән, ромб формаһындағы йәшел нашивка ҡабул итә. Был билдәне Ҡыҙыл Армияның башҡорт ғәскәрҙәре яугирҙары ла ҡуллана. Шулай уҡ башҡорт частарында хеҙмәт иткән урыҫтар ҙа тағып йөрөй.

Башҡорт ғәскәрҙәренең байраҡтарында ла төп элемент булып мосолман билдәһе – ярым ай менән йондоҙ һүрәтләнә. 1920 йылда Башҡорт хөкүмәте фронттағы башҡорт полкарына байраҡтар тапшырырға ҡарар итә. Байраҡтар Айырым Башҡорт уҡсы бригадаһының өс полкына һәм Башҡорт кавалерия дивизияһынан ҡалған бер полкка тапшырыла. Бригада полктарына байраҡтар тапшырыу тантанаһы 1920 йылдың 27 майында Петроград ҡалаһында үтә. Шул байраҡтарҙың икеһе – 1-се һәм 2-се Башҡорт уҡсы полктарының байраҡтары бөгөн Милли музей фондында һаҡлана. 2-се полктыҡы ярайһы уҡ яҡшы һаҡланған (фотоны ҡарағыҙ). Байраҡ Ҡыҙыл Армия төҫөндә, йәғни ҡыҙыл төҫтә. Шулай уҡ мосолман символикаһы – ярым ай менән йондоҙҙоң эсендә большевиктарҙың символы ураҡ сүкеш менән урынлаштырып, идеологик компромисс табылған.

Башҡорт хөкүмәте 1919 йылдың авгусында Башҡортостанға ҡайтҡас, Башҡорт хәрби комиссариаты запас ғәскәрҙәр ойоштороу эшенә тотона. Башҡорт запас уҡсы полкы, Айырым Башҡорт запас кавалерия дивизионы, Айырым Башҡорт уҡсы батальоны, Айырым Башҡорт еңел батареяһы, Айырым Башҡорт эскадроны, Айырым саңғысылар батальоны, тыл ополчениеһы ротаһы төҙөлә. Бынан тыш, кантон хәрби комиссариаттарында ғәскәрҙәр туплана. Йәмғеһе Башҡортостанда ғәскәрҙәрҙең һаны 15 мең тирәһе була. Уларҙың бөтәһе лә Башҡорт хәрби комиссариаты ҡарамағында тора.

1920 йылдың 27 мартында хәрби комиссариаттың сәйәси-ағартыу идаралығы Башҡортостандың хәрби частары һәм учреждениеларына йома көнөн ял көнө итеп иғлан итеүҙе һорап Башҡорт хөкүмәтенә (Башревкомға) мөрәжәғәт итә: “Прошу рассмотреть вопрос о еженедельном дне отдыха для войсковых частей находящихся на территории малой Башкирии т. к. большинство гарнизона и башчастей состоят из башкир, прошу Вашего распоряжения об отдаче приказа, что войсковые части и учреждения Б.С.Р. должны праздновать пятницу[14].

1920 йылдың июненә тура килгән сираттағы Ураҙа ғәйетен дә Башҡорт хәрби комиссариаты байрам көнө тип иғлан итә. 12 июндәге фарманы менән комиссариат байрам көндө бөтә ғәскәрҙәргә ашатыуҙы икеләтә аттырырға бойорға: “По случаю праздника “Ураза байрам” предписываю всем частям Войск и учреждениям выдать красноармейцам и военнослужащим в первый день этого праздника паек в двойном, а во второй день в получторном размере”.

Мосолман байрамдарын фронттағы башҡорт ғәскәрҙәре лә үткәрә. Мәҫәлән, Муса Мортазин үҙенең китабында: “24, 25 и 26 августа Башкирская бригада праздновала свой праздник “Курбан Байрам”, во время которого было получено пополнение в количестве 100 лошадей и 100 человек из Башкирии”, – тип яҙа[15].

Әммә Башҡортостан автономияһы һәм башҡорт ғәскәрҙәренең советтар яғынадғы хөрриәте оҙаҡҡа бармай. 1920 йылдың яҙына советтар аҡтарҙан өҫтөнлөк алғас, Башҡортостан һәм уның хәрби көстәренең үҙаллылығын сикләргә керешә. РСФСР Хәрби революцион советы 23 апрелендәге фарманы менән Башҡортостандағы башҡорт ғәскәрҙәрен Волга аръяғы округ хәрби комиссариатына буйһондора (Быға тиклем улар тик Башҡорт хәрби комиссариатына буйһонған була). 1920 йылдың апрель аҙағында Польша менән һуғыш башланыу һылтауы менән Ырымбур янында торған Муса Мортазиндың атлы бригадаһы фронтҡа оҙатыла. Совет хөкүмәтенең 19 айындағы декреты менән Башҡортостандың автономия хоҡуҡтары ҡырҡа сикләнә. 1919 йылдың 20 мартындағы килешеү буйынса хәрби округ хоҡуҡтарына эйә булған һәм РСФСР Хәрби революцион советына буйһонған Башҡорт хәрби комиссариаты Волға аръяғы округ хәрби комиссариатына туранан-тура буйһондорола. Был декрет менән риза булмайынса Башҡорт хөкүмәте эшен ташлап китә.

Башҡорт эшмәкәрҙәре властан киткәс, большевиктар артабан башҡорт ғәскәрҙәрен бөтөрөү эшен дауам итә. 1920 йылдың июнендә Новгород губернаһында торған Башҡорт кавалерия дивизияһы бер полкка ҡалдырылып, Украинаға Муртазин бригадаһына ҡушыла. Шул уҡ йылдың көҙөндә Башҡорт хәрби комиссариатының запас ғәскәрҙәр идаралығы бөтөрөлә. 1921 йылдың яҙында Айырым Башҡорт уҡсы бригадаһы һәм Мортазиндың атлы бригадаһы ла таратыла. Башҡортостанда торған запас ғәскәрҙәр ҙә бөтөрөлә.

Шулай итеп, Граждандар һуғышы осоронда башҡорт ғәскәрҙәрендә Ислам дине ҙур урын биләй. Башҡорт хөкүмәтенең хәрби көстәре милли армия ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә мосолман ғәскәре булараҡ та төҫ ала. Ислам дине башҡорттарҙың хәрби символикаһындағы ғына түгел, милли идеологияһында ла сағылыш таба. Милли мәнфәғәттәр өсөн көрәшкә  әйҙәгәндә, Башҡортостан автономияһы етәкселеге һалдаттарҙың дини тойғоларына ла мөрәжәғәт итә. Аҡтар яғында булған саҡта, дәһри большевиктар хакимлығы менән көрәш изге һуғыш булараҡ төҫ ала. Фронтта башҡорт ғәскәрҙәрендә әхлаҡты, тәртипте полк муллалары тота, уларға Башҡорт хөкүмәтенең  сәйәсәтен, аңлатыу эшен алып барыу бурысы һалынған була.

Ҡыҙылдар яғына сыҡҡас та, башҡорт ғәскәрҙәрендә Ислам диненең тоҡан урыны әллә ни үҙгәрмәй, тип әйтергә була. Һуғыш шарттарында большевиктарға, тәү сиратта, яҡшы һуғышҡан ғәскәрҙәр кәрәк була. Улар башҡорт ғәскәрҙәренең эске торошона ҡыҫылмай. Шуға күрә лә ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, элекке полк муллалары хәрби комиссарҙар итеп тәғәйенләнә. Башҡорт хәрби комиссариатының фарманы менән Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәре башҡорт ғәскәрҙәрендә байрам ителә. Башҡорт хәрби символикаһы ла аҡтар яғындағынан бигүк айырылмай. Символиканың төп элементы булып ярым ай менән йондоҙ тора.

Большевиктар аҡтарҙы еңеп алғанса, башҡорт ғәскәрҙәренең үҙаллылығына түҙергә мәжбүр була, шулай уҡ ғәскәрҙәге дин торошона ла күҙ йомоп ҡарай. Аҡтарҙан өҫтөнлөк алғас, тәүҙә башҡорт ғәскәренең иреклеген сикләй, артабан берәмләп тарата.

Сығанаҡтар һәм әҙәбиәт

  1. [1] ЦИА РБ. Ф.1201. Оп. 2. Д. 4. Л. 2.
  2. [2] Таймасов Р.С. Участие башкир в Гражданской войне. Книга 1. В лагере контрреволюции (1918 – февраль 1919 гг.). Уфа, 2009. 56-сы биттәр.
  3. [3] Ярмуллин А.Ш. Башкирская военная символика периода Гражданской войны// Проблемы востоковедения. 2011, №4 (54). 102-се бит.
  4. [4] Ярмуллин А.Ш. Институт полковых мулл в башкирских войсках в годы Гражданской войны// Проблемы востоковедения. 2010, №3 (49). 76-сы бит.
  5. [5] ЦАОО РБ. Ф. 9776. Оп. 2. д. 3. Л. 36.
  6. [6] Таймасов Р.С. Участие башкир в Гражданской войне. Книга 1. Уфа, 2009. 86–87 биттәр.
  7. [7] Национально-государственное устройство Башкортостана (1917–1925). Документы и материалы: В 4 т. /Авт.-сост. Б.Х. Юлдашбаев. Т. 1. Ч. 2. Уфа, 2002. 464-се бит.
  8. [8] Шунда уҡ. 465-се бит.
  9. [9] Ярмуллин А.Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. Өфө, 2012. 49-50-се биттәр.
  10. [10] ЦАОО РБ. Ф. 9776. Оп. 2. Д. 4. Л. 170.
  11. [11] ЦИА РБ. Ф. 954. Оп. 2. Д. 9. Л.389.
  12. [12] Вәлиди Туған Ә.Ә. Хәтирәләр. Өфө, 1996. 282-се бит.
  13. [13] ЦИА РБ. Ф. 1107. Оп. 1. Д. 8. Л. 84.
  14. [14] ЦИА РБ. Ф.1107. Оп.1. Д.10. Л.26.
  15. [15] Муртазин М.Л. Башкирия и башкирские войска в Гражданскую войну. М., 2007. 157-се бит.

Азат ЯРМУЛЛИН, тарихсы.

Мәҡәләгә һүрәттәр:

  1. 1-се Башҡорт пехота дивизияһы муллаһы булған, Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре ҡыҙылдар яғына сыҡҡас Айырым Башҡорт кавалерия дивизияһы хәрби комиссары Нуриәғзәм Таһиров. 1919 йыл.
  2. Ураҙа ғәйете айҡанлы Башҡорт хәрби комиссариатының фарманы. 1920 йылдың 12 июне.
  3. Ҡыҙыл Армияның Айырым Башҡорт уҡсы бригадаһының 2-се полкы байрағы. 1920 йылғы. Милли музей фондында һаҡлана.
  4. Башҡорт ғәскәренең мисәте. 1918 йыл.

Просмотров (62)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *