Башҡортостанда Нияз Мәжитовтың 85 йыллығы билдәләнәсәк

SONY DSCХәтер кисәһе 19 октябрҙә Ғафури районының Красноусол ауылы мәҙәниәт һарайында үтә.

Ойоштороусылары – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Ғафури районы хакимиәте һәм Ғафури районы яҡташтар ойошмаһы.

Танылған археолог, БР Фәндәр академияһы академигы, тарих фәндәре докторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының беренсе рәйесе Нияз Мәжитов Ғафури районының Туғай ауылында тыуған.


Пермь дәүләт университетын тамамлаған (1956). СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәрҙән Башҡортостан Фәндәр академияһының вице-президентына тиклем юл үтә.

1956-1979 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында археология һәм этнография бүлеге мөдире. 1979 йылдан бирле Башҡорт дәүләт университетында эшләй. 1991 йылдан археология, боронғо һәм урта быуат кафедраһы мөдире.

300-гә яҡын фәнни хеҙмәт, 12 монография авторы.

Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов 2015 йылдың 11 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды.

Просмотров (19)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *