Баймаҡ районында «Ҡоролтай» аллеяһы барлыҡҡа килде

IMG_1582Илгиз Йәнбирҙин етәкләгән Ярат ауыл биләмәһе “Мул һыулы Һаҡмар” акцияһына иң тәүгеләрҙән булып ҡушылды һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тәҡдиме менән урында ҙур ҡор ойоштороп, бик тә сауаплы һәм маҡтаулы эште атҡарып сыҡты. Ҡайһы берәүҙәр кеүек пиар эшләмәне улар, ә ысын мәғәнәһендә изге башланғысҡа нигеҙ һалды, халҡыбыҙға оран менән сыҡты. Ысынлап та, үҙебеҙҙең тәбиғәтебеҙҙе үҙебеҙ һаҡламаһаҡ, берәү ҙә ситтән килеп ярҙам итмәҫ.

Райондың ауыл биләмәләрендә эшләп килгән ҡоролтай рәйестәре үткән аҙнала Яратҡа йыйылып, яңы аллеяға нигеҙ һалды, уртаҡ кәңәш ҡорҙо, милләтебеҙ алдындағы мөһим бурыстарҙы билдәләне. Алға китеп әйтергә кәрәк, был сара үҙ маҡсатына иреште, ҡоролтайсыларҙы яңы эштәргә рухландырҙы.

IMG_1536Сара Ярат ауыл биләмәһе башлығы, урындағы ҡоролтай рәйесе Илгиз Йәнбирҙин оҙатыуында шишмәләргә сәфәр ҡылыу менән башланды. Шуныһы ҡыуаныслы, ауыл биләмәһендәге барлыҡ инеш-шишмәләрҙең сығанаҡтары таҙартылып, улар матур итеп кәртәләп алынған. Туйҙарҙа шишмәнән килеп һыу алыу йолаһы бында онотолмаған. Тәбиғәтте ҡурсалау ошонан башлана түгелме?!

Артабан акцияның төп өлөшө башланды: Һаҡмар йылғаһы буйында ағас ултыртылды, унда ҡоролтайсылар, мәктәп уҡыусылары, йәмәғәтселәр, дин әһелдәре, ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты. Унда сығыш яһап, Илгиз Ғәлимнур улы был проектты 3 этапта тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. Яраттар тәүҙә йылға буйын яҡшы итеп таҙарта, унан инде материалдар туплай һәм ауыл халҡының тырышлығы менән  кәртәләп ала. Әйткәндәй, был изге эште башлар алдынан урындағы дин әһелдәре уға үҙҙәренең фатихаһын бирҙе. Ул көндө барлығы 200 төп ҡарағай ултыртылды һәм аллея “Ҡоролтай» исемен алды.

IMG_1719Башҡорт йәмәғәтселегенең семинары һуңынан ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Бында ла һынатманы, башҡаларға үрнәк күрһәтте яраттар. Тәүҙә ауылдың абруйлы ағинәйе Гүзәл Монасипова йәмәғәт ойошмалары өсөн уңышлы эшләп килгән Ҡоролтай бүлмәһен күрһәтте. Әйтергә кәрәк, ул бөтөн документация менән тәьмин ителгән, ауыл йәмәғәтселәренең әүҙем эше төрлө стендтарҙа һәм фотоларҙа күрһәтелгән. “Йолаларыбыҙ – алтын хазина”, “Йылҡы аҫраһаң, отолмаҫһың”, “Һарыҡсылыҡ – табышлы тармаҡ” һәм башҡа проект-эштәр хайран ҡалырлыҡ. Шуныһы һөйөнөслө, яраттар халҡыбыҙ йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, кәсептәренә арналған милли колоритлы сараларҙы даими үткәреп кенә ҡалмай, ә уларға мотлаҡ рәүештә мәктәп уҡыусыларын да йәлеп итә. Балалар ошолар нигеҙендә фәнни-эҙләнеү эштәре алып бара, үҙҙәренең проекттары өҫтөндә эшләй. Йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүҙең асыҡ өлгөһө түгелме ни был?! Билдәле, был үҙенең тос емештәрен бирәсәк.

Ауыл биләмәһендә даими рәүештә “Ҡоролтай тауышы” исемле стена гәзите сыға, ул әленән-әле актуаль мәҡәләләр менән тулыланып тора.

IMG_1671Мәҙәниәт йорто фойеһында ауыл уңғандары тарафынан бай ҡул эштәре күргәҙмәһе әҙерләнгәйне. Хәҙисә Мырҙаҡаева, Нәғимә Йосопова, Асия Әхмәтова, Флүрә Ҡасҡынова, Дилара Юнысбаева, Хәбирә Ғәҙелшина, Гөлдәр Хисмәтуллина, Нурзия Юлыева, Рәсимә Назарованың, Дилара Йәнбирҙина етәкселегендә Ярат мәктәбе уҡыусыларының милли кейем-биҙәүестәре барыһын да хайран ҡалдырҙы. Һәҙиә Әбдрәшитова иһә дарыу үләндәренән бай күргәҙмә ойошторған, уларҙан сәй ҙә тәҡдим итте. Ошонда уҡ “Сәләмәт ауыл-2018” конкурсында ҡатнашыусы Ғүмәр ауылының балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡобайыр-шиғырҙары, йырҙары менән ҡыуандырҙы.

Ул көндө яраттар “Ялан батыры” исемле бик тә матур сара әҙерләп, ысын мәғәнәһендә ауыл хеҙмәтсәненә дан йырланы, уның ауыр, әммә маҡтаулы хеҙмәтен ололаны. Уны ойоштороуға мәҙәниәт йорто директоры Илсиә Хәсәнова күп көс һалды. Сәхнәгә урындағы фермер Айҙар Мырҙаҡаев һәм уның коллективы саҡырылды, ялан батырҙарына арнап һоҡланғыс концерт ҡуйылды. Әйткәндәй, Айҙар Шәрифйән улы районда иң һөҙөмтәле эшләүсе фермерҙарҙан һанала, ул малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтары менән уңышлы шөғөлләнә. Был хужалыҡ ауыл биләмәһенең социаль инфраструктураһын үҫтереүгә тос өлөш индерә, мөмкин булғанса ярҙам итә.

IMG_1803Ҡоролтай башҡорт халҡының гимны – мәшһүр “Урал” көйөн  тыңлау менән башланды һәм йыйынды Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов асты. Үҙенең сығышында Ришат Вәкил улы Ҡоролтай тарафынан районда 6 проекттың уңышлы тормошҡа ашырылыуын билдәләне, уларҙың һәр береһенә айырым туҡталды. Ҡор башы мәғариф учреждениеларында туған телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә етди иғтибар бүлергә, был йүнәлештә ҡоролтайсыларға маҡсатлы эш алып барырға саҡырҙы, йәмәғәтселек араһында аңлатыу эштәрен киң йәйелдереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. “Мул һыулы Һаҡмар” акцияһын урындарҙа дәррәү күтәреп алырға һәм яраттар өлгөһөнә эйәрергә һәр кем бурыслы. Шул уҡ ваҡытта “Сәләмәт ауыл-2018” конкурсын тейешле кимәлдә ойоштороу зарур – был  бәйгенең бөгөн абруйы һәм тәрбиәүи әһәмиәте бик ҙур.

Бөгөн Ҡоролтай тарафынан “100 йыллыҡҡа – Баймаҡтың 100 шәхесе”, “Ауылым матур – уңған ғаиләләре менән”, “Алтын тирмә” проекттары уңышлы тормошҡа ашырыла, районда ата-әсәләр йыйынын үткәреү һәм ир-егеттәр ҡорон ойоштороу буйынса эштәр алып барыла. Әйткәндәй, Ришат Вәкил улы Ҡоролтай хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан, “Ҡоролтай тауышы” исемле даими рубрика аҫтында актуаль мәҡәләләр менән сығыш яһаған, халҡыбыҙ араһында милли рухты таратыуға тос өлөш индергән “Һаҡмар” гәзитенең эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе, рәхмәт белдерҙе.

Доклад буйынса фекер алышыуҙарҙа Ярат ауыл биләмәһе башлығы, урындағы ҡоролтай рәйесе Илгиз Йәнбирҙин, Күсей ауыл биләмәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ҡунаҡбай Уйылданов, Ишмырҙа мәктәбе директоры, ҡоролтай рәйесе Иҙел Монасипов, Ярат ауылынан әүҙем йәмәғәтсе Гүзәл Монасипова, Ғүмәр ауылының балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Миңзәлә Үҙәнбаева, КФХ етәксеһе Айҙар Мырҙаҡаев сығыш яһаны.

IMG_1846Милли матбуғатты күтәрмәләү, башҡорт баҫмаларына яҙылыу буйынса мәсьәлә лә күтәрелде ҡоролтайҙа. Шуныһы һөйөнөслө, ул көндө гәзит-журналдарға яҙылыу ойошторолдо. Ә “Һаҡмар” гәзитенең күптәнге дуҫы Айҙар Шәрифйән улы үҙенең барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә һәм Халыҡ-ара ололар көнө уңайы менән 6 ветеранға баҫмабыҙҙы яҙҙырҙы. Афарин!

Йыйындың эшендә район хакимиәтенең эштәр идарасыһы, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Илгиз Байымов ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Илгиз Хөрмәт улы Р.Ишембәтов етәкләгән Ҡоролтай хәрәкәтенә яҡшы баһа бирҙе, эште артабан да ошо юҫыҡта дауам итергә саҡырҙы.

Ярат ауылында ойошторолған ҡоролтай ысын мәғәнәһендә республика әһәмиәтендәге сара кеүек үтте, ул йәмғиәтебеҙҙе борсоған мөһим проблемаларҙы күтәреп сыҡты, милләттәштәребеҙ күңеленә рух һәм дәрт өҫтәне, бурыстар ҡуйҙы. Тап шуныһы менән әһәмиәтле лә ул. Киләсәктә бындай йыйындарҙы башҡа ауыл биләмәләрендә лә ойоштороу күҙ уңында тотола.

Азамат Мөхәмәтшин,

Баймаҡ районы.

Просмотров (13)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *