Баймаҡ районында ир-егеттәр ҡоро булдырыла

баймакРишат Вәкил улы Ишембәтов етәкләгән Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты иң әүҙем эш алып барған йәмәғәт ойошмаларының береһе булараҡ билдәле. Тап  уның уңған етәкселегендә ике йыл эсендә генә лә ғәйәт ҙур эштәр бойомға ашырылды һәм ашырыла. Тәбиғи, милләтебеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә район хакимиәте етәкселеге һәр саҡ ярҙам  ҡулы һуҙа һәм ҡоролтайсыларға бар яҡлап ярҙам күрһәтә. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының Башҡортостандың Юстиция министрлығында иң беренсе булып үҙ аллы йәмәғәт ойошмаһы булараҡ теркәлеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй.


Шуныһы үҙенсәлекле, бөгөн район башҡорттарының ҡоро үҙе иғлан иткән 6 эре проектты тормошҡа ашырыу өҫтөндә маҡсатлы эш алып бара. Ошо хаҡта Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе Р.В. Ишембәтов һөйләй:
– Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының төп эшмәкәрлеге һәм бурысы туған телебеҙҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҡайтып ҡала. Шуның өсөн дә беҙ быйыл да ошо йүнәлештә маҡсатлы эш алып барып, 8 ҡала һәм район мәктәбендә, Баймаҡ ҡалаһының 6 балалар баҡсаһында әсә телен уҡытыуҙы һәм өйрәнеүҙе тикшерҙек. Әйтергә кәрәк, был эшкә Ҡоролтайҙың тел һәм мәғариф буйынса комиссия ағзалары, элекке абруйлы башҡорт теле уҡытыусылары йәлеп ителде һәм улар ҙур эш атҡарып сыҡты. Ошонан һуң “Һаҡмар” гәзитендә туған телебеҙҙе уҡытыу торошон сағылдырған мәҡәлә донъя күрҙе, тәҡдимдәр район хакимиәтенең мәғариф бүлегенә ебәрелде. Тәбиғи, үҙебеҙҙең Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ултырышында ла был мәсьәлә ҡаралды һәм тейешле ҡарар ҡабул ителде.
Яңы уҡыу йылы алдынан башҡорт теле уҡытыусылары өсөн ойошторолған секция ултырышында ҡатнашып, унда сығыш яһаныҡ. Сөнки бөгөн күп нәмә уҡытыусыға ла бәйле. Билдәле булыуынса, хәҙер ҙә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытыла, әммә ата-әсәләр ғариза яҙырға тейеш. Был тәңгәлдә башҡорт теле уҡытыусылары балалар, ата-әсәләр араһында киң аңлатыу эштәре алып барырға тейеш. Уҡытыусылар ғына түгел,  мәктәп директорҙары ла был йүнәлештә маҡсатлы эшләргә бурыслы. Шунһыҙ беҙҙең милләтебеҙҙең киләсәге юҡ.
Икенсе мөһим проект – “Сәләмәт ауыл-2018” конкурсы. Билдәле булыуынса, ул былтыр тәүләп үткәрелде һәм ауыл биләмәләре араһында иң абруйлы бәйгегә әүерелде. Әгәр ҙә уҙған йылда унда 15 ауыл ҡатнашһа, быйыл иһә проектҡа бөтәһе лә ҡушылды – 22 ауыл биләмәһе. Бөгөн инде ауыл биләмәләрендә ошо конкурстың 4 номинацияһы буйынса ла маҡсатлы саралар ойоштороу дауам итә. “Сәләмәт ауыл-2018” конкурсына 2019 йылдың башында – йыл һөҙөмтәләренә арналған тантаналы йыйылышта йомғаҡ яһаласаҡ.
Район башҡорттары ҡоролтайының “Һаҡмар” гәзите редакцияһы менән берлектә иғлан иткән “Мул һыулы Һаҡмар” акцияһы ла – иң эре проекттарҙың береһе. Әйтергә кәрәк, уны тормошҡа ашырыу еңелдән түгел, был изге эшкә бөтөн йәмәғәтселекте йәлеп итергә уйлайбыҙ. Төбәктең иң ҙур йылғаһын ҡыйҙан таҙартыу, яр буйҙарына ағастар ултыртыу һәм кәртәләп алыуҙы маҡсат итеп ҡуйған был ҙур проект Һаҡмарҙы һаҡлап ҡалыу, башҡа һыу объекттарын ҡурсалау ниәтендә бойомға ашырыла. Әле был йүнәлештә ҡайһы бер ауыл биләмәләре, атап әйткәндә, Ярат, Беренсе Этҡол, Билал, Ишмөхәмәт, Әбделкәрим, Ҡолсора, Сибай, Темәс, Йомаш ауыл биләмәләре әүҙем эш алып бара. Яраттар менән ҡолсоралар йылға буйын кәртәләп тә алды, көҙ иһә ағас ултыртасаҡтар. Әйткәндәй, сентябрь һәм октябрь айҙарында Ярат ауылында райондың ҡоролтай рәйестәре ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә ойоштороу һәм ағастар ултыртыу күҙ уңында тотола.
Районыбыҙ үҙенең арҙаҡлы шәхестәре менән дан тота. Ошоно күҙ уңында тотоп, беҙҙең Ҡоролтай “100 йыллыҡҡа – Баймаҡтың 100 шәхесе” исемле проект иғлан иткәйне. Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына үҙебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәребеҙ тураһында айырым китап сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуябыҙ. Әммә тәҡдимдәр бик аҙ, етмәһә, ваҡыт аҙ ҡалды – тәҡдим-фекерҙәрҙе быйыл йыл аҙағына ҡәҙәр ебәреп өлгөрөргә кәрәк. Был тәңгәлдә ауыл биләмәләре башлыҡтары урындарҙа аңлатыу эштәре алып барырға тейеш.
Шул уҡ ваҡытта ауыл биләмәләре араһында иғлан ителгән “Ауылым матур уңған ғаиләләре менән” конкурсында ла әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Уның положениеһына ярашлы, һәр ауыл биләмәһенән бер уңған ғаилә тураһында материал, махсус альбомда һүрәтләнгән килеш, беҙҙең Ҡоролтайға тәҡдим ителергә тейеш. “Сәләмәт ауыл-2018” конкурсына йомғаҡ яһағанда был мотлаҡ иҫәпкә алынасаҡ. Йыл аҙағына ҡәҙәр ғаилә тураһындағы материалдарҙы тапшырырға бурыслыһығыҙ!
Райондың йәштәр ҡоролтайы иғлан иткән “Алтын тирмә” эстафетаһы бөгөн уңышлы дауам итә, ул аҙағына яҡынлаша. Әйтергә кәрәк, ул халыҡ араһында ҙур абруй яулап өлгөрҙө, үҙ янына киң йәмәғәтселекте йәлеп итте. Бындай проектты артабан да дауам итергә кәрәк.
Шуныһы ҡыуаныслы, район хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Ситдыҡовтың туранан-тура ярҙамы менән ҡоролтайсылар ошо көндәрҙә Баймаҡтың үҙәгендә “Башҡорт китабы” магазины асыуға өлгәште.
Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты үҙенең ҙур йыйынында төбәктә ир-егеттәр ҡоро ойоштороу тәҡдимен күтәреп сыҡҡайны. Был бик тә актуаль тема, бындай йәмәғәт ойошмаһын булдырыу йәмғиәтебеҙҙә ир-егет абруйын күтәрергә, атай ролен яңы кимәлгә еткереүгә булышлыҡ итер ине. Ҡоролтай составында эшләйәсәк ир-егеттәр  ҡоро ошо октябрь айында үтәсәк райондың ата-әсәләр йыйынында ойоштороласаҡ. Бөгөн уға әҙерлек эштәре алып барыла.

Азамат Мөхәмәтшин,

Баймаҡ районы.

Просмотров (73)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *