“Оҙон көй” таланттар йыя

лого9-11 ноябрҙә Туймазы ҡалаһында үтәсәк “Оҙон көй” төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Туймазы районы хакимиәте сығыш яһай.


Бәйгенең маҡсаты – халыҡ араһы­нан талантлы йырсыларҙы табыу һәм танытыу, оҙон көй башҡарыу традицияларын, башҡорт йыр фольклорын тергеҙеү һәм үҫтереү. Конкурста махсус вокаль белемгә эйә булмаған һәр кем ҡатнаша ала. Еңеүселәр 16 йәшкә тиклемгеләр, 16 – 60 йәшлектәр һәм 60 йәштән өлкәндәр араһында билдәләнә.
16 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр ике турҙа ла үҙ теләге буйынса һайланған йыр башҡара. Ҡалған ҡатнашыусылар өсөн мотлаҡ башҡарылырға тейешле йырҙар билдәләнгән, улар араһында “Урал”, “Буранбай”, “Ашҡаҙар”, “Сибай” һәм башҡа халыҡ йырҙары бар.
Ғаризалар 1 ноябргә тиклем gukrcnt@mail.ru электрон адресына ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 289-65-50, 8 (34782) 7-34-28, 7-24-51.

Просмотров (8)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *